Солтан Хөсәйен мәсете
Солтан Хөсәйен мәсете йәки Солтан мәсете (ингл. Sultan Mosque, мал. Masjid Sultan; ҡыт. упр. 苏丹回教堂, пиньинь: Sūdān Huìjiàotáng) — Сингапурҙа һаҡланған иң боронғо мәсеттәрҙең береһе. Мәсет Сингапурҙа иң мөһим мәсеттәрҙең береһе тип һанала.
Солтан Хөсәйен мәсете | |
Нигеҙләү датаһы | 1932 |
---|---|
Дәүләт | Сингапур |
Административ-территориаль берәмек | Кампонг Глам[d] |
Архитектура стиле | Индо-сарацинский стиль[d] |
Һыйым | 5000 |
Мираҫ статусы | Памятники национального значения в Сингапуре[d] |
Рәсми сайт | sultanmosque.sg |
Категория Викисклада для интерьера элемента | Category:Interior of Masjid Sultan[d] |
Солтан Хөсәйен мәсете Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәМәсет солтан Хөсәйен — Джохор шахы тарафынан 1824 йылдан 1826 йылға тиклем төҙөлә. Ул мәсетте үҙенең һарайы эргәһендә төҙөй. Ике ҡатлаулы пирамидаль ҡыйыҡлы был проект Көнсығыш Һиндостан өсөн типик булған.
Мәсет менән Хөсәйендең ейәне шах Алауддин 1879 йылға тиклем идара итә, аҙаҡ ул уны ойошманың урындағы биш етәксеһенә тапшыра. 1914 йылда ҡуртым килешеүе хөкүмәт тарафынан 999 йылға оҙайтыла.
1900 йылдар башында Сингапур ислам сауҙа, мәҙәниәт һәм сәнғәт үҙәге була. Солтан мәсете тиҙҙән был үҫешкән ширҡәттәр өсөн бик бәләкәй була. 1924 йылда, мәсеттең йөҙйыллығына, бағымсылар яңы мәсет төҙөү планын хуплайҙар. Иҫке мәсеттең торошо был ваҡытҡа насар була.
Архитектор Дэнис Сэнтри уны, манаралар һәм балюстрадалар индереп, сарацин стилендә төҙөй. Мәсетте төҙөү 1928 йылда тамамлана.
Мәсет үҙенә 5000 дингә ышаныусыны һыйҙыра һәм тик ир-аттар өсөн генә тәғәйенләнә, ҡатын-ҡыҙҙар икенсе ҡатта галереяла доға ҡыла.
Солтан мәсете Икенсе донъя һуғышы булыуға ҡарамаҫтан, шунан бирле үҙгәрешһеҙ ҡала, тик төп залы ғына 1960 һәм 1993 йылдарҙа ремонтҡа дусар була.
1975 йылдың 14 мартынан алып милли ҡомартҡы.
Үҙенсәлектәре
үҙгәртергәҒибәҙәт залы
үҙгәртергәКөньяҡ һәм төньяҡ яҡтарҙан залды һәр яҡлап 6 -шар колонналы 8 аркалы аралыҡтар уратып ала. Залдағы келәмдәр — сәғүд принцы бүләктәре.
Манаралары һәм көмбәҙҙәре
үҙгәртергә4 манара һәм 2 көмбәҙ — мавритан төҫмөрлөгө менән ғәрәп стиле дәлиле. Ҡыйыҡты шул уҡ манара формаһындағы 40 төҙөк осло ҡыйыҡтар уратып ала.