Согласие урамы (Дондағы Ростов)

Согласие урамы — Дондағы Ростовтың үҙәк урамы. Т-рәүешле формалағы ике яҡлы урам, оҙонлоғо һәм киңлеге ҙур түгел, көнбайыш һәм төньяҡ өлөшөнөң рельефы һәм траекторияһы ҡатмарлы. Көнбайыштан көнсығышҡа табан йүнәлештә Сиверс проспектында башлана һәм Халтуринский тыҡрығында тамамлана. Урамдың бәләкәй өлөшө көньяҡ-төньяҡ йүнәлештә һәм Согласие урамының төп өлөшөн Пушкин урамы менән тоташтыра.

Согласие урамы
Дондағы Ростов
Дөйөм мәғлүмәт
Ил

Рәсәй

Төбәк

Ростов өлкәһе

Ҡала

Дондағы Ростов

Район

Ленин

Оҙонлоғо

~ 0,65км

Почта индексы

344082

картала

XIX быуатта урам урынында Генераль йырын була, уның буйлап исемһеҙ йылға аға, ул сүплек һәм һыу ағыҙа торған канал итеп, һуңғараҡ — тик һыу ағыҙа торған канал итеп ҡулланыла. Генераль йырын, үҙ сиратында, баҡсалар араһында, Загородная (һуңыраҡ — Баҡса, хәҙер — Оло Баҡса) һәм Тимерсе (хәҙер — Пушкин урамы) урамдары араһында урынлашҡан.

Ул саҡта Баҡса урамы (Оло Баҡса) һәм Тимерсе (Пушкин) урамы, уларҙы киҫеп үтеүсе Никольский (Халтуринский) һәм Доломановский тыҡрыҡтары квадратында Согласие урамы һәм Братский тыҡрығы булмай, ә бер туғандар Войцеховскийҙар баҡсаһы булған. Туғандар араһындағы килешеү буйынса, уларҙың биләмәһенә килеп терәлеп өҙөлгән өсөнсө тыҡрыҡты, баҡса аша Тимерсе урамына тиклем һуҙырға булалар. Оҙайтылған тыҡрыҡты Туғандар тыҡрығы тип атайҙар, ә яңынан һуҙылған урамды — Согласие урамы тип атайҙар. 1879 йылда ҡала Думаһы туғандарҙың тәҡдиме менән килешә[1].

Хәҙерге күренештә үҙенең барлыҡҡа килеүе менән Согласие урамы Генераль йырынды ябыу тураһында ҡарар ҡабул иткән (1886—1892 йылдарҙа эшләнә), 18621869 һәм 18841889 йылдарҙа ҡала менән идара иткән ҡала башлығы М. А. Байковҡа бурыслы[2].

Хәҙерге торошо

үҙгәртергә

Согласие урамы — ҡаланың үҙәк өлөшөнөң йәмәғәт-торлаҡ, производство һәм эшлекле фондтары менән совет осоро төҙөлөшө. Урам башында Ростов «РИКОС» нефть-май тәжрибә заводы урынлашҡан. Согласие урамы буйынса 23-сө йортта Дондағы Ростовтың Ленин районы күп функциялы үҙәге асылған[3].

Көслө ҡойма ямғырҙар осоронда Согласие урамының Халтуринский һәм Доломановский тыҡрыҡтары менән киҫелешендә ҡайһы бер йорттар һәм улар менән йәнәш ҡуйылған автомобилдәр һыу аҫтында ҡала[4].

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә

Генераль йырын буйлап аҡҡан исемһеҙ йылғаны хәҙер XIX быуат аҙағында төҙөлгән, Согласие урамы буйлап һәм аҫтынан үткән Генераль ҡойма ямғырҙар коллекторы алмаштыра.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Сидоров В. С., Энциклопедия старого Ростова и Нахичевани-на-Дону, Ростов-на-Дону, Гефест, т.4, 1996 г., 404с.
  2. Открытие памятника градоначальнику Байкову состоится 7 сентября в Ростове(недоступная ссылка)
  3. В Ленинском районе открыт многофункциональный центр(недоступная ссылка)
  4. Мэр города провел очередной прием граждан 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә