Смольный янындағы В. И. Ленин һәйкәле

Смольный янындағы В. И. Ленин һәйкәле — Санкт-Петербург ҡалаһындағы скульптуралы монумент. 1927 йылда Смольный институты алдында ҡуйылған. Һәйкәл скульптор В. В. Козлова, архитекторҙар В. Г. Гельфрейх һәм В А. Щуко эшләгән проект буйынса башҡарылған. Монумент федераль әһәмиәттәге монументаль сәнғәт ҡомартҡыһы статусына эйә[1].

Смольный янындағы В. И. Ленин һәйкәле
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Смольнинское[d]
Булдырыусы Василий Васильевич Козлов[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза һәм гранит[d]
Архитектор Владимир Георгиевич Гельфрейх[d] һәм Владимир Алексеевич Щуко[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Карта
 Смольный янындағы В. И. Ленин һәйкәле Викимилектә

В. И. Ленин һәйкәленә урын һайлау Смольныйҙың Октябрь революцияһында тотҡан мөһим ролен иҫәпкә алып һайлана. Смольныйҙан В. И. Ленин ҡораллы ихтилал менән етәкселек иткән, шулай уҡ бында беренсе Совет хөкүмәте төҙөлә[2].

1924 йылда Ленин һәйкәле проектына конкурс иғлан ителә. Уның һөҙөмтәһе буйынса конкурста скульптор В. В. Козлов менән архитекторҙар В. Г. Гельфрейх һәм В А. Щуко проекты еңеүсе тип табыла. Бронза скульптура Сәнғәт академияһының бронза ҡойоу заводында ҡойола, был эш менән ҡойоусы В. З. Гаврилов һәм скульптор Я А. Троупянский етәкселек итә. Һәйкәл постаменты өсөн Череповецкий губернаһынан монолит гранит килтерелә[3].

Һәйкәлде асыу тантанаһын Октябрҙең унынсы йыллығына арнайҙар[2]. 1918—1923 йылдарҙа Ленин һәйкәле урынында К. Маркстың гипс скульптураһы (А. Т. Матвеев эше) торған була[4].

Ленин оратор һынында һүрәтләнгән Уның уң ҡулы алға һуҙылған, ә һул ҡулында- кепкаһы. Скульптура цилиндр аҡһыл-алһыу гранит пьедесталға баҫтырып ҡуйылған. Пьедесталды бронза билбау уратып тора, унда «йәшәһен пролетариат диктатураһы» тип яҙылып ҡуйылған[4]. Һәйкәл авторҙары эштәрен Смольный архитектураһы ансамбленә яраҡлаштырып эшләгән[2]. Скульптураның бейеклеге — 2,15, постаменттың бейеклеге — 3,8 м.

Артабан ошондай В. И. Ленин һәйкәле СССР-ҙың башҡа ҡалаларында ла ҡабатлап ҡуйылған[4].

  1. Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
  2. 2,0 2,1 2,2 Лисаевич И. И., Бехтер-Остренко И. Ю. Памятник В. И. Ленину у Смольного // Скульптура Ленинграда — Ленинград: Искусство, 1963.
  3. Памятник Ленину у Смольного
  4. 4,0 4,1 4,2 Скульптура и скульпторы Санкт-Петербурга, 1703—2007. — С. 184