Смирнов Борис Васильевич
Смирнов Борис Васильевич (1881—1954) — Рәсәй империяһы һәм совет рәссамы. Передвижниктар ширкәте, Рәссам-реалистар берекмәһе (ОХР) һәм СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.
Смирнов Борис Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы РСФСР СССР |
Тыуған көнө | 1881[1][2] |
Тыуған урыны | Владикавказ, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1954[1][2] |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Бабушкинское кладбище[d] |
Һөнәр төрө | рәссам |
Уҡыу йорто | Император художество академияһы |
Уҡыусылар | Аверков Павел Петрович[d] |
Жанр | пейзаж[d] |
Рәсми сайт | gbsmirnov.ru/bv |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Boris Vasilevitsj Smirnov |
Смирнов Борис Васильевич Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәБорис Васильевич Смирнов 1881 йылда Владикавказ ҡалаһында отставкалағы генерал-майор, математика уҡытыусыһы В. Ф. Смирнов ғаиләһендә тыуған. Рәсем төшөрөргә Б. В. Смирнов Киевта, Николай Иванович Мурашконың рәсем сәнғәте мәктәбендә өйрәнә башлай.
Артабан Петербургта академик Лев Евграфович Дмитриев-Кавказский студияһында уҡый. Петербург Рәсем сәнғәте Академияһында пейзаж класында профессор Киселёв Александр Александровичта белем ала. Күргәҙмәләрҙә ҡатнаша башлай.
Рәсем сәнғәте Академияһынан һуң Б. В. Смирнов туберкулез менән ауырып китеү арҡаһында көньяҡҡа китергә мәжбүр була. Башта Екатеринославта уҡыта; шунда Уҡытыусылар институты ойоштороуҙа ҡатнаша.
Студент сағында уҡ Б. В. Смирнов әҫәрҙәрен төрлө күргәҙмәләргә ҡуя башлай, Передвижниктар ширкәтенең, Мәскәүҙәге Беренсе күсмә рәсем сәнғәте һәм графика күргәҙмәләрендә ҡатнаша, балалар китаптарына һәм журналдарға күп иллюстрациялар эшләй.1929,1937,1942,1970 йылдарҙа Мәскәүҙәге төрлө иҫтәлекле күргәҙмәләрҙә күренә.
Б. В. Смирнов Рәссам-реалистар Берекмәһенең бер генә күргәҙмәһенән дә ситтә ҡалмай.
1903 йылда География йәмғиәтенең Урта Азияға экспедицияһында рәссам булараҡ ҡатнаша. «Төркөстан далаларында» тип аталған юлъяҙмалары айырым китап булып (1914 йыл).
1904—1905 йылдарҙа үҙе теләп рус-япон һуғышына китә.
Һуғыштан ҡайтҡас, Б. В. Смирнов Украинала, Павлоградта төпләнә, гимназияла рәсем уҡыта. Ошонда буласаҡ ҡатыны, балалар яҙыусыһы Е. А. Павлова менән таныша.
«Башҡорт ауылы» һүрәте
үҙгәртергә1904 йылда ул төрмәгә ебәрелгәндәр этабы менән Себер яғына юллана. Рус-япон һуғышына китеп барышлай тигән мәғлүмәттәр ҙә бар. Юл айҡан портреттар, пейзаждар төшөрөп бара. Урал тауҙары буйлап барғанда башҡорт ауылын да күреп, һүрәткә төшөрөп ала. Мәскәүҙән алып япон ерҙәренә барып еткәнсә яҙа ул әҫәрҙәрен.
99 рәсемдән торған коллекцияһы Новосибирск дәүләт тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана. Музей уны авторҙан 1950 йылда һатып алған. 2000‑се йылдар башында «Сиктәрҙә осрашыу» проекты нигеҙендә коллекция цифрлана. Был коллекция тулы килеш Донъя цифрлы китапханаһында һаҡлана[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Boris Smirnov // https://www.the-athenaeum.org/people/detail.php?id=9905
- ↑ 2,0 2,1 Boris Vasilievich Smirnov // https://www.artnet.com/artists/boris-vasilievich-smirnov/past-auction-results — 1998.
- ↑ Башкирская деревня[1]
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Воспоминания профессора Р.Геккера и художника Ф. Мельникова
- Каталог выставки произведений Бориса Васильевича Смирнова. Июль 1959. Москва
- «Творческий путь художника». Статья О.Ресиной и С.Шило о посмертной выставке произведений Б. В. Смирнова
- «Династия художников». В. Семенов. Газета «За коммунизм» (1965)
- «В дар музею». В. Розов.
- «Вечная жизнь в искусстве» М. Пешков
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Борис Васильевич Смирнов. Официальная страница на фейсбук
- artru.info персоны Смирнов Борис Васильевич 2012 йыл 22 май архивланған.
- Сибирские зарисовки Бориса Васильевича Смирнова Энциклопедия-хрестоматия Иркутской области и Байкала
- История России до 1917 года
- Maxima Library 2020 йыл 26 сентябрь архивланған.
- Чабан М. Ювілейне видання «Кобзаря» // Січеслав. — 2008. — № 2. — С. 37.(укр.) 2016 йыл 4 март архивланған.
- Новосибирский государственный краеведческий музей (НГКМ) 2014 йыл 5 сентябрь архивланған.
- Коллекция Графики Бориса Смирнова в Коллекции из Новосибирского Государственного Краеведческого Музея (НГКМ) (The Library of Congress) 2018 йыл 2 август архивланған.
- Про Бориса Смирнова на сайте Чувашского государственного художественного музея 2016 йыл 5 март архивланған.
- Про Бориса Смирнова на сайте Ульяновской картинной галереи (село Ульяново, Калужская область, РФ)
- Про Бориса Смирнова на сайте on-line Энциклопедии живописи и графики art-catalog.ru (рус.)