Слеса
Слеса ҡәлғәһе (груз.: სლესის ციხე)–Грузияла, Самцхе-Джавхаети төбәгенең Ахалцихе муниципалитетында урынлашҡан урта быуат ҡәлғәһе. Ҡәлғә тарихы билдәле түгел, ул хәҙер емерелгән замоктан һәм яҡшыраҡ һаҡланған башнянан тора. Башня күрше убала урынлашҡан. Ҡәлғә Грузияның милли әһәмиәттәге күсемһеҙ мәҙәни ҡомартҡыһы исемлегенә индерелгән.[1]
Слеса | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Тарихы
үҙгәртергәЗамок тарихы билдәле түгел. Архитектура үҙенсәлектәренә ҡарағанда ҡәлғә һуңғы урта быуаттарҙа төҙөлгән[2]. 1516 йылдағы грузин документында Самцхеның күренекле ғаиләләре һаналып китә, Бумбулидзе мираҫын, зыяраты, монастыры һәм һарай яны сиркәүен Авалишвилар менән бүлешкән "Слесанан" булғандар телгә алына. 1598 йылға ҡараған ғосман фискаль иҫәбендә Слеса ауылында 16 йорт хужалығы иҫәпләнә. 19 быуатҡа ауыл тарҡала[3]
Архитектураһы
үҙгәртергәСлеса ҡәлғәһе ҡаялы убала, Квабисхеви һәм Ацкури ауылдары уртаһында, Кура йылғаһының һул ярында урынлашҡан[3][4]
Замок ныҡ зыян күргән: өҫкө диуарҙары, тәҙрә һәм ишек уйымдары емерелгән, ә эске ҡоролмалары харабаларҙа. Бина дөрөҫ булмаған тура мөйөшлө, көньяҡ-көнсығыш яғында һуҙылған, көньяҡ яғы йомро. Диуарҙары төрлө бейеклектә, бер нисә сығып торған ярым түңәрәк контрфорстар менән нығытылған. Эске ихата өс платформанан тора: аҫҡыһы төрлө ҙур булмаған ҡоролмаларҙың ҡалдыҡтарынан тора, уртала емерелгән сиркәү, ә өҫтәгеһе түңәрәк мөйөшлө бейек башня менән тамамлана[4]
Замоктың диуарҙары таштан һалынған, ҡалынлығы яҡынса 150 см тшкил итә. Түбәнге платформанан көньяҡҡа ҡарай артҡы диуары ярым түңәрәк булған дүрт ҡатлы башня тора. Замок менән башня араһындағы йырындың битләүе көнсығыш яҡтан 130 метрлыҡ оборона диуары менән уратып алынған[5]. 2019 йылға тиклем ҡәлғә территорияһында археологик өйрәнеү эштәре алып барылмаған[6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ "List of Immovable Cultural Monuments" (PDF) (in Georgian). National Agency for Cultural Heritage Preservation of Georgia. Retrieved 25 July 2019.
- ↑ Gamkrelidze, Gela; Mindorashvili, Davit; Bragvadze, Zurab; Kvatsadze, Marine, eds. (2013). "Slesa [სლესა]". ქართლის ცხოვრების ტოპოარქეოლოგიური ლექსიკონი [Topoarchaeological dictionary of Kartlis tskhovreba (The history of Georgia)] (PDF) (in Georgian). Tbilisi: Georgian National Museum. p. 483. ISBN 978-9941-15-896-4.
- ↑ 3,0 3,1 Gamkrelidze, Gela; Mindorashvili, Davit; Bragvadze, Zurab; Kvatsadze, Marine, eds. (2013). "Slesa [სლესა]". ქართლის ცხოვრების ტოპოარქეოლოგიური ლექსიკონი [Topoarchaeological dictionary of Kartlis tskhovreba (The history of Georgia)] (PDF) (in Georgian). Tbilisi: Georgian National Museum. p. 483. ISBN 978-9941-15-896-4.
- ↑ 4,0 4,1 "სლესის ციხე" [Slesa fortress]. კულტურული მემკვიდრეობის გის პორტალი [GIS portal of cultural heritage] (in Georgian). Archived from the original on 29 August 2019. Retrieved 29 August 2019.
- ↑ "სლესის ციხე" [Slesa fortress]. კულტურული მემკვიდრეობის გის პორტალი [GIS portal of cultural heritage] (in Georgian). Archived from the original on 29 August 2019. Retrieved 29 August 2019.
- ↑ Gamkrelidze, Gela; Mindorashvili, Davit; Bragvadze, Zurab; Kvatsadze, Marine, eds. (2013). "Slesa [სლესა]". ქართლის ცხოვრების ტოპოარქეოლოგიური ლექსიკონი [Topoarchaeological dictionary of Kartlis tskhovreba (The history of Georgia)] (PDF) (in Georgian). Tbilisi: Georgian National Museum. p. 483. ISBN 978-9941-15-896-4.