Скуклостер
Скуклостер замогы (швед. Skoklosters slott) — барокко стилендәге швед һарайы, 1654—1676 йылдарҙа Карл Густав Врангель тарафынан төҙөлгән һәм Меларен күлендәге ярымутрауҙа Стокгольм һәм Упсада ҡалалары араһында урынлашҡан. 1970 йылдан алып унда музей урынлаштырыла, уның коллекцияларында картиналар, мебель, һауыт-һаба, туҡыма, ҡорал һәм шулай уҡ китаптар һаҡлана.
Скуклостер | |
Нигеҙләү датаһы | 1676 |
---|---|
Нигеҙләүсе | Карл-Густав Врангель[d] |
Дәүләт | Швеция[1] |
Административ-территориаль берәмек | Håbo Municipality[d][1] |
Хужаһы | Государственное управление недвижимости[d] |
Хеҙмәтләндереүсе | Государственные исторические музеи Швеции[d] |
Архитектор | Каспар Фогель[d] |
Архитектура стиле | архитектура барокко[d] |
Йылына инеүселәр һаны | 86 098 |
Плата | 0 kr |
Мираҫ статусы | governmental listed building[d][2] һәм governmental listed building complex[d][3] |
Почта индексы | SE-746 96 |
Рәсми сайт | skoklostersslott.se[4] |
Ссылка на условия использования | skoklostersslott.se/sv/d…[5] |
Һештег | skoklosters |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 1348 |
Страница учреждения на Викискладе | Skoklosters slott |
Скуклостер Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергә1676 йылда замок барокко стилендә бай хәрби етәксе, граф Карл Густав Врангель тарафынан Стокгольм менән Упсада араһындағы Меларен күле ярымутрауында төҙөлә. Замоктың проектын башлыса архитектор Каспар Фогель эшләй, башҡа архитекторҙар Жан де ла Валли һәм өлкән Никодемус Тессин та уға үҙ өлөштәрен индерә. Моғайын, замок ВаршаваныңУяздовский замогына оҡшатып эшләнгән.
Замок XVII быуат уртаһындағы Швед бөйөк иле дәүере ҡомартҡыһы булып тора, был осорҙа Швеция биләмәләрен киңәйтә башлай, шуның арҡаһында ул Европаның иң эре державаларының береһе булып тора. 1676 йылда Врангель үлә, һарай тулыһынса төҙөлөп бөтә алмай. Браге, Скуклостер ғаиләләре мираҫҡа был замокты ала, ләкин уларҙың үҙ биләмәләре булғанлыҡтан, һарайы интерьерын тамамларға ашыҡмай. Шулай итеп, ҙур төп банкет залы төҙөүселәр ни хәлдә ҡалдырһа, шулай тора. Зал Төҙөлөп бөтмәгән зал исемен ала (швед. Ofullbordade salen). Скуклостер замогы Европала XVI быуаттағы төҙөлөш баҫҡыстары һаҡланып ҡалған берҙән-бер бина була. Шул уҡ ваҡытта уның эргәһендә төҙөлөш менән бәйле бер нисә башҡа предметтар һаҡлана: бер нисә тиҫтәгә яҡын төҙөлөш буйынса китап һәм йөҙҙәрсә төҙөлөш ҡоралдары.
1967 йылда Браге замогын мираҫҡа алған фон Эссен ғаиләһе, вариҫтары булмағанлыҡтан, һарайҙы швед хөкүмәтенә һата[6]. Скуклостер замогы Король ҡорал палатаһы Дәүләт музейы булып китә(LSH)[7]. 1970-се йылдарҙа архитектор Хидемарк Уве һарайҙа XVI быуатта ҡулланылған материалдар һәм төҙөлөш методтары менән ремонт яһай.
Музей коллекциялары
үҙгәртергәЗамоктың тамамланған өлөшө барокко стилененең гүзәллеген күрһәтә, ул картиналар коллекцияһын, мебель, туҡымалар, көмөш һәм быяла һауыт-һабаны һаҡлау урыны булып тора. Иң билдәле картиналарының береһе Арчимбольдо Джузеппеның «Император Рудольф II Вертумен ролендә» портреты. Арчимбольдо Джузеппе Изге Рим империяһы императоры II Рудольфты йәй ваҡытындағы рим аллаһы сифатында йәшелсә һәм емеш-еләк ҡулланып төшөргән. Картина Прагала XVII быуатта хәрби трофей итеп алынған.
Китапхана һәм ҡорал палатаһы Врангель коллекцияларындағы ҡорал һәм китаптарына нигеҙләнгән.
Арсеналда XVII быуат хәрби ҡоралының иң ҙур шәхси коллекцияһы бар. Улар башлыса мушкеттар һәм пистолеттар, шулай уҡ ҡылыстар (япон самурайҙары ҡылысы), ҙур булмаған пушкалар, пика һәм арбалеттарҙан ғибәрәт. Шулай уҡ ҡорал коллекцияһы үҙ эсенә төрлө экзотик әйберҙәр, мәҫәлән, эскимос каноэһын һәм йылан тиреләрен ала. Замоктағы арсеналда граф Врангель замогының архитектор Каспар Фогель төҙөгән планы ла һаҡлана. Коллекцияларҙың күп өлөшөн хәрби трофейҙар тәшкил иткән, улар XVII быуаттағы Швед ташҡыны ваҡытында Польшанан урланған[8].
-
Король залы
-
Врангелдең йоҡо бүлмәһе
-
Ҡорал арсеналы
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- International Dictionary of Library Histories / David H. Stam. — Fitzroy Dearborn, 2001.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=se-bbr&srlanguage=sv&srid=21300000013580 — 2017.
- ↑ (unspecified title)
- ↑ http://kulturarvsdata.se/raa/bbr/jsonld/21300000013580
- ↑ http://skoklostersslott.se/en (ингл.)
- ↑ McCarthy D., Wallace A. Open GLAM Survey // Google Sheets — 2018.
- ↑ Ю. В. Антонова. Замки и крепости Швеции и Финляндии. — Издательство "Вече". — С. 183. — 356 с. — ISBN 9785444477083.
- ↑ A government agency. Three museums — one government agency Skoklosters slott website, n.d., retrieved 28 February 2017
- ↑ Ю. В. Антонова. Замки и крепости Швеции и Финляндии. — Издательство "Вече". — С. 184. — 356 с. — ISBN 9785444477083.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт
- Skokloster н slottsguiden.info