Скизерли йорто (Таганрог)

Скизерли йорто —архитектура, тарих һәм мәҙәниәт һәйкәле, Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһы Тургенев тыҡрығы, 3 -се һанлы йортта урынлашҡан.

Иҫтәлекле урын
Скизерли йорто (Таганрог)
Скизерли йорто
Файл:Таганрог Тургенев тыҡрығы 3 фото 014.jpg
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог, Тургенев тыҡрығы, 3
Проект авторы архитектор Патрико
Нигеҙләүсе Мария Рафаиловна Ксантопорсова
Нигеҙләнгән 1840-се йылдар
Статус архитектура, тарих һәм мәҙәниәт һәйкәле

1840-сы йылдарҙа Таганрог ҡалаһының Тургенев тыҡрығында Таганрог ике ҡатлы бина архитектор Патрико проекты буйынса төҙөлә. Уның беренсе хужаһы — төрөк подданыйы ҡатыны Мария Рафаиловна Ксантопорсова. Был адреста торған йорттоң ҡайһы бер ҡоролмалары Паласовтыҡы булып иҫәпләнгән. 1860-сы йылдарҙа йорт титулярный советниктың тол ҡатыны Надежда Ивкова милкендә була. XIX быуат аҙағында йорттоң хужаһы алышына: Таганрог ҡалаһының шәхси маҡтаулы гражданины Василий Власович Скизерли йорт хужаһына әйләнә. Йорттоң бер аҙ өлөшө Рәсәй страховкалау һәм ҡул йөктәрен транспортлау йәмғиәте ихтыяждары өсөн файҙаланыла. Бинаның хаҡы — 12 мең һум. Йорт 1920 йылға тиклем Скизерли милкендә була[1]. 1992 йылда йорт архитектура һәйкәле тип таныла һәм закон менән һаҡлана[2].

Һүрәтләү

үҙгәртергә

Ике ҡатлы ҙур йорт таш нигеҙҙә тора. Йорт башына парапет ҡуйылған. Бинаның ал яғында йортто тамамлап торған акант япраҡтары менән биҙәлгән фризлы кәрниз. Өс мөйөшлө һәм нурҙар рәүешендәге сандриктар һәм филенкалар тәҙрәләр өҫтөндә тора. Йорттоң бәләкәй ҡапҡаһы өҫтөндә таш арка, ә ҙур ҡапҡа ярым колонналар менән биҙәп эшләнгән[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Гаврюшкин О. П. Г12 «По старой Греческой…» (Хроника обывательской жизни) — Т.: ООО «Издательство „Лукоморье“», 2012. — 514 с.
  2. Жилой дом 2017 йыл 12 март архивланған.
  3. Энциклопедия Таганрога