Скворцов йорто (Вологда)
Скворцов йорто — Вологда өлкәһе Вологда ҡалаһының Благовещенская урамындағы (1991 йылға тиклем - Клара Цеткин урамы) XIX быуаттың ике ҡатлы торлаҡ йорто. Әлеге ваҡытта йорт тәрбиәләп тороу буйынса ауыр йөк менән шәхси милеккә тапшырылған.
Скворцов йорто | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Вологда |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | лесоматериалы[d] |
Архитектура стиле | Ағастан йорттар төҙөү |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Вологодская область/Вологда[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | Благовещенская улица, 23 |
Скворцов йорто Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәАрхитектура тикшеренеүселәре билдәләүе буйынса айырым йорттоң беренсе ҡаты XIX быуаттың башына ҡарай. Икенсе ҡаты күпкә һуңыраҡ төҙөлә һәм XIX - XX быуаттар сиктәрендә Рәсәйҙә киң ҡулланылған модерн стиленә ҡарай[2][3].
1918 йылдан, яйлап совет власы урынлаштырылыу менән, айырым йортта керәндилдәр бешереү буйынса икмәкхана урынлаша. Һуңғы совет осоронда йорттоң түбәнге ҡатын туристик контора биләй, ә өҫкө ҡатында кешеләр йәшәй[4].
Архитектураһы
үҙгәртергәЙорттоң беренсе ҡаты таштан, ә икенсе ҡаты — ағастан, бинаның тәҙрәләрендә Вологдала бер урында ла осрамаған үҙенсәлекле киң семәрле тәҙрә ҡапҡастары ҡуйылған. Айырым йорттоң декоры модерн элементтарынан ғибәрәт[5]. Аҫҡы ҡатында шулай уҡ тәҙрә ҡапҡастары, тәҙрә тупһалары сығынтылары һәм мөйөштәренең горизонталь рустары бар. Йортто кәрниз һәм традицион һыр менән фриз ослай[6].
1995 йылдың 20 февралендә Рәсәй Федерацияһы Президентының №176 Указы менән был йорт федераль әһәмиәттәге архитектура ҡомартҡыһы исеменә индерелә. 2013 йылда ҡала властары айырым йортто реставрациялауға ете миллион һумдан күберәк аҡса бүлә. Ҡоролма тейешле ҡиәфәткә килтерелә һәм яңы буяуҙар менән тарих һөйөүселәрҙе һәм туристарҙы йәлеп итә.
Хәҙерге торошо
үҙгәртергә2017 йылда муниципаль аукциондан 17 миллион һумға һатыла. Яңы хужа, медицина үҙәге, федераль әһәмиәттәге архитектура ҡомартҡыһын һаҡлау буйынса бурысты үҙ өҫтөнә ала. Объектты нисек булған шул ҡиәфәттә һаҡлау, фасады, ҡыйығы, конструкция элементтары — хужалар боҙорға тейеш булмаған нәмәләре.
Документтары
үҙгәртергәИҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Указ Президента РФ № 176 от 20.02.1995
- ↑ Еще один памятник культурного наследия в Вологде оказался в частных руках . Дата обращения: 14 ноябрь 2020.
- ↑ Перечень памятников - Официальный сайт Администрации города Вологды . Дата обращения: 14 ноябрь 2020. 2020 йыл 14 ноябрь архивланған.
- ↑ Дом Скворцова (Соколова) - Вологда . Дата обращения: 14 ноябрь 2020.
- ↑ Comments: (May. 17th, 2005 gudea). Дата обращения: 14 ноябрь 2020.
- ↑ Насон - История города Вологды - Градостроительная и художественная ценности застройки центра города . Дата обращения: 14 ноябрь 2020.