Сканда (Сканде) (груз. სკანდე), " Сканда " (სკანდა) тип тә атала, Грузияның Имерети төбәгендәге Тержола муниципалитетындағы ауыл.

Сканда
груз. სკანდე
Рәсем
Рәсми атамаһы სკანდე
Рәсми тел Грузин теле
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Тержольский муниципалитет[d]
Урын Имеретия[d]
Халыҡ һаны 434 кеше (2014)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 400 метр
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Сканда ауылы ҙур булмаған Чхари йылғаһы үҙәнендә Тержола ҡалаһынан 15 км төньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан.

Скандала һуңғы антик осор ҡомартҡыһы - емерелгән ҡәлғә ҡалдыҡтары һаҡлана. Көнсығыш Рим һәм Сәсәниҙәр империялары Лазицалағы конфликт ваҡытында ундағы шул нығытма өсөн талашҡан булған. Ҡәлғә 19-сы быуатҡа тиклем Имеретия батшалығы өсөн үҙенең әһәмиәтен юғалтмаған.

Сканда ҡәлғәһе

үҙгәртергә

Сканда ҡәлғәһе шул исемдәге ауылдан төньяҡтараҡ тора. Майҙаны 7000 м, бейеклеге 120 м. Батша һарайының көнсығыш фасады менән сиркәү диуары ғына һаҡланған, унда грузин телендәге яҙма күренә. Археологик йәһәттән 1949 һәм 1995 йылдарҙа тикшерелгән. Сканда комплексын Грузия хөкүмәте милли әһәмиәтле күсемһеҙ ҡомартҡылар исемлегенә индергән [1]

Милли халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 2014 йылда Скандала 434 кеше йәшәгән [2]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Gamkrelidze, Gela; Mindorashvili, Davit; Bragvadze, Zurab; Kvatsadze, Marine, eds. (2013). "სკანდა [Skanda]". ქართლის ცხოვრების ტოპოარქეოლოგიური ლექსიკონი [Topoarchaeological dictionary of Kartlis tskhovreba (The history of Georgia)] (PDF) (in Georgian) (1st ed.). Tbilisi: Georgian National Museum. pp. 488–483. ISBN 978-9941-15-896-4.
  2. Population Census 2014: Number of Population by Administrative-Territorial Units and sex". National Statistics Office of Georgia. Retrieved 13 October 2016.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Allen, William Edward David (1950). "Two Georgian Maps of the First Half of the Eighteenth Century". Imago Mundi. 10: 99–121. doi:10.1080/03085695308592037.
  • Braund, David (1994). Georgia in Antiquity: A History of Colchis and Transcaucasian Iberia, 550 BC–AD 562. Oxford: Oxford University Press. ISBN 0-19-814473-3.
  • Gamkrelidze, Gela; Mindorashvili, Davit; Bragvadze, Zurab; Kvatsadze, Marine, eds. (2013). "სკანდა [Skanda]". ქართლის ცხოვრების ტოპოარქეოლოგიური ლექსიკონი [Topoarchaeological dictionary of Kartlis tskhovreba (The history of Georgia)] (PDF) (in Georgian) (1st ed.). Tbilisi: Georgian National Museum. pp. 488–483. ISBN 978-9941-15-896-4.
  • Rayfield, Donald (2012). Edge of Empires: A History of Georgia. London: Reaktion Books. ISBN 1780230303.