Симфоник поэ́ма (нем. symphonische Dichtung) — сәнғәттә романтик идеяны юлаусы симфоник музыка жанры.

Симфоник поэма, симфония формаһынан айырмалы булараҡ, ғәҙәттә, бер циклдан ғына тора. Ул программалы музыканың төп жанры тип һанала. Был форма үҙендә ниндәйҙер идея һәм сюжет туплай. Ул йә махсус әҙәби текстта, йә иһә поэманың исемендә үк күрһәтелә. Уны, беренсе булып, Ф. Лист керетә (XIX быуат). Симфоник поэманың тематикаһы киң[1].

Көнйатыш илдәр һәм урыҫ композиторларынан был форманы Сен-Санс («Фаэтон»), П. Чайковский («Фатум»), A. Скрябин («Экстаз поэмаһы») үҫтерә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Гиззәтов К.Т. Ике китап. Икенсе китап.: Юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслек/ К.Т. Гиззәтов. - .Ҡазан. Мәғариф, 2006. -479 б.: ISBN 5-7761-1423-3