Симонович йорто (Таганрог)
Симонович йорто — мәҙәни мираҫ объекты , ул Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһы Чехов урамы,30-сы йортта урынлашҡан[1].Ростов өлкәһе Хакимиәте Башлығы Ҡарары (16.01.1995 йылдың 7-се һанлы) нигеҙендә һаҡланырға һәм реставрацияланырға тейеш[2].
Иҫтәлекле урын | |
Симонович йорто (Таганрог)
Симонович йорто | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Таганрог, Чехов урамы (, 30 |
Төҙөүсе | сауҙагәр Чиликин |
Нигеҙләнгән | XIX быуаттың икенсе яртыһы |
Статус | мәҙәни мираҫ объекты |
Бөгөнгө хәле | реставрация талап ителә |
Симонович йорто Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергәСауҙагәр Чиликин 1850 йылдарҙа ҡаланың Чехов урамында 30 -сы номер аҫтындағы йортто төҙөгән. 1890-сы йылдарға тиклем йорт уның милке була, ә Чиликин һуңынан өйҙө ростов саүҙагәре Макус Гордонға һата. 1906 йылда йорттоң хужаһы Логачевҡа алышына. 1915-1918 йылдарҙа йорт Симонович ҡулына күсә һәм үҙенең тарихи исемен уның хөрмәтенә ала. Был йортта Симонович үҙе йәшәмәй, ул йортто Округ полицияһы идаралығына ҡуртымға (арендаға) бирә. Бинаның бер өлөшөндә ер эштәре комитеты урынлаша. XXI быуатта был йортта типография эшләй.
Һүрәтләү
үҙгәртергәЙорт ике ҡатлы, таштан төҙөлгән. Селтәрле ҡыйыҡ ҡуйылған ҡунаҡ күтәрмәһе йорттоң бер яҡ ситендә урынлашҡан. Йорт мөйөшө әҙерәк түңәрәкләнгән формала, уның өҫтөндә үҙенсәлекле фронтон бар. Тәҙрәләр өҫтө төрлө декор элементтары менән биҙәлгән.