Эҫем тар колеялы тимер юлы

Башҡортостандың Нуриман районындағы тимер юл

Эҫем тар колеялы тимер юлы  —  Башҡортостан Республикаһының  Нуриман районында  Яманйылға тар колеялы тимер юлынан көньяҡтараҡ урынлашҡан ағас ташыу тимер юлы. Элек тимер юл буйында урман ауылдары булған: Аҡманай 10 км, Эҫем 16 км, Берёзовка 18 км һәм башҡалар. Тар колеялы тимер юл бөтә оҙонлоғонда  ауыр хәрәкәт составы йөрөүгә  яраҡлы була.  Ағас ташыу 1980-се  йылдарҙа уҡ туҡталһа ла,  1999  йылға  ул эшләп тора әле. Унда хәрәкәт иткән ТУ6А тепловозында урындағы халыҡ бесәнгә йөрөй. Тимер юлда шулай уҡ мотодрезиналар ҙа хәрәкәт итә. 2001 йылдан 2006 йылға тиклем арауыҡта ул тулыһынса юҡҡа сыға.

Эҫем тар колеялы тимер юлы
Нигеҙләү датаһы 1951
Дәүләт  Рәсәй
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1999
Ширина колеи 750 мм[d]
Оҙонлоҡ 50 km
Ҡулланыу статусы выведено из эксплуатации[d]

Станциялары һәм тораҡ пункттары

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә