Сигнахи ҡәлғәһе
Викидатала элемент тултырылмаған |
Сигнахи ҡәлғәһе - (груз. სიღნაღის ციხე-გალავანი) — Грузияның көнсығыш өлөшөндәге бәләкәй генә Сигнахи ҡала биләмәһендәге ҡәлғә, Кахетия төбәгенә инә.
Тарихы
үҙгәртергәСигнахи ҡалаһының ҡасан төҙөлә башлағаны теүәл генә билдәле түгел.
Риүәйәттәр буйынса, был торамаға нигеҙҙе XVII быуатта Ираклий II батша һалған. Ул уҡ нығытма төҙөткән. XVIII быуатта уны артабан ҙурайтыр өсөн батша әрмәндәрҙе саҡырып килтергән. Ҡала иһә ошо нығытма нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Ул бик уңайлы урынлашҡан булған, уның аша төрлө яҡтан сауҙа юлдары килеп тоташҡан. Шулай итеп, ҡала нығытманан ситкә барып сыҡҡан. Бында башлыса сауҙагәрҙәр һәм кәсепселәр йәшәгән [1]
Сигнахи ҡәлғәһенең тауҙа урынлашыуы һәм уның нығытма менән уратып алыныуы илбаҫарҙарҙан һаҡланыр өсөн хеҙмәт иткәнлеген күрһәтә. Риүәйәттәр буйынса, ул бик күп һөжүмдәрҙе кире ҡаҡҡан. Әйткәндәй, ҡала атамаһы - боронғо төрки һүҙе, «бункер» йәки «буй етмәҫлек» тигән мәғәнә бирә [2].
Нығытма диуарҙары Грузия территорияһында берҙән-бер боронғо, диуарҙары баштағы килеш һаҡланып ҡалған ҡомартҡы. Диуарҙарының дөйөм оҙонлоғо 4,5 километр тәшкил итә, 23 ҡарауыл башняһы бар. Ҡәлғә ҡапҡаһы арка рәүешендә бик матур итеп эшләнгән. Эстән эшләнгән баҫҡыстарҙан диуарҙар өҫтөнә менеп була - бынан Алазань үҙәне ус төбөндәге кеүек күренеп тора [3]..
Ҡәлғәгә Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡыһы статусы бирелгән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Список недвижимых памятников культуры национального значенияილია ჭავჭავაძის სახლ-მუზეუმი (საგურამო)