Сибер Сибель
Сибель Сибер (тыуғандағы фамилияһы Ададемир; 1960 йылдың 13 декабрендә тыуған) Төркиә тарафынан ғына танылған Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы сәйәсмәне. 2013 йылдың июненән сентябренә тиклем ТКТР-ның премьер-министры вазифаһын биләй, ул был вазифаны 11 йыл буйы биләгән беренсе ҡатын-ҡыҙ була. Шулай уҡ 2013 йылда 2018 йылдарҙа ТКТР ассамблеяһы рәйесе була[1] Ҡалып:As of. Сибер был вазифаны биләгән Фатьма Экеноглунан ҡала икенсе ҡатын-ҡыҙ була.[2]
Сибер Сибель | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Төньяҡ Кипр Төрөк Йөмһүриәте |
Тыуған көнө | 13 декабрь 1960 (63 йәш) |
Тыуған урыны | Никосия, Никосия[d], Кипр Республикаһы |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, табип |
Биләгән вазифаһы | Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы премьер-министры[d] |
Уҡыу йорто | Истанбул университеты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Республиканская турецкая партия[d] |
Сибер Сибель Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергә1960 йылдың 13 декабрендә Никосияла тыуа[3]. Атаһы, Алтай Ададемир, Мелусейа тораҡ пунктында башланғыс кластар уҡытыусыһы, ә әсәһе Айсель Клавдий ауылынан йорт хужабикәһе була. Атаһын төрлө мәктәптәргә уҡытыусы итеп ебәреүҙәре сәбәпле, ғаиләгә даими рәүештә бер урындан икенсеһенә күсенеп йөрөргә тура килә[4].
16 йәшендә Сибель Истанбул университетының медицина факультетына уҡырға инә, был осорҙа студенттар ҡатнашлығындағы сәйәси инциденттарҙың иң юғары нөктәһе була. 1983 йылда университетты тамамлай, табип квалификацияһын ала[5][6]. 1987 йылда ул эске ауырыуҙар буйынса махсуслашҡан табип дипломын ала, практикаһын Шишли Этфаль госпиталендә үтә. Уҡыуын тамамлағандан һуң Кипрҙа һәм шәхси практикала эшләй. 1989 йылда Виргиния университетында диабет һәм эндокринологияны өйрәнә[5].
1983 йылда гәзиттә Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһының һаулыҡ һаҡлау системаһын тәнҡитләгән мәҡәлә баҫтырып сығара.
2015 йылда Төньяҡ Кипрҙа президент һайлауҙарында ҡатнаша, әммә йыйылған тауыштар һаны буйынса Дервиш Эроғлу һәм Мостафа Аҡынджиҙан ҡала 3-сө урынды биләй.
Шәхси тормошо
үҙгәртергә1984 йылда уролог Рыфат Сиберға кейәүгә сыға. 1985 йылда ҡыҙҙары Сюмер тыуа.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Turkish Cyprus to see first female prime minister - World News . Hürriyet Daily News. Дата обращения: 26 декабрь 2018. Архивировано 27 декабрь 2018 года.
- ↑ Архивированная копия . Дата обращения: 6 ғинуар 2019. Архивировано из оригинала 6 декабрь 2013 года.
- ↑ KKTC’ye 2 aylığına kadın başbakan . Hürriyet (12 июнь 2013). Дата обращения: 8 ноябрь 2015. Архивировано 30 август 2017 года.
- ↑ KKTC Cumhurbaşkanı Adayı Dr. Sibel Siber: Kendi Kalemimden Ben (билдәһеҙ). Caucasus Businessmen Association. Дата обращения: 8 ноябрь 2015. Архивировано 8 ноябрь 2015 года.
- ↑ 5,0 5,1 Sibel Siber kimdir? (билдәһеҙ). Yeni Düzen (13 июнь 2013). Дата обращения: 8 ноябрь 2015. Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ İstanbul University, Cerrahpaşa Medical Faculty Graduates from Turkish Program . Cerrahpaşa Medical Faculty. Дата обращения: 8 ноябрь 2015. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года.