Сепрәк (хикәйә)
Сепрәк — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1885 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1885 йылдың 2 декабрендә «Петербург газета»һының 331-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫыла.
Сепрәк | |
Жанр | |
---|---|
Автор | |
Төп нөхсә теле |
русса |
Ижат ителгән ваҡыты | |
Тәүге тапғып нәшер ителгән | |
Баҫмалар
үҙгәртергәА. П. Чеховтың «Сепрәк» хикәйәһе 1885 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1885 йылдың 2 декабрендә «Петербург газета»һының 331-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫыла. Был хикәйә яҙыусының А. Ф. Маркс нәшер итәсәк әҫәрҙәр йыйылмаһына индерелергә тәғәйенләнмәгән була.
Сюжет
үҙгәртергәХикәйәләге ваҡиға провинциялағы бер ҡалала бара. Бер кисте фабрикант Блудыхин йортона табан провинцияның «Гусиный вестник» гәзите сәркәтибе Пантелей Диомидыч Кокин йүнәлә. Блудыхин йортонда был кистә һөйәрмәндәр спектакле күрһәтелә, унан һуң бейеү һәм киске аш була.
Кокин үҙен залда бик нәзәкәтле тотасағы, шунлыҡтан ундағы ханымдар һәм кавалерҙар уға иғтибар итәсәге, унда нисек Клавдия Васильевнаны осратасағы, ханымдың Кокинға монументҡа ҡараған кеүек ҡараясағы һәм киске аштан һуң өйөнә оҙаттырып ҡуйыуҙы һораясағы тураһында хыяллана.
Фабрикант өйөнә килеп еткәс, сәркәтип лакейға тунын сисеп бирә һәм үҙенең редакциянан килгәнлеге тураһында әйтә. Уның был һүҙҙәре киреһенсә эште боҙоп ебәрә — юғары ҡаттан кемдер: «Ярамай! ярамай! Индермәҫкә! Индермәҫкә!» - тип ҡысҡыра.
Кокин был һүҙҙәрҙең уға әйтелгәнен аңламайса, аяғы менән тупһаға баҫа, ләкин уға юлды ҡаплайҙар. Блудыхиндың үҙе Кокинды өйгә индермәҫкә ҡушыуы асыҡлана. Уға бары тик билет һатып алып инергә генә рөхсәт ителә, әммә сәркәтиптең үҙе менән аҡсаһы булмай. Уға өйгә инергә рөхсәт итәләр, тик залға инергә рөхсәт ителмәй.
Антракт ваҡытында Кокинға Блудыхин менән һөйләшергә форсат табыла. Фабриканттың ҡәнәғәтһеҙлек күрһәтеүенең сәбәбе асыла. Булдыхин: «Һеҙҙең гәзиттең һуңғы һанында бик шәп мәҡәлә сыҡты… бик шәәәп! «Юдифь и Олоферн» спектаклендә минең ҡыҙым ҡатнашты. Ундағы йәнле картинаны һүрәтләгәндә гәзитегеҙҙә әллә нимәләр яҙылып бөткән. Юдифь ҡулындағы ҡылыс шул тиклем оҙон, уның менән йә бик йыраҡтан, йә булмаһа йорт ҡыйығына менеп кенә дошманды һуйып булыр ине... Нимәгә бында ул ҡыйыҡ? Минең ҡыҙым уҡып сыҡҡас… илап ебәрҙе! Әфәнделәр, был тәнҡит түгел! Юҡ-юҡ, был тәнҡит түгел! Был шәхестәр! Мәҡәләне яҙған кеше мине юҡҡа сығарыу өсөн был мәҡәләне яҙған…».
Кокин менән һөйләшкәндә Булдыхин уның бары тик сәркәтип икәнен асыҡлай, ә мәҡәләне «Гусиный вестник» гәзитенең мөхәррире яҙғанлығын белә һәм ул Кокинды залға алып китә. Улар залға китеп барғанда Булдыхинға әле генә генерал килеүе тураһында әйтәләр. Кокинды ярты юлда ташлап, Булдыхин генералды ҡаршы алырға йүгерә. Кокин зал ишегенә килә, ләкин Блудыхин уның тураһында бер кемгә лә бер ни ҙә әйтеп өлгөрмәгәнлектән, Кокинды залға индермәйҙәр. Кокинға өйөнә ҡайтып китергә тура килә, «уға шул тиклем оят һәм ерәнес була».
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Чехов А. П. Тряпка// Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
- Dictionnaire Tchekhov, page 52, Françoise Darnal-Lesné, Édition L’Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
- Œuvres de A.Tchekhov 1885 — La Chiffe, traduit par Madeleine Durand et Édouard Parayre, Les Éditeurs Français Réunis, 1955, numéro d’éditeur 431.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Чехов А. П. Тряпка 2017 йыл 8 май архивланған.. Оригинальный русский текст