Семикаракорск ҡәлғәһе

Семикаракорск ҡәлғәһе — Ростов өлкәһе Семикаракорск ҡалаһы янындағы урта быуаттарҙағы боронғо хазар ҡәлғәһе. Семикаракорск ҡаласыҡ-ҡәлғәһе тимер быуаттың салтова-маяҡ археологик мәҙәниәтенә ҡарай.

Иҫтәлекле урын
Семикаракорск ҡәлғәһе
Ил Рәсәй
Урыны Семикаракорск Ростов өлкәһе

Ростов өлкәһе Семикаракорск ҡалаһы янындағы урта быуаттарҙың боронғо хазар ҡәлғәһе VIII быуат аҙағында-IХ быуат башында төҙөлгән. Ул Семикаракорск ҡалаһы янындағы убалы утрауҙа тора. Ҡәлғәнең сиктәре булып Сал йылғаһы һәм бәләкәй генә йылғалар, һыу тармаҡтары һәм ҡылымдары Сусат һәм Салак тора.

Уның майҙаны ҡарғауыл Маяҡ ҡәлғәһенән дүрт тапҡырға артыҡ. Түбәнге Донда хазар ҡағанатының ставкаһы булған.

1971-1974 йылдарҙа ҡәлғә районында археологик ҡаҙыныуҙар үткәрелә. Улар шуны күрһәтә: ҡәлғә «квадрат квадрат» системаһы буйынса төҙөлгән, ҡәлғәнең дөйөм үлсәме 215 х 200 метр һәм эсендәге цитаделдең үлсәме 80 х 85 метртәшкил иткән. Ҡала-ҡәлғә сауҙа өсөн бик ҙур әһәмиәткә лә эйә булған.

Алты метр бейеклектәге ҡәлғә стеналарының оҙонлоғо бер километрға тиерлек һуҙылған һәм Хазар ҡағанатының шундай ҡәлғә төҙөрлөк хәлен, аҡсаһын һәм көсөн белдереүсе «визит карточкаһы» булып торған. Ҡәлғә стеналарын һәм цитадель төҙөүгә 2 млн дана кирбес киткән.

Төҙөлөш материалы сифатында юғары сифатлы яндырылмаған кирбес файҙаланылған. Кирбестәрҙең үлсәме 25 х 25 х 5 см. Ҡәлғә стеналары ҡалдыҡтарының бейеклеге бер метрға яҡын, ә стеналар эсенә индерелеп һалынған төп донжон башняһының стена бейеклеге ике метр самаһы. Ҡәлғә стеналарының максималь бейеклеге 5-6 метрға етеүе мөмкин. Тәүҙә археологтар ҡәлғә эсендәге йорттар ҙа яндырылмаған кирбестән һалынған булған тип уйлаған.Һуңынан асыҡланыуынса, йорттар барыһы ла яндырылған кирбестән булып сыҡҡан. Шунлыҡтан был ҡәлғә кағандар өсөн һалынған тип фаразлана, сөнки ул ваҡытта бары ҡағандар ғына кирбес йорттарҙа йәшәгән.

2011 йыл ҡаласыҡты өйрәнеү менән тарих фәндәре кандидаты Ирина Аржанцева етәкселегендә Н. Н. Миклухо-Маклай исемендәге Рәсәй фәндәр академияһының этнология һәм антропология институты археологтары шөғөлләнгән.

  • С. А. Плетнева. Хазары. Москва, «Наука», 1976 г.
  • М. И. Артамонов. История хазар. // Л.: Изд-во Гос. Эрмитажа, 1962. 523 с.
  • В. Флерова. Ненашенские письмена // Родина. — N.3-4, 1997. — С. 24-27.

Һылтанмалар

үҙгәртергә