Семенов ҡәлғәһе
Семенов ҡәлғәһе — оборона ҡоролмалары, улар XVII аҙағында — ХVIII быуат башында Ростов өлкәһе Миус йылғаһы тамағында урынлашҡан[1].
Ҡәлғә | |
Семенов ҡәлғәһе
| |
Ил | Рәсәй |
Урыны | Ростов өлкәһе , Миюс йылғаһы тамағы |
Беренсе тапҡыр | XVII быуат аҙағы |
Нигеҙләнгән | 1698 йыл |
Бөгөнгө хәле | емерелгән |
Тарих
үҙгәртергәБилдәле булыуынса, 1674 йылдың көҙөндә Мәскәүҙән Донға воевода, кенәз П. И. Хованский-Змей ҡәлғә төҙөү өсөн Миюс йылғаһына ебәрелә. Ул ваҡытта был идеяны тормошҡа ашырып булмай, сөнки ҡәлғә төҙөр өсөн ҡулайлы урын таба алмайҙар[2]. Һуңыраҡ ҡәлғә төҙөлгән һәм 1698 йылда Миюс исеме аҫтында билдәле булған. Һуңыраҡ ҡәлғә Семенов ҡәлғәһе исемен алған.
Ҡоролма дөрөҫ булмаған дүртмөйөш формалы 4 бастион һәм 2 ярым бастионлы булған. Ҡапҡаны дала яғынан ярым бастион һаҡлаған . Уның бейеклеге 3,5 метр булып, тәрәнлеге 2 метр тәшкил иткән, ә киңлеге 6 метр. Майҙаны — 600х500 метр ҙурлыҡта булған.
1699 йылда гарнизонда 421 кеше иҫәпләнә, улар араһында копейщиктар, рейтарҙар һәм һалдаттар булған. Шул уҡ ваҡытта ҡәлғәлә казактар күренә башлаған: улар үткенсе сауҙагәр караптарын тикшергәндәр 1711 йылда ҡәлғә өлөшләтә емерелгән була.
XХI быуатта был ҡәлғә һыҙаты Миус лиманынан ҡарағанда яҡшы күренеп торған. Яр буйы һыҙығы ҡәлғәләре һыу менән йыуылған. Ваҡыт-ваҡыт ҡәлғәнең элекке территорияһында археологик тикшеренеүҙәр үткәрелә. Тикшереү барышында керамика һәм тәмәке тартыу өсөн төрөпкә табылған[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Новочеркасск. Энциклопедия. — Новочеркасск: ООО «Издательство Новопринт»,2005. — 720 с. 1257 ил. — С.353
- ↑ Славянская энциклопедия: XVII век в 2-х томах. Н-Я. Том 2 Авторы: Владимир Вольфович Богуславский. С. 307
- ↑ Семёновская крепость
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Семёновская крепость 2017 йыл 26 март архивланған.