Сельфидже Чиу (алб. Selfixhe Ciu, ҡыҙ сағында Selfixhe Broja , псевдонимы Kolombja ; 1918, Гирокастра (Албания)- 2003, Tирана ) - албан яҙыусыһы һәм тәржемәсеһе. Ул Албанияла әҫәрҙәрен баҫтырған, албанса яҙған ҡатын-ҡыҙҙарҙан тәүге булған. 1935 йылдың 28 ноябрендә, уға 17 генә йәш сағында, Сельфидже Чиу Коломбья( Kolombja) тигән исем менән "Populli" тигән гәзиттә шиғырын баҫтырып сығар[1] .

Сельфидже Чиу
алб. Selfixhe Ciu
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Албания
Тыуған көнө 31 март 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})
Тыуған урыны Гирокастра[d], Албания
Вафат булған көнө 22 август 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Тирана, Албания
Һөнәр төрө яҙыусы, тәржемәсе

Биографияһы

үҙгәртергә

Сельфидже Чиу Албанияның көньяҡғында - Гирокастра ҡалаһында 1918 йылда тыуған. Чиу албан ҡатын-ҡыҙҙарҙан роман яҙған тәүге яҙыусы Кокалари Мусине менән дуҫлашып китә.

Сельфидже 1930-сы йылдар албан яҙыусылары когортаһына инә. Билдәле булыуынса, 1930-сы йылдарҙа Албанияла бығаса осрамағанса социаль һәм сәйәси сыуалыштар хөкөм һөрә. Ләкин әҙәбиәттә яңырыу 1939 йылда Албанияны Италия баҫып алыу һәм Икенсе донъя һуғышы башланыу менән һүнеп ҡала. Йәш әҙәбиәтселәрҙең күбеһе шымып ҡала, кемдәрҙер төрмәгә эләгә; берәүҙәре тыуған ерен ташлап китә.

Ул Флоренцияла уҡып йөрөгәндә, 1939 йылда итальяндар Албанияға һөжүм итә. Сельфидже ире Джемаль Броя менән бергә тыуған иленә ҡайта, Шкодрала бергәләп китап магазиндары асып ебәрәләр.Сельфидже Албания Хеҙмәт партияһы сафына инә (Албания Коммунистар партияһы), 1942 йылдың 22 февралендә рөхсәтһеҙ антифашистик демонстрация ойоштороусыларҙың береһе була. Бының өсөн ул ҡулға алына һәм үлем язаһына хөкөм ителә, әммә һуңынан уны сығаралар. Икенсе донъя һуғышынан һуң, 1947 йылда, уны төрмәләгә ябалар, тик һуңынан илдән сығарып ебәрәләр. Уның ире Броя Джемаль дә бергә китә.

1998 йылда Чиу үҙенең «Тормош елдәре» (ингл.  Winds of life) тигән китабында мемуарҙарын, төрлө йылдарҙа сыҡҡан башҡа әҫәрҙәрен баҫтырып сығара.

Ул 2003 йылда вафат була [2]

Һылтанмалар

үҙгәртергә