Седир (утрау)
Седир (Сехир; төр. SedirSedir) — Төркиәнең көньяҡ-көнбайышындағы Эгей диңгеҙенең Геков ҡултығында урынлашҡан ҙур булмаған утрау. Мугла провинцияһының Ула районы составына ҡарай. Шулай уҡ рәсми булмаған «Клеопатра урауы» исемен дә йөрөтә.
Седир | |
---|---|
төр. Sedir | |
Урынлашыуы | |
36°59′35″ с. ш. 28°12′22″ в. д.HGЯO | |
Акватория | Эгей диңгеҙе |
[[ Төркиә|Регион административ бүленеше]] | Мугла |
Седир Викимилектә |
Утрау үҙенең һирәк осрай торған ҡырсынлы алтын ҡомлоғо менән билдәле. Урындағы гидтар һөйләгән легенда буйынса, был үҙенсәлекле ҡом Клеопатра өсөн Мысырҙан күп ишкәкле хәрби кәмәләрҙә махсус килтерелгән. Клеопатра, йәнәһе лә, үҙенең һөйгәне Марк Антоний менән ошо утрауҙа осраша була. Ҡомлоҡтоң һәр бөртөгө — идеаль сфераға тиң тип әйтерлек. Ҡомлоҡ Төркиәнең Мәҙәниәт министрлығы тарафынан милли ҡаҙаныш булараҡ һаҡлана, шуға күрә бында аяҡ кейемендә инеү, үҙең менән таҫтамал алыу һәм тәмәке тартыу тыйыла. Ҡырсын ҡомлоҡтан сыҡмаһын өсөн, сығыр урында сөсө һыулы душ ҡуйылған[1]. Ҡомлоҡҡа инеү түләүле. Ташбюкю утрауына тиклем һәр 30 минут һайын туристик кәмәләр йөрөп тора[2].
Ҡомлоҡтан тыш, утрауҙа Кедраи боронға ҡаланың емереклектәре лә бар. Иң боронғо ҡоролмаларҙан ғибәҙәтхана, амфитеатр һәм данлыҡлы кешеләрҙең зыяраты һаҡланып ҡалған. Кедраи тигән атама грек теленән тәржемә иткәндә кедр тигәнде аңлатһа ла, ысынында иһә бында кедр ағасы үҫкәнме, юҡмы икәне билдәһеҙ. Ҡала диуар менән уратып алынған була. Һаҡланып ҡалған башнялары һәм диуарҙары ҡаланың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Аполлон ғибәҙәтханаһы дорик стилдә төҙөлгән. Боронғо ҡаланың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан амфитеатр тап төньяҡҡа йүнәлтелгән. Пелопонесс һуғышы ваҡытында Афина яғында булған Кедраи ҡалаһын спарта хәрби ғәскәрҙәре башлығы Лисандр баҫып ала, ә уның халҡы ҡоллоҡҡа эләгә. Был ваҡиғаларҙы тарихсыһы Ксенофонт ентекле һүрәтләп, Кедраи халҡының ярым ҡырағай һәм ҡанһыҙ булыуын билдәләй[3].
Галерея
үҙгәртергә-
Клеопатра ҡомлоғондағы ҡырсын
-
Утрау яғынан ҡултыҡ күренеше
-
Клеопатра ҡомлоғо
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Острова Турции: солярий на яхте, пляж Клеопатры и «спагеты» // segodnya.ua
- ↑ Турция.
- ↑ Tourism Directorate of Muğla Governorship. General information on Sedir Island, Muğla . Дата обращения: 31 март 2009.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Forbes.com. Cleopatra's Beach in Sedir Island, Turkey . Дата обращения: 31 март 2009. Архивировано 30 июль 2012 года.
- Marmaristown.com. About Cleopatra Island . Дата обращения: 11 февраль 2012. 2013 йыл 28 ғинуар архивланған.