Себер ботаника баҡсаһы

Cебер ботаника баҡсаһы — Урал аръяғындағы беренсе һәм оҙаҡ ваҡыт дауамында иң ҙур булған ботаника баҡсаһы. Томск дәүләт университеты (ТДУ) бүлеге.

Себер ботаника баҡсаһы
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1880
Дәүләт Flag of the Russian Empire (black-yellow-white).svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Томск ҡалаһы
Commons-logo.svg Себер ботаника баҡсаһы Викимилектә

Баҡсаның майҙаны 126,5 гектар, шуның:

- 10 гектары — парк ҡурсаулығы, шул иҫәптән оранжерея-теплица комплексы (Университет сауҡалығында)

- 116,5 гектары — экосистемалы дендрологик биләмә (Мокрушинский бииҫтәһе — Энергетик биҫтәһе — Степановка районында).

Томск дәүләт университетының Себер ботаника баҡсаһы үҫемлектәре фондында яҡынса 8000 төр, форма һәм сорт иҫәпләнә, уларҙан 4000 тирәһе төр субтропик һәм тропик үҫемлектәр баҡсаһы оранжереяһында урынлашҡан. Асыҡ ерҙә 773 төр һәм сорт асыҡ тупраҡта үҫә торған декоратив ағастар һәм ҡыуаҡлылар, 2391 төр декоратив үләндәр, 358 төр дарыу үләндәре, 359 төр емеш-еләк, 536 төр мал аҙығы, 475 төр йәшелсә, Томск өлкәһе флораһынан юҡҡа сыҡҡан һәм һирәк осраған 335 төр һәм төр өлгөләре үҫә. Үҙәк оранжерея бейеклеге 31 м — был донъяла иң бейек оранжереяларҙың береһе[1].

Төп оранжерея. 2009 йылда төшөрөлгән

ТарихыҮҙгәртергә

1875 йылда Көнбайыш Себерҙең граждандар уҡыу йорттары менән идара итеү буйынса Баш Идаралығынан Томск губернаторына Себер университетын төҙөү өсөн урын һайларға кәрәклеге һәм университет ботаника баҡсаһы өсөн урын бүлергә кәрәклеге тураһында күрһәтмә килә. 1880 йылдың йәйендә В. М. Флоринский һәм баҡсасы М. А. Шестаков тарафынан университеттың төп бинаһынан көньяҡтараҡ биләмә планлаштырыла, оранжерея участкаһы, питомниктар һәм башҡа ҡаралтылар билдәләнә. 1884—1885 йылдарҙа П. П. Наранович проекты буйынса теплицалар менән оранжереялар төҙөлә.

1885 йылдың 12 майында Ҡазан университетынан Томскка Себер университетының ғалим баҡсасыһы итеп тәғәйенләнгән П. Н. Крылов килә, уның тарафынан 60 төр үҫемлек алып киленә, күп өлөшө әҙ ғүмерле сәскә культураһы була. Биш дана 130—135 йәшлек ҡиммәтле төрҙәр: Бидвилл араукарияһы, Ховея Форстера пальмаһы, тамыр ебәреүсе фикус һәм башҡалар хәҙерге көнгә тиклем һаҡланған.

Университет асылыуға (1888 й.) баҡса 1,2 гектар майҙанда урынлашҡан була. 4 метр бейеклектә 473 м² майҙанда 3 бүлеге (тропик һәм ике субтропик) булған оранжереяһы, майҙаны 93 м² булған ике яҡлы теплицаһы була. Асыҡ тупраҡта дарыу, ағас, ҡыуаҡ һәм үлән үҫемлектәре коллекцияһы урынлашҡан була.

Баҡсаның беренсе етәкселәре: профессорҙар: С. И. Коржинский (1888—1892), Э. Г. Салищев (1893), В. В. Сапожников (1893—1924), П. Н. Крылов (1924—1928), Б. К. Шишкин (1930).

1938 йылдың июненән 1949 йылға тиклем . А. Д. Бейкина [Томск дәүләт университеты ботаника баҡсаһының директоры була.

1935 йылда баҡсаға эксперименталь хужалыҡ өсөн 67,4 гектар ер бирелә, 1936 йылда ул 90 гектарға тиклем арттырыла. 1945 йылдың 1 ғинуарынан баҡса ТДУ ҡарамағындағы үҙаллы ғилми учреждение статусын ала, 1960-сы йылдар аҙағында II категория бирелә.

1969 йылдан 2008 йылдың апреленә тиклем профессор В. А. Морякина Себер ботаника баҡсаһы директоры була. Был осорҙа СССР урта машиналар төҙөү министрлығының махсус төҙөлөш бүлеге көстәре менән (Себер химия комбинатының «Химстрой» тресы) тулыһынса металл конструкцияларҙан эшләнгән 15 м бейеклектәге тропик оранжерея (1971—1973), бейек оранжереялы (31 м) субтропик комплекс (1985—1988), Себер ботаника баҡсаһы комплексының Университет сауҡалығы биләмәһендәге төп биналары төҙөлә. Морякина төньяҡ шарттарында тропик һәм субтропик микроклимат оранжереялары булдырыу инициаторы һәм конструкторлыҡ идеяһы авторҙашы булып тора, проект төркөмөнә инә. Был уникаль комплекс фотоһүрәттәре Санкт-Петербургтың Аэродром урамындағы Минсредмаш учреждениеһы ведомство фотокүргәҙмәһендә ҡуйылған.

1980 йылға баҡсаның үҫемлек фондында оранжереяла һәм теплицала үрсетелгән 2767 төр, форма һәм сорт иҫәпләнә. Оранжереяларҙа 10 000-дән ашыу дана тропик һәм субтропик үҫемлектәр бар, ожмах бананы 10 метр, Бидвилл араукарияһы — 14 метр бейеклеккә етә

2004 йылда баҡса өлкә әһәмиәтендәге айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе тип иғлан ителә.

Хәҙерге заманҮҙгәртергә

Баҡсала масштаблы реконструкция әҙерләнә

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Сад // Томск от А до Я: Краткая энциклопедия города. / Под ред. д-ра ист. наук Н. М. Дмитриенко. — 1-е изд. — Томск: Изд-во НТЛ, 2004. — С. 302—303. — 440 с. — 3000 экз. — ISBN 5-89503-211-7.
  • Лапин П. И. Ботанические сады СССР — М.: Колос, 1984. — 216 б.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә