Сафина (Круговых) Наилә Файыҡ ҡыҙы

Викидатала элемент тултырылмаған

Сафина (Круговых) Наилә Файыҡ ҡыҙы (4 ноябрь 1963 йыл) — ғалим-патофизиолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2001).

Биографияһы

үҙгәртергә

Сафина (Круговых) Наилә Файыҡ ҡыҙы 1963 йылдың 4 ноябрендә БАССР‑ҙың Ишембай ҡалаһында тыуған. 1988 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. Шул йылда Ишембай үҙәк район дауаханаһында эш башлай. 1994—1998 йылдарҙа һәм 2001—2003 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт медицина институтында (2001 йылдан алып биология кафедраһы мөдире), 1998—1999 йылдарҙа Республика кардиология диспансерында эшләй. 2003 йылдан алып Мәскәүҙә эшләй.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни тикшеренеүҙәре экологик факторҙарҙың кеше һаулығына йоғонтоһо проблемаларына арналған. Сафина Наилә Файыҡ ҡыҙы тарафынан озондың ион гомеостазына тәьҫире үҙенсәлектәре, липидтарҙың перекислы окисланыуы, ҡанда фагоциттарҙың функциональ әүҙемлеге һәм башҡалар, тын алыу һәм йөрәк‑ҡан тамырҙары системаһы ағзалары ауырығанда биохимик процестар өйрәнелә. Наилә Файыҡ ҡыҙы антибиотиктар ҡулланыу һөҙөмтәлелеген баһалау өсөн хемилюминесцент ысулын камиллаштыра. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм бер уйлап табыу авторы.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Экология и здоровье. М.; 2002 (авторҙаш).

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә
  • Медицина фәндәре докторы (2001)

Һылтанмалар

үҙгәртергә