Сауҙагәр Панченко йорто (Константиновск)

Сауҙагәр Панченко йортоРостов өлкәһенең Константиновск ҡалаһындағы йорт. 1910 йылда төҙөлгән, бинала Көнкүреш йорто урынлашҡан. Бина архитектура ҡомартҡыһы булып тора (31.12.2002 йылдың 124-се ҡарары).

Сауҙагәр Панченко йорто
Нигеҙләү датаһы 1910
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Константиновск[d]
Мираҫ статусы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта

Адресы: Ростов өлкәһе, Константиновск ҡалаһы, Карташов урамы, 35.

XIX быуат аҙағында — XX быуат башында Константиновск ҡалаһында күп биналар эклектика архитектура стилендә төҙөлгән. Был стиль бер үк бинала рококо, барокко, Ренессанс һәм модерн конструктив һәм декоратив формаларын берләштерә. Эклектика стилендә ҡоролған йорт өлгөһө булып сауҙагәр Панченконың ике ҡатлы кирбес йорто тора. Был йорт ҡатын-ҡыҙҙар реаль училищеһы өсөн 1910 йылда Ростовтың беренсе гильдиялы сауҙагәре, ҡағыҙ фабрикаһы һәм таш күмер руднигы хужаһы, Ростовтың почетлы гражданы Панченко Иван Степанович аҡсаһына төҙөлә[1], шунда уҡ аптека ла урынлаша.

Панченко Иван Степанович йәмәғәт эшмәкәре, Александр II һәйкәле буйынса Ростов ҡалаһы думаһы комитеты ағзаһы, Николаев ҡала дауаханаһы төҙөлөшө буйынса комитет ағзаһы, Ростов ҡалаһы думаһының күп йыллыҡ ағзаһы булып тора. Сауҙагәр аҡсаһына дауаханалар һәм сиркәүҙәр төҙөлә. Уның ҡатыны, Капитолина Семеновна, Дондағы Ростовта Екатерина ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһының хөрмәтле попечителе була.

Үҙ ваҡытында бинаның беренсе ҡатында Валентиновичтың склад һәм аптека магазины урынлаша, шулай уҡ бында медицина ярҙамы алырға мөмкин була. Йорттоң икенсе ҡатында ҡатын-ҡыҙҙар реаль училищеһы биләй.

Хәҙерге ваҡытта йортта көнкүреше йорто урынлашҡан. Өлкә инспекцияһының Баш идаралығының 2002 йылдың 31 декабрендәге 124-се бойороғона ярашлы, сауҙагәр Плотниковтың сауҙа йорто бинаһы төбәк әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡыһы тип таныла.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Сауҙагәр Плотниковтың ике ҡатлы кирбес йорто эклектика стилендә төҙөлгән. Бинаның ике ҡаты таш менән көпләнгән, ҡат ара кәрнизе, кәрнизде ослаусы пилястралар, сандрик менән тәҙрәләре бар[2]. Ике урам яғынан бинаға ике инеү урыны бар.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә