Сауҙагәр Кудрин йорто (Таганрог)
Сауҙагәр Кудрин йорто — Ростов өлкәһенеңТаганрог ҡалаһында Шмидт урамы, 10 адресы буйынса XIX быуаттың беренсе сирегендә төҙөлгән архитектура һәйкәле[1]. Күпселек сығанаҡтарҙа ул Кудриндар ғаиләһенең милке булараҡ иҫкә алына, әммә ҡайһы берҙәрендә Ремиҙарҙың күсемһеҙ милке тип билдәләнә[2].
Иҫтәлекле урын | |
Сауҙагәр Кудрин йорто (Таганрог)
Сауҙагәр Кудрин йорто | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Таганрог, Шмидт урамы, 10 |
Архитектура стиле | иртә классицизм |
Проект авторы | Дюпон де Ларю |
Нигеҙләнгән | XIX быуаттың беренсе сиреге |
Статус | архитектура ҡомартҡыһы |
Бөгөнгө хәле | ҡәнәғәтләнерлек |
Тарихы
үҙгәртергәОҙаҡ ваҡыт Таганрогтағы Шмидт урамы, 10 адресы буйынса урынлашҡан йорттоң хужалары Кудриндар ғаиләһе була. Йорт XIX быуаттың беренсе сирегендә архитектор Дюпон де Ларю таарфынан төҙөлә. Бина хужаһы II гильдия сауҙагәре Яков Кудрин була, ҡатыны — Доминика Авксентьевна. 1830 йылға ҡарата, ғаиләлә ете бала: 3 малай һәм 4 ҡыҙ тәрбиәләнеүе билдәле. 1830 йылдар аҙағында Яков Кудрин вафат булғандан һуң, ғаилә эштәре менән уның улы Гавриил етәкселек итә. Ғаилә металл деталдәр — беркеткес әйберҙәр һатыу менән шөғөлләнә. Шулай уҡ Кудриндар милкендә ағас һаҡланған складтар иҫәпләнә. Һуңынан, Гавриил Кудрин коммерция судында сауҙагәрҙәрҙең вәкиле була. Күпмелер ваҡыттан һуң Кудриндар ғаиләһенең Таганрогта эштәрен ҡалдырып, Харьковҡа күсенә. Әммә Гавриилдың бер туғаны — Антон Яковлевич Кудрин Харьковта юридик белем алғас, ҡабат Таганрогка ҡайта. 1864 йылда ул Ксаверия Иосифовна Яблуновскаяға өйләнә. Улдары Яков тыуа. Антон Яковлевич Кудрин 1901 йылда вафат була. Шмидт урамы, 10 адресындағы йорт уның вариҫтары Нина Кудрина менән Августина Поповаға ҡала. 1910 йылда йортта Коммерция училищеһы директоры Евгений Михайлович Гаршин йәшәүе мәғлүм[3].
1992 йылда бина урындағы әһәмиәттәге архитектура һәйкәле тип таныла[1]. 2003 йылда бында «Кораблик» балалар баҡсаһы[4] урынлаша.
Һүрәтләнеше
үҙгәртергәТанагрогтағы Шмидт урамы,10 адресы буйынса урынлашҡан йорт ярымподваллы бер ҡатлы бинана ғибәрәт. Ул иртә классицизм стилендә төҙөлә[2]. Фронтоны өс мөйөшлө һәм, архитекторҙың күҙаллағанса, ябайлаштырып эшләнгән ионий-коринфск стилендәге ике колонна һәм ике ярымколонна менән тотоп торола.
Колонна олононда вертикаль улаҡтар — каннелюралар эшләнгән. Төп ишек ҙур булмаған кәрниз менән биҙәлгән. Фасад биҙәлешен элек шартлы рәүештә өс өлөшкә бүлергә мөмкин булған. Үҙәк өлөш әүәләп эшләнгән һындар менән биҙәлгән ярымколонна менән айырыла. Фасадтың ҡабырға өлөштәре парлы ярымколонналар һәм дүрт мөйөшлө тәҙрәләр менән тирәсләнә. Ярымподвал ҡатының тәҙрәләре һәм уйымдары бар. Үҙгәртеп ҡорғандан һуң, ҡайһы бер архитектура деталдәре һәм элементтары юғалтыла
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Жилой дом//Объект культурного наследия 2017 йыл 12 март архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 Энциклопедия Таганрога
- ↑ Гаврюшкин О. П. Г12 «По старой Греческой…» (Хроника обывательской жизни) — Т.: ООО «Издательство „Лукоморье“», 2012. — 514 с.
- ↑ Дом 10 Шмидта улица 2017 йыл 12 март архивланған.