Сауҙагәр Воробьёв йорто

Сауҙагәр Воробьев йорто — Выборгта коммерция бүлмәләре менән торлаҡ йорт. Вокзал, Димитров һәм Ростов урамдары араһындағы өс мөйөшлө участканы биләй, биш ҡатлы архитектура ҡомартҡыһы исемлегенә индерелгән.

Сауҙагәр Воробьёв йорто
Нигеҙләү датаһы 1904
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Выборг
Урынлашҡан урамы Вокзальная улица[d]
Урын Вокзальная улица[d]
Архитектор Аллан Шульман[d] һәм Вяйнё Кейнянен[d]
Архитектура стиле национальный романтизм[d] һәм функционализм[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Список объектов культурного наследия в Выборге — адреса А-К[d]
Мираҫ статусы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d][1][2]
Указания, как добраться Вокзальная улица, 4 / улица Димитрова
Карта
 Сауҙагәр Воробьёв йорто Викимилектә

XX быуаттың башына Выборгтың иң уңышлы сауҙагәре һәм рус общинаһында билдәле хәйриәтсеһе Ф.П. Воробьев була. Ул Выборг вокзалынан алыҫ түгел өс мөйөшлө майҙанды ҡунаҡхана төҙөү өсөн һатып ала. Ҡунаҡахана бинаһының проектын Выборг архитекторы К.А.Шульман эшләй, бынан алда ул сауҙагәр Маркеловтың йортон проектлаған була[3].

 
Бинаның баштағы күренеше

Мансарда ҡаты менән 1904 йылда төҙөлгән өс ҡатлы бина формаһы буйынса төрлө тәҙрәләре менән төньяҡ модерн стилендә һәм фасадының бай декоры, матур осло ҡыйыҡлы күп һанлы эркерҙары, шулай уҡ шпилдәре менән ҙур булмаған мөйөш башнялары менән айырылып тора, шуларҙың икеһе вокзал бинаһына ҡараған мөйөш фасадында күтәрелеп тора.

 
Ҡунаҡхана рекламаһы

Тиҙҙән күрше участкала икенсе Выборг эшҡыуары Юхо Лаллукки заказы буйынса шул уҡ стилдәге йорт төҙөлә. Выборг сауҙагәрҙәре йорттарҙың фасадын биҙәү өсөн аҡса йәлләмәй, сөнки был уларҙың коммерция эшмәкәрлеге өсөн реклама була. Воробьев йортоноң төп бүлмәләрен төрлө хаҡ категорияһындағы 28 номерға «Рауха» (фин. Rauha «тыныслыҡ») ҡунаҡханаһы биләй. Беренсе ҡатта магазиндар һәм коммерция тәғәйенләнешендәге башҡа предприятиелар, ә икенсе ҡатта киң мөйөш балконда асыҡ веранда менән ресторан урынлаша.

1939 йылда ҡунаҡханаһы майҙанын киңәйтеү өсөн бина архитектор В.Кейянен проекты буйынса тулыһынса үҙгәртеп ҡорола. Йортто өҫтәп төҙөү барышында архитектор функционализм алымдарына мөрәжәғәт итә. Ысынында был фасадының һәм интерьерҙарының бай романтик биҙәктәренең юҡҡа сығыуына килтерә. Тикшеренеүселәр фекере буйынса, силуэтын ябайлаштырыу бинаның үҙенсәлеген юҡҡа сығара: киң тәҙрәле шыма штукатурланған аҡ фасадтың тура линиялары 1920 — 1930 йылдарҙағы фин архитектураһы өсөн типик. Бында йәшәүселәргә яңыртылған «Рауха» ҡунаҡханаһының 35 бүлмәһе, шулай уҡ «Иматра» йыһазландырылған бүлмәләр тәҡдим ителә.

Ҡунаҡхана сифатында бина совет-фин һуғышы (1939-1944) тамаланғанға тиклем ҡулланыла: хәрби ваҡытта зыян күргән ерҙәре йүнәтелә. Һуңғараҡ йорт һаулыҡ һаҡлау ведомствоһы учреждениелары һәм тимер юлсылар торлағы сифатында тимер юлдар ведомствоһына тапшырыла. 1962 йылдан ведомство дауаханаһы һәм поликлиникаһы Ленинград шоссеһындағы яңы төҙөлгән бинаға күскәндән һуң, Воробьевтың элекке йорто йәнә торлаҡ була, әммә тимер юлдар аптекаһы мөйөш бүлмәлә XXI быуаттың башына тиклем урынлаша. Бинаның беренсе ҡатының ҙур өлөшөн магазин һәм йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары биләй

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Список памятников истории и культуры Выборгского района
  2. Приказ Комитета по культуре Ленинградской области № 14 от 28.03.2006
  3. Аллан Шульман
  • Ю. А. Гусаров Выборг. Прошлое и настоящее урта быуаттарҙан ҡалған. Путеводитель. — СПб.: Паритет, 2017. — 320 б. — ISBN 978-5-93437-434-2.
  • Кепп Е.Е. Выборг. Художественные достопримечательности / Ред. О.В. Казаков. — Выборг: «Фантакт», 1992. — 200 с.
  • Мысько А.С. Архитектура Выборга разных эпох. Путешествия в прошлое. — СПб.: «Издательский центр «Остров», 2019. — 352 с. — ISBN 978-5-94500-136-7.
  • Фотографическая память. Выборг на фотографиях 1940-1960-х годов / Редколлегия: Волкова Л.Г., Мельнов А.В., Мошник Ю.И.. — Выборг: Выборгский объединённый музей-заповедник, 2020. — 144 с. — ISBN 978-5-91882-057-5.

Һылтанмалар

үҙгәртергә