Сауҙагәр Белов йорто

Төбәк архитектура ҡомартҡыһы

Сауҙагәр Белов йорто
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Тотьма
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Вологодская область/Тотьма[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1]
Указания, как добраться Белоусовская улица, 10
Карта
 Сауҙагәр Белов йорто Викимилектә

Сауҙагәр Белов йорто — Рәсәй Федерацияһы Вологда өлкәһенең Тотьма ҡалаһындағы ике ҡатлы торлаҡ йорт. ХХ быуат башында Вологда өлкәһе Тотьма ҡалаһының Белоусовский урамындағы ике ҡатлы айырым йорт төҙөлгән. Төбәк әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы. Әлеге ваҡытта ҡоролма ремонтланған һәм торлаҡ йорт сифатында ҡулланыла.

Эркерлы ағас бина ХХ быуаттың ағас архитектура ҡомартҡыһы булып тора, ул Тотьма ҡалаһындағы модерн стилендә төҙөлгән, үҙенә иғтибарҙы йәлеп итеп торған йорттарҙың береһе. 1979 йылда Белов йорто дәүләт һаҡлауы аҫтына алынған.

Матвей Белов, Тотьма сауҙагәре, был ҡоролманың беренсе хужаһы булып тора. Сауҙагәр бакалея, икмәк, тимер-томор, москательный тауарҙары менән һатыу иткән. Йорт хужаһының ҡалала бер нисә перәник һәм керәндил һатыу йорттары булған.

1917 йылдағы Октябрь революцһынан һуң, совет власы Беловтың йортон большевиктар партияһының Беренсе өйәҙ комитеты ихтыяждары өсөн ҡуллана[2], артабан бында Өйәҙ ер идаралығы урынлашҡан. XX быуаттың 20-се йылдары башында элекке Белов йорто янғындан тулыһынса тиерлек юҡ ителә, ләкин һаҡланып ҡалған архив фотоһүрәттәре буйынса ҡабат тергеҙелә. 1970-се йылдарҙа йорт ремонтлана һәм балалар йорто итеп яраҡлаштырыла, артабан бында «Чайка» балалар баҡсаһы тора.

 
Йорттоң ҡабырғанан күренеше төрҙәре
 
Йорттоң фасады

Архитектураһы

үҙгәртергә

Ике ҡатлы ағас йорт Тотьма ҡалаһында, яр буйы янында, ике урам сатында, урынлашҡанref>Тотьма - очаровательный городок в Вологодской области (часть 2) (18 май 2019). Дата обращения: 17 ноябрь 2020.</ref>. Был бинаны халыҡ «Эркерлы йорт» тип тә атап йөрөтә.

Был йорт квартал мөйөшө өсөн махсус проект буйынса төҙөлгән, уның тәҙрәләре ҡала композицияһын иҫәпкә алып яһалған, балкон өҫтөндә үҙенсәлекле ҡыйыҡ, балконы семәрле тимерҙән, йорттоң ағас колонналары капителле, ямғыр һыуын ағыҙыү торбалары биҙәкле[3].

Хәҙерге торошо

үҙгәртергә

Хәҙерге ваҡытта был бина торлаҡ йорт итеп файҙаланыла, унда йәшәү өсөн бер нисә фатир булдырылған.

Документ

үҙгәртергә

Решение от 16.03.1979 г. № 180 г. Вологда. «О мерах по улучшению охраны и использования памятников истории и культуры г. Тотьмы» (неопр.).

  1. Решение исполнительного комитета Вологодского областного совета народных депутатов № 180 от 16.03.1979
  2. Объект культурного наследия — «Дом купца Белова» - Тотьма. Дата обращения: 17 ноябрь 2020.
  3. Тотемское музейное объединение. Totma Museum Association. Дата обращения: 17 ноябрь 2020.

Һылтанмалар

үҙгәртергә