Сариевтарҙың табыш йорто

1902

Иҫтәлекле урын
Сариевтарҙың табыш йорто
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Оло Баҡса урамы, 94 .
Бина тибы табыш йорто
Архитектура стиле Модерн
Төҙөүсе А.Ф.Нидермейер
Төҙөлгән ваҡыты 1902 йыл

Сариевтарҙың табыш йорто— Дондағы Ростов ҡалаһындағы XX быуат башы архитектура ҡомартҡыһы. Йорт модерн стилендә, архитектор А. Ф. Нидермейер проекты буйынса төҙөлгән. Апалы-һеңлеле Ольга менән Елена Сариевтар милегенә ҡарай. Икенсе исеме — Емельяновтың табыш йорто.

XX быуат башы архитектура ҡомартҡыһы. Йорт, ҡалаға хас булғанса айырылып торған һыҙаттары менән, һуңғы модерн стилендә башҡарылған. Был уның таш штукатурка деталдәрендә сағыла: рустовка (стеналарын ал йөҙө эшкәртелмәгән тура дүртмөйөшлө таштар менән көпләү), аҫҡы өлөшөнөң яҫы цоколь билбауы, беренсе ҡаттағы һәм өҫтәге тәҙрәләрҙең биҙәкле көпләү таштары. Был бинала XX быуат башында таралыу алған конструктив схемаларҙың прогрессив ҡушылыуы варианты тормошҡа ашырылған, был — бинаның башҡаларҙан айырмалы үҙенсәлеге булып тора. Был бинала оҙаҡ йылдар Максим Горький исемендәге китапхана урынлашҡан, әммә юғары ҡаттары фатир итеп бирелгән. Ваҡыт үтеү менән йорттоң беренсе ҡатында бик күп заведениеләр алмашына, әммә, уларҙың иң иҫтә ҡалғаны «Шоколадница» кафеһы булғандыр. Ошо «Шоколадница» исеме аҫтында бина Ростовта оҙаҡ йылдар киң билдәле була[1].

Хәҙерге заман

үҙгәртергә

Әлеге ваҡытта бина авария хәлендә: фасад буйлап бик күп ярыҡтар барлыҡҡа килгән, тарихи сүкелеше юҡҡа сыҡҡан, йорттоң бай йыһаздарынан[2] сифатлы мәрмәр баҫҡыстар ватылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Админ. Доходный дом О. и Е.Сариевых. voopiik-don.ru. Дата обращения: 10 ғинуар 2017.
  2. В Ростове огородили дом Сариевых на Садовой — пешеходам приходится идти по проезжей части. www.donnews.ru. Дата обращения: 10 ғинуар 2017.