Санагир
Санагир (грузин: სანაგირე) йәки Изге Георгий монастыры, Грузияла, Кахети районында, урта быуат Грузин Православ Сиркәүе. Сиркәү Гуркаани муниципалитетында, Вазисубани ҡалаһынан алты саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
Санагир | |
Тарихы
үҙгәртергә10-11 быуат монастырь комплексы өс нефлы базиликанан һәм бер нефлы урта быуат базиликаһынан тора. Яҡында монастырь бинаһының харабалары һәм монастырҙы уратып алған диуарҙары һаҡланған. Ҙур базилика семәрле таштарҙан һәм кирбестән төҙөлгән. Әлеге ваҡытта монастырь буш һәм уны тиҙерәк яңыртыу күҙаллана[1]
Төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай монастырҙан яҡынса йөҙ метр алыҫлыҡта бәләкәйерәк сиркәүҙең харабалары ята. Шуға ҡарамаҫтан сиркәүҙең тик диуарҙары һаҡланып ҡалған (көнсығышҡа һәм көньяҡҡа 2,5-3 м тирәһе. ә көнбайышта һәм төньяҡта әҙерәк), ҡыйығы тулыһынса емерелгән[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- G. Chubinashvili, Architecture of Кахетия, Тбилиси, 1959, p.123-129 (Урыҫ)