Самцервиси сиркәүе
Самцервиси сиркәүе (груз. გიორგის წმინდა სამწევრისის ტაძარი) Грузияла Шида-Картли муниципалитетының Самцевиси ауылындағы боронғо грек грузин православие сиркәүе. Сиркәү Грузияның милли әһәмиәттәге күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡыһы исемлегенә индерелгән[1].
Самцервиси сиркәүе | |
груз. სამწევრისის ტაძარი | |
Нигеҙләү датаһы | VII быуат |
---|---|
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Карельский муниципалитет[d] |
Урын | Шида-Картли[d] |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Урынлашыуы һәм архитектураһы
үҙгәртергәСамцервиси сиркәүе Дзама йылғаһының һул ярында һөҙәк уба битләүендә төҙөлгән. Кура йылғаһы һәм Дзама үҙәне араһында яйланың көнсығыш осонда урынлашҡан. Сиркәүҙең бейектә урынлашыуы көнсығыш-көнбайыш магистраль һәм төньяҡ тимер юлы аша Грузияны күрергә мөмкинлек бирә[2].
Самцервиси ҙур булмаған көмбәҙле сиркәү, ҡомташтың һорғолт-ҡыҙыл блоктарынан төҙөлгән. Сиркәүҙең бейеклеге 10,6, күләме 9,6 × 8,8 квадрат метр тәшкил итә. 7 быуаттың башына ҡараған даға рәүешле апсида менән тәре, бер нефлы таштан төҙөлгән ерләү часовняһы бар. Көмбәҙе һигеҙ ҡырлы нигеҙгә ҡоролған, уның ике тәҙрәһе бар, береһе көнсығышҡа, икенсеһе көнбайышҡа ҡарай. Сиркәүгә инеү урыны көньяҡ яҡта. Бина 1940 йылдың 8 майында ер тетрәү һөҙөмтәһендә етди зыян күрә. 1950 йылдан 1953 йылға тиклем йүнәтеү эштәре алып барыла[3].
Яҙыуҙары
үҙгәртергәСиркәүҙә ике яҙыу урынлашҡан, ике яҙыуы урта быуат грузин алфавитында яҙылған. Көнсығыш стеналағы яҙыу Константиндың тәхеткә ултырыуы, һыу каналының төҙөлөшө тураһында һөйләй. Көньяҡ фасадтағы икенсе яҙыу быуат башында сиркәүҙе яңыртҡан урындағы дворян Мераб Панаскертелины телгә ала[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «List of Immovable Cultural Monuments» (PDF) (Gürcüce). National Agency for Cultural Heritage Preservation of Georgia. Erişim tarihi: 3 July 2019.
- ↑ Tsitsishvili, Irakli (1995). ქართული ხელოვნების ისტორია [History of the Georgian arts] (Gürcüce). Tbilisi. ss. 63-64.
- ↑ Tsitsishvili, Irakli (1995). ქართული ხელოვნების ისტორია [History of the Georgian arts] (Gürcüce). Tbilisi. ss. 63-64.
- ↑ Gamkrelidze, Gela; Mindorashvili, Davit; Bragvadze, Zurab; Kvatsadze, Marine, (Edl.) (2013). «სამწევრისი [Samtsevrisi]». ქართლის ცხოვრების ტოპოარქეოლოგიური ლექსიკონი [Topoarchaeological dictionary of Kartlis tskhovreba (The history of Georgia)] (PDF) (Georgian). Tbilisi: Georgian National Museum. ss. 447—448. ISBN 978-9941-15-896-4.