Самтавро некрополе
Самтавро некрополе — беҙҙең эраға тиклем III мең йыллыҡтың урта быуаттар некрополе. X быуат археология ҡомартҡыһы, Мцхетаның төньяҡ яғында урынлашҡан. XIX быуатта грузин хәрби юлын төҙөгәндә ҡомартҡылар осраҡлы табыла. Склептарҙа табылған археологик материалдар Кавказ музейына тапшырыла.
Самтавро некрополе | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Самтавро некрополе Викимилектә |
2014 йылда Грузия хөкүмәте указына ярашлы милли әһәмиәттәге ҡомартҡы статусына эйә була[1].
Ҡомартҡыны тикшереү
үҙгәртергәАрхеологик ҡаҙыныу эштәре барышында (XIX быуаттың 70-80-се йылдары, Бавария; киң масштабта 1938 йылда) 3000 яҡын төрлө ҡәберлектәр өйрәнелгән һәм ҡомартҡының стратиграфияһы асыҡлана. Боронғо мәҙәни ҡатламы (иртә бронза быуатынан) боронғо керамиканан, тар ҡорамалдар һәм биналарҙың янған ҡалдыҡтарынан тора. Урта бронза быуаттың ҡорал, мунсаҡтар, алтын биҙәүестәр һ.б. табылған. Бигерәк тә төрлө археологик материал һуңғы бронза дәүерендә (II мең йыллыҡтың II яртыһы) һәм иртә тимер быуатында (б.э. тиклем IX-V быуаттар).соҡорҙарҙа табылған
Былар ялтырауыҡлы керамика, бронза тәҙрәләр, һөйәктәр, сардоник һәм башҡа биҙәүестәр, хайуандарҙың бронза скульптуралары һәм башҡалар. Төрсәләре беҙҙең эраның II-I быуаты менән даталана.
905-се крипта
үҙгәртергәҠәберҙә ике һөлдә бер-береһенә йөҙө менән тора. Башта 45-50 йәшлек ҡатын-ҡыҙ, һуңыраҡ - 25-30 йәшлек ҡатын-ҡыҙ һыны асыҡлана. Бик күп ҡиммәтле әйберҙәр ҡатын-ҡыҙҙарҙың аҫыл заттан булыуын дәлилләй.
Тәңкәләр, эпиграфик ҡомартҡылар (грек һәм иврит яҙма), күп һанлы биҙәүестәр (алтын, көмөш һәм бронза беләҙектәр, балдаҡтар, алҡалар, сулпылар, төрлө таштар менән биҙәлгән медальондар һәм башҡалар) көмөш һәм быяла керамика табылған.
IV-IX быуаттағы таш-балсыҡ саркофагта табылған материал иртә феодаль мөнәсәбәттәрҙе сағылдыра. Бында урындағы быяла һауыттар осрай.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- აგეურთის კოშკი
- Список недвижимых памятников культуры национального значения
Әҙәбиәт
үҙгәртергәკალანდაძე ა., სამთავროს წინაანტიკური ხანის არქეოლოგიური ძეგლები, მცხეთა IV, თბ., 1980
Һылтанмалар
үҙгәртергә- ↑ საქართველოს მთავრობის დადგენილება №295, 2014 წლის 14 აპრილი, ქ. თბილისი, კულტურული მემკვიდრეობის ზოგიერთი უძრავი ძეგლისა და არამატერიალური კულტურული მემკვიდრეობის ძეგლისათვის „დედაენა - ქართული საანბანე სახელმძღვანელოს შედგენის იაკობ გოგებაშვილისეული მეთოდი“ ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის განსაზღვრის შესახებ