Самтависи
Самтависи (груз. სამთავისი) — Грузин Православ Сиркәүе Самтависи һәм Касп епархияһының кафедраль ҡорамы, Касп муниципалитетының Самтависи ауылында урынлашҡан,Шид-Картли крайы баш ҡалаһы Горинан 30 саҡрым алыҫлыҡта ята, Бөтә донъя мираҫы исемлегенә кандидат[1]
Самтависи | |
груз. სამთავისის ტაძარი | |
Нигеҙләү датаһы | XI быуат |
---|---|
Дәүләт | Грузия |
Административ-территориаль берәмек | Каспский муниципалитет[d] |
Урын | Samtavisi[d] |
Епархия | Samtavisi and Gori Eparchy[d] |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] һәм Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d] |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (iv)[d] һәм (vi)[d] |
Самтависи Викимилектә |
Урта быуат грузин архитектураһының иң билдәле ҡомартҡыларының береһе. 1030 йылдарҙа архитектор Илларион Самтавнели тарафынан төҙөлгән. Ҡорам тәре-көмбәҙле ҡоролма, планында квадрат формала, был архитектура арауығының һыйымталлығын тәьмин итә һәм формаларының өҫкә йүнәлеү динамикаһын көсәйтә. Ҡорам Грузияла бай орнаментлы декор ҡулланылған беренсе собор була (ҙур орнаментлы тәре, семәрле тәҙрә ҡапҡастары һәм уның аҫтындағы орнамент квадрат композициянан тора). Ҡорамда XVII быуат сиркәү биҙәктәре фрагменттары һаҡланған.