Самбек бейеклегендәге Дан мемориалы

Самбек бейеклегендәге Дан мемориалы — Ростов өлкәһенең Неклиновск районында, Самбек ҡасабаһынан алыҫ түгел, «Таганрог» маҡтаулы исеменә лайыҡ булған 130-сө һәм 416-сы уҡсылар дивизияһының яугирҙары хөрмәтенә ҡуйылған мемориаль комплекс.

Һәйкәл
Самбек бейеклегендәге Дан мемориалы
Самбек бейеклегендәге Дан мемориалы
Самбек бейеклегендәге Дан мемориалы
Ил Рәсәй

Комплекс авторҙары — Баҡы скульпторы Э. Шамилов[1] һәм Ростов архитекторҙары В. И. һәм И. В. Григорҙар[2].

Һәйкәл бейеклектең иң юғары нөктәһенә, ауыл ситендә, ваҡыт емергән окоптар, пулемёт оялары, блиндаждао эргәһенә ҡуйыла.

Һәйкәл дағаға оҡшаш, уртанан өҙөлгән, ошо ерҙәрҙе дошмандан азат итеүсе ике уҡсылар дивизияһын кәүҙәләндергән ике бетон диуарҙан ғибәрәт. Ул -Ростов өлкәһе территорияһындағы иң ҙур һәйкәл.

1980 йылдың 7 майында һәйкәлде асыуҙа Әзербайжан ССР-ы Компартия Үҙәк комитетының беренсе секретары Гейдар Әлиев етәкселегендә делегация ҡатнаша[3][4].

«Самбек бейеклеге» Хәрби-тарихи музей комплексы

үҙгәртергә

2014 йылда «Самбек бейеклеге» хәрби-тарихи музей комплексын эшләү буйынса пландар тураһында билдәле була[5]. Ул Таганрог эргәһендә, Самбек ауылы районында яҡынса 5 мең гектар участканы биләйәсәк. Комплексҡа экспозиция-мемориаль зонанан (музей бинаһы, хәрби техниканы күрһәтеү майҙаны, һәләк булғанбатырҙар иҫтәлегенә мемориал, «Хәрби-ялан лагеры» интерактив майҙансығы), килеүселәрҙе ҡабул итеү һәм хеҙмәтләндереү (парковка майҙансығы, кассалар, туҡланыуҙы ойоштороу урындары һ. б.) зонаһынан тыш, административ-хужалыҡ өлөшө һәм күсмә галереяны үҙ эсенә алырға тейеш.

2015 йылдың 6 майына музей комплексы нигеҙенә беренсе таш һалыу тантанаһы планлаштырыла[6]. «Һуғыштың һуңғы эҙе» йәмәғәт ойошмаһының эҙәрмәндәр отряды Игорь Третьяков етәкселегендә 2015 йылдың апрелендә буласаҡ төҙөлөш майҙанында Бөйөк Ватан һуғышы осоронан ҡалған 78 миллиметрлы 59 немец снаряды таба. Бер нисә көндән, «Самбек бейеклеге» хәрби-тарихи музей комплексы урынында шартлаусы предметтар табылыуға бәйле, сара билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелә» тип иғлан ителә[7].

2015 йылдың 30 авгусында, Таганрогты азат итеү көнөндә, музей комплексы төҙөлөшө урынында музей ташы һалына[8].

Музей экспозицияһы туплау бурысы Таганрог музей-ҡурсаулығына йөкмәтелә[9]. 2015 йылдың авгусында «Самбек бейеклеге» музейына ярҙам йөҙөнән Хәйриә фонды эшләй башлай.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  1. Бровкина М. Самбекские высоты // Российская газета. — 2012. — 12 мая.
  2. Мемориал Славы на Самбекских высотах на сайте «Wikimapia»
  3. Открытие «Мемориала славы» воинского подвига бойцов 130-й и 416-й стрелковых дивизий в честь 35-летия Победы
  4. Азербайджанская диаспора приняла участие в Параде Победы у "Мемориала Славы «На Самбекских Высотах»(недоступная ссылка)
  5. Собств. корр. На разработку документации для строительства военно-исторического комплекса «Самбекские высоты» предусмотрено 18 млн рублей 2017 йыл 1 ғинуар архивланған. // Русская планета. — 2014. — 10 июля.
  6. Собств. корр. 59 снарядов в день // bogudonia.ru. — 2015. — 29 апр.
  7. Собств. корр. Под Таганрогом отменена закладка камня под будущий музей // www.ruffnews.ru. — 2015. — 5 мая.
  8. Виктор Дерябкин, Владимир Гребенюк и Асланбек Джиоев приняли участие в памятном мероприятии, посвященном 72-й годовщине прорыва Миус-фронта.
  9. Мирошникова Ю. Музей военный… Музей народный! // Таганрогская правда. — 2016. — 6 мая. — С. 3.