Салауатова Гөлсирә Ислам ҡыҙы

Салауатова Гөлсирә Ислам ҡыҙы (1949) — Белорет районында йәшәүсе билдәле ҡул эше оҫтаһы.

Салауатова Гөлсирә Ислам ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1949
Тыуған урыны Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Ғәбдөк, Зөйәк ауыл советы, Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө электромонтёр, кәсеп

Биографияһы үҙгәртергә

Гөлсирә Ислам ҡыҙы Салауатова 1949 йылда Белорет районы Ғәбдөк ауылында тыуған.

Тыуған ауылында 8 класты тамамлағандан һуң, Салауат ҡалаһында уҡый. Йөйәк ауылы егете Зариф менән ғаилә ҡороп, өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Инйәр электр тәьминәте участкаһында электромонтёр булып эшләй. Хеҙмәтенең һуңында контролёр вазифаһын башҡара[1].

Гөлсирә Ислам ҡыҙы бик уңған, өлгөрйөм ҡатын-ҡыҙ. 2004 йылда пенсияға сыҡҡандан һуң, урындағы магазинда һатыусы булып 17 йыл эшләй.

Ҡул эше оҫтаһы үҙгәртергә

Гөлсирә Ислам ҡыҙы үҙ ҡулдары менән милли биҙәүестәр һәм кейем тегә. Уйынсыҡтар яһай.

Үҙе әҙерләгән ҡатын-ҡыҙ милли кейемдәре менән республикала үткән күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулай. Йөйәк ауылында уны Гөлсирә апайҙы йорт усағы һәм милли мәҙәниәт һаҡсыһы тип атайҙар.

2019 йылдың 5-8 декабрендә Өфөләге Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары-ЭКСПО» биләмәһендә Беренсе Волга буйы халыҡ художество кәсептәре фестивале һәм бер үк ваҡытта «Өфө. Арт-сәнғәт. Һөнәрҙәр. Сувенирҙар» күргәҙмәһе эшләне, муниципалитеттар халыҡ художество кәсептәре оҫталарының экспозицияларын тәҡдим итте. Белорет районы оҫталары исеменән Салауатова Гөлсирә Ислам ҡыҙы сығыш яһаны[2][3].

2023 йылдың 31 октябрендә Йөйәк китапханаһында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеменең иң сағыу биҙәүестәренең береһе яға, селтәр, һаҡал эшләү серҙәре менән ҡул эштәре оҫтаһы Гөлсирә Ислам Ҡыҙы Салауатова оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары байрам һәм көндәлек кейеменә өҫтәмә булып торған. Тығыҙ туҡымаға мәрйендәр, сәйлән йәки ваҡ быяла мәрйен, ҡабырсаҡ-каури, тәңкәләр, сылбырҙар, шөңгөрҙән, төрлө биҙәктәр йыйып, яһағандар.

Күкрәк кейеме әҙерләүгә тотонор алдынан Гөлсирә Ислам ҡыҙы өләсәйҙәрҙән аманат булып һаҡланған әҙер башҡорт күкрәк кейемдәрен өйрәнә. Ошо ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кейем элементының төрҙәрен белә һәм мәғәнәһен аңлай. Күкрәк кейемендә башҡорттарҙың тәрән фәлсәфәүи һәм эстетик инаныуҙары һалынған, ә биҙәүестәр өсөн материалдарҙы һайлау уларҙың сихри үҙенсәлектәренә ышаныуына бәйле. Көмөш биҙәүестәр һаҡланыу һәм таҙартыу көсөнә эйә. Ялтырауыҡ һәм сыңлау яуыз рухты ҡыуып ебәрергә һәләтле тип иҫәпләнгән, шуның өсөн кейемдәрҙә көмөш, баҡыр тәңкәләр, таштан эшләнгән өҫтәмәләр урын алған. Күкрәккә тағылған биҙәүестәр төрлөсә: «селтәр», «яға», «һаҡал» тип атала. Терминдар биҙәүестәрҙең төрлө формаһын, биҙәү ысулдарын һәм уларҙа биҙәктең урынлашыуын сағылдыра. Башҡорт милли традицион биҙәүестәре башҡорттарҙың эстетик ҡараштарын тасуирлай, бетеү, һаҡлағыс булып хеҙмәт итә, ырыу, ғаилә статусы күрһәткестәре булып тора.

Оҫталыҡ дәресендә һәр ҡатнашыусы матур милли биҙәүестәр эшләргә өйрәнде, ата-бабаларының тарихына ҡағылды[4].

2021 йылдың 21 авгусында Белорет районының Сермән ауылында «Ҡатай ырыуы йыйыны» - төрлө спорт ярыштары, конкурстар, халыҡ кәсептәре йәрминкәһе ойошторола, байрам концерты тәҡдим ителә. Белорет тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы Был сарала М. М. Фәхретдинова иҫтәлегенә арналған «Ҡатайбикә» ҡул эше оҫталары конкурсын иғлан итә. Белорет, Балаҡатай һәм Ҡыйғы райондарынан 16 ҡатнашыусы милли техникала башҡарылған эштәрен тәҡдим итте. Бында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәре, селтәр-һаҡалдар һәм яғалар, баш кейеме, милли кейемдәр, биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәре һәм башҡалар алыу мөмкин ине. Конкурс йомғаҡтары буйынса еңеүселәр билдәләнде, улар араһында Белорет районы Йөйәк ауылы оҫтаһы Салауатова Гөлсирә Ислам ҡыҙы 1-се урынға сыҡты[5][6].

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә