Сакребуло
Сакребуло (груз. საკრებულო) — Грузия дәүләтендә ауылдың, общинаның, ҡасабаның, ҡаланың йәки муниципалитеттың вәҡәләт органы. Ул биләмәнең халҡы тарафынан тура, ғөмүми, тигеҙ хоҡуҡлы һәм серле тауыш биреү юлы менән һайлана. Муниципалитет ҡарамағында булмаған ҡалаларҙың сакребулолары пропорциональ система менән, ҡалғандары иһә мажоритар система менән һайлана.
Сакребуло составына сакребуло рәйесе, сәркәтибе, комиссия рәйестәре инергә мөмкин.