Сагамо

Грузиялағы күл

Сагамо (груз. საღამოს ტბა) — Грузияның Ниноцминдский муниципалитетындағы күл. Ул Джавахет ҡалҡыулығында, Паравани йылғаһының бассейнында, диңгеҙ кимәленән 1996 м бейеклектә урынлашҡан.

Озеро
Сагамо
груз. საღამოს ტბა
Морфометрия
Абсолют бейеклеге1996 м
Майҙаны4,8 км²
Күләме0,0077 км³
Иң тәрән урыны2,3 м
Уртаса тәрәнләк1,6 м
Бассейн
Площадь бассейна528 км²
Впадающая рекаПаравани
Вытекающая рекаПаравани
Урынлашыуы
41°18′19″ с. ш. 43°44′24″ в. д.HGЯO
Ил
[[ Грузии|Регион административ бүленеше]]Самцхе-Джавахети
МуниципалитетНиноцминдский муниципалитет
Грузия
Точка
Сагамо
 Сагамо Викимилектә

Күлдең майҙаны 4,8 км2, уртаса тәрәнлеге — 1,6 метр, 2,3 метрға еткән ерҙәре лә бар. Бассейн майҙаны — 528 км2.[1] Һыу күләме — 7,7 млн м3. Барлыҡҡа килеүе тектоник (ер ҡабығы хәрәкәте һөҙөмтәһендә). Ер аҫты күле, ямғыр һәм ҡар һыуҙары менән тулылана. Май айында һыу иң юғары кимәлдә була, иң түбән — сентябрь айында. Күл аша Паравани йылғаһы ағып сыға.

Күлдең көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыш ярҙары андезит (вулкан ваҡытында барлыҡҡа килгән таш) менән ҡапланған.[2] Күл трапеция формаһында. Июль айында һыу өҫтөндә температура 14,4 °C етә. Ҡыш көнө күл 4,5 айға туңа. Күл буйында Сагамо ауылы урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Апхазава И. С. Озёра Грузии. — Тбилиси: Мецниереба, 1975. — 181 с.
  2. Базисная исследование Ниноцминдского муниципалитета (груз.). Дата обращения: 26 август 2020. 2018 йыл 12 ноябрь архивланған.