Рәфисә
Рәфисә — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме.
Рәфисә |
Этимологияһы
үҙгәртергәРәфисә исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп теле аша ингән, күренекле, тоғро, саф мәғәнәһен аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәӘсәҙуллина Рәфисә Хәйрулла ҡыҙы (15 март 1957 йыл) — эстрада йырсыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы. Ғәзиз Әлмөхәмәтов һәм Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге республика йәш башҡарыусылар, «Дуҫлыҡ йыры» конкурстары лауреаты. 1996 йылдан — «Башҡортостан» Дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Кәримова Рәфисә Ғөзәйер ҡыҙы (30 сентябрь 1959 йыл) — уҡытыусы, тәрбиәсе. «Шахматист» түңәрәген етәкләй. Округ, ҡала, район шахмат турнирҙарында күп тапҡыр призлы урындар яулай. Сургут районы Лянтор ҡалаһының шахмат йыйылма командаһы ағзаһы. 2019 йылда «Спорт ҡалаһы Лянтор геройы» тигән наградаға лайыҡ була. Бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән билдәләнә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |