Рәсәй яңы университеты
Рәсәй яңы университеты (РосНОУ) — юғары белем биреү автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы 1991 йылда ойошторола, юғары уҡыу йорто. Forbes[5] һәм Эксперт РА Рәсәй вуздарының топ-100 рейтингына инә
Рәсәй яңы университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1991 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Мәскәү |
Уҡыусылар һаны | 10 243[2] |
Диапазон IPv4 | 212.30.160.0/24[3] |
Рәсми сайт | rosnou.ru[4] |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели РосНОУ[d] |
Университет тураһында
үҙгәртергә"Рәсәй яңы университеты" автономлы коммерцияға ҡарамаған юғары белем биреү ойошмаһы 1991 йылда ойошторола.
Университет белем биреү эшмәкәрлеген (Серия 9001-се 0008778 йылға) 2015 йылдың 12 ноябрендәге лицензияһы һәм 1759-сы һанлы дәүләт аккредитацияһы, срокһыҙ) нигеҙендә алып бара.
2007 йылда Майкрософт һәм Рәсәй яңы университеты «Мәғариф системаһында заманса мәғлүмәт технологияларын үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында стратегик килешеүгә " ҡул ҡуя[6].
2008 йылдың 17 апрелендә Рәсәй дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты менән берлектә "Туризм һәм сервис ассоциацияһын" булдыра. Ул Рәсәйҙең 15 төбәген берләштерә, үҙ эсенә төрлө уҡыу йорттарын, нәшриәт, кадрҙар агентлыҡтары һәм туризм һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләүсе башҡа ойошмаларҙы индерә[7].
2012 йылдан Рәсәй яңы университеты федераль бюджет средстволары иҫәбенә уҡыта
Әлеге ваҡытта университет РФ-ның Мәғариф һәм фән министрлығы мониторингы һөҙөмтәләре буйынса һөҙөмтәле вуз тип таныла, "Интерфакс" мәғлүмәт төркөмө версияһы буйынса Милли университеттар рейтингына, "Эксперт РА" рейтинг агентлығы версияһы буйынса донъяның иң яҡшы 100 университеты исемлегенә индерелә, Грузия, Латвия, Литва һәм Эстония юғары уҡыу йорттары топ-200 рейтингына индерелә.
Рәсәй яңы университетын Рәсәйҙең дәүләткә ҡарамаған юғары уҡыу йорттары ассоциацияһы рәйесе, техник фәндәр докторы, профессор Владимир Алексеевич Зернов етәкләй.
Рәсәй яңы университетының фәнни эшмәкәрлеген 1999-2012 йылдарҙа профессор Сергей Петрович Капица (1928-2012) етәкләй. Әле Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу агентлығының ғилми етәксеһе —профессор, физика-математика фәндәре кандидаты, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты Евгений Алексеевич Палкин.
2015 йылға университет 14 патент ала. 2015 йылда халыҡ-ара һәм фән метрик күрһәткесе буйынса Рәсәйҙең тәүге биш юғары уҡыу йорто исемлегенә ингән (Хирша индексы.
2015 йыл башына университетта 320 штат уҡытыусыһы, шул иҫәптән 65 фән докторы, 184 фән кандидаты, 5 Дәүләт премияһы лауреаты, 8 сит ил уҡытыусыһы эшләй. Бынан тыш, университет Мәскәү дәүләт университеты, Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты, Мәскәү физика-техник институты, Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең башҡа юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары менән хеҙмәттәшлек итә. [8]
Рәсәй яңы университетында юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү өсөн аспирантура эшләй
Университетта уҡытыу 161 аккредитацияланған белем биреү программаһы (шул иҫәптән профилдәр) буйынса алып барыла.[9]
Рейтинг
үҙгәртергә2012 йылда Рәсәй яңы университеты Рәсәйҙән QS World University Rankings донъяның иң яҡшы университеттары рейтингында ҡатнашҡан юғары уҡыу йорттары исемлегенә инә.
2012[10], 2013[11], 2014[12], 2015[13], 2016[14] һәм 2017[15] йылдарҙа университет «Эксперт РА» версияһы буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы йөҙ юғары уҡыу йортона индерелә
2013 йылда университет топ-200 Грузия, Латвия, Литва һәм Эстония юғары уҡыу йорттары иҫәбенә индерелә.
2014 йылда Рәсәй яңы университеты Рәсәй вуздарының Европа рейтингына индерелә индерелгән[16].
2015 йылда "Интерфакс" халыҡ-ара мәғлүмәт төркөмө һәм "Эхо Москвы" радиостанцияһы 2014 / 2015 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса әҙерләнгән университеттарҙың алтынсы милли рейтингын тәҡдим итә[17]. Рәсәй яңы университеты (РосНОУ) 75-се урынды биләй (455 балл).
2016 йылдың июлендә университет "Интерфакс" халыҡ-ара мәғлүмәт төркөмө рейтингы сиктәрендә Рәсәйҙең иң яҡшы тикшеренеү университеттары иҫәбенә инә
[18].
2017 йылдың февралендә университет коммуникация эшмәкәрлегенең сифаты буйынса топ-180-гә инә
2017 йылдың июнендә Интерфакстың Милли рейтингында университет 91-се урынды биләй. Рейтинг эксперттары университеттың тикшеренеү эшмәкәрлеген 41-се урынға ҡуя[19].
2017 йылдың декабрендә Рәсәй яңы университеты "Рәсәй бөгөн" халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығы тәҡдим иткән вуздарҙың милли рейтингы исемлегенә инә. Идара өлкәһендә юғары уҡыу йорттары араһында (иҡтисад, финанс, юриспруденция) Рәсәй яңы университеты (РосНОУ) 5-се урынды биләй. Тикшеренеүселәр мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй яңы университетының 93,4 % тамамлаусылары диплом алғандан һуң, шунда уҡ эшкә урынлаша. 2018 йылда QS версияһы буйынса үҫешеүсе илдәрҙең Топ-300 университеты рейтингына ингән[20].
2018 йылдың июнендә "Эксперт РА" рейтинг агентлығы университетты етенсе тапҡыр илдең иң яҡшы 100 юғары уҡыу йорто исемлегенә индерә. Был рейтингтағы берҙән-бер шәхси вуз булып тора[21].
2018 йылда RUR рейтингы версияһы буйынса иң яҡшы юғары уҡыу йорттары араһында 14-се урынды биләй[22]
Уҡытыусылары
үҙгәртергә- Палкин Евгений Алексеевич — профессор, физика-математика фәндәре кандидаты, СССР дәүләт премияһы лауреаты, юғары мәктәп почетлы хеҙмәткәре.
- Григорий Александрович Шабанов— педагогия фәндәре докторы, профессор, РФ юғары профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре. Милли белем биреү сифатын баһалау буйынса эксперт реестрына индерелгән.
- Андрей Сергеевич Крюковский — физика-математика фәндәре докторы, профессор, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты.
- Дмитрий Сергеевич Лукин — физика-математика фәндәре докторы, профессор, РФ атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты.
- Татьяна Михайловна Регент— иҡтисад фәндәре докторы, профессор. Социаль фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы. 1992-1999 йылдарҙа — Рәсәй федераль миграция хеҙмәте етәксеһе.
- Гавров Сергей Назипович үРәсәй яңы университеты профессоры, Социаль инженерия институтының социология һәм социаль антропология кафедраһы профессоры, Рәсәй Культуралогия институтының социомәҙәни процестар һәм системалар секторының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре докторы, политолог.
- Гойхман Оскар Яковлевич — педагогия фәндәре докторы, профессор, Нью-Йорк фәндәр академияһының ағза-корреспонденты,мөхбир ағзаһы, Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, Социаль белем биреү академияһының мөхбир ағзаһы, Сифат проблемалары академияһының ағза-корреспонденты, Европа Тәбиғәт фәндәре академияһы академигы
- Морозова Наталья Степановна — бизнес институты етәксеһе, ғилми-технология, иҡтисад фәндәре докторы, профессор, милли туризм академияһының мөхбир ағзаһы, РФ юғары мәктәбенең почетлы хеҙмәткәре.
- Зворыкина Татьяна Ивановна кафедра профессоры, иҡтисад фәндәре докторы, профессор.
- Михаил Анатольевич Морозов — мәҙәни мираҫ һәм туризм кафедраһы профессоры, иҡтисад фәндәре докторы, милли туризм академияһының мөхбир ағзаһы.
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергә2011 йылда «Юғары иҡтисад мәктәбе» милли тикшереү институты һәм Рәсәй халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығы үткәргән мониторинг буйынса студенттарҙы ҡабул итеү сифаты буйынса 23-сө урынды биләй[23].
Рәсәй яңы университеты Мәскәү өлкәһе банкрот предприятиеларының көрсөктән сығарыу буйынса ҙур программала ҡатнаша[24].
Рәсәй яңы университет инновацион паркы гемодинамиканың 7 параметрын үлсәүсе һәм йөрәктең 13 параметрын сифатлы баһалаусы "Кардиокод" прибор уйлап таба, ә инсульт башланыу ҡурҡынысы хаҡында бер нисә ай эсендә иҫкәртә. Диагностика процедураһының тулы процедураһы ни бары 3-5 минут ала[25][26].
2011 йылда Рәсәй яңы университеты "Белем биреү" нәшриәте менән берлектә "Мәктәп сайттарының дөйөм Рәсәй рейтингын" булдыра.
Был бойондороҡһоҙ эксперт баһаһына ярашлы билдәләнгән белем биреү учреждениелары сайттарының яңыртылған базаһы. Ҡатнашыусылар һаны 5229 сайт тәшкил иткән (2015 йыл өсөн)[27].
2013 йылдың 15 февралендә "Көмөш Уҡсы" йәмәғәт бәйләнештәрен үҫтереү өлкәһендә Милли премия лауреаты була һәм икенсе дәрәжә дипломы менән бүләкләнә
2014 йылда Рәсәй яңы университеты IREG Observatory ойошмаларын һәм университеттарын иртә үҫтереү буйынса халыҡ-ара ассоциация ағзаһы була[28].
2014 йылдың 29 майында Рәсәй яңы университеты сайты "Гәлсәр уҡсы" Бөтә Рәсәй конкурсында иң яҡшыһы тип таныла.
2014 йылдың 2 июлендә университет студенттары IoT Developer Challenge донъя студенттар конкурсы лауреаттары була.
2016 йылдың ғинуарында Рәсәй яңы университеты сайты ике халыҡ-ара Webometrics и 4ICU рейтингы версияһы буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы 50 юғары уҡыу йорто сайты иҫәбенә инә[29]
2016 йылдың сентябрендә Рәсәй яңы университеты уйлап табыуҙары һәм яңы технологиялары "Яңы заман" салонында күрһәтелә
[30].
2017 йылда «Вестник РосНОУ» Юғары аттестация комиссияһы исемлегенә инә[31].
2017 йылдың апрелендә университет «Реклама һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш» кафедраһы Рәсәй агентлыҡтарының коммуникация ассоциацияһы (АКАР) үткәргән тармаҡ тикшеренеүҙәре лауреаты була һәм реклама өлкәһендә белгестәр әҙерләгән иң яҡшы ун кафедра иҫәбенә инә[32]
Рәсәй Федерацияһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил аппараты ярҙамында Рәсәй яңы университетының юридик институты (факультеты) командаһы менән әҙерләнгән "Хоҡуҡи һаҡсылар мәктәбе"[33] проекты 2017 һәм 2018 йылдарҙа президент гранттары фондынан ярҙам ала[34][35] 2018 йылдың мартында "Рәсәй-Һиндостан ғилми-технологик үҙәге" коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ сиктәрендә тәүге рәсми осрашыу үтә [36]
2018 йылдың апрелендә Рәсәй яңы университеты Мәскәү төбәгенең иң яҡшы студенттар ғилми ойошмаһы иҫәбенә инә[37].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Directory of Open Access Journals — 2003.
- ↑ http://indicators.miccedu.ru/monitoring/_vpo/inst.php?id=1846
- ↑ https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=212.30.160.0%20-%20212.30.160.255&type=inetnum
- ↑ Google Knowledge Graph — 2012.
- ↑ Институт элиты. Первый рейтинг вузов по версии Forbes | Карьера и свой бизнес . Forbes.ru (28 июнь 2018). Дата обращения: 26 август 2019.
- ↑ Microsoft и Российский Новый университет начинают сотрудничество [AlgoNet.ru] . www.algonet.ru. Дата обращения: 26 август 2019.
- ↑ Ткачёва, 2011, Необходимо отметить, что 17 апреля 2008 года с целью объединения усилий учреждений профессионального образования по повышению качества подготовки специалистов для сферы туризма и сервиса была создана «Ассоциация Вузов Туризма и Сервиса», учредителями которой являются «Российский Государственный Университет Туризма и Сервиса» (РГУТиС) и научно-образовательное учреждение «Российский Новый Университет» (РосНОУ). АВТС включает учебные заведения, предприятия сферы туризма и сервиса, издательства, кадровые агентства и другие организации, специализирующиеся в сфере туризма и сервиса, расположенные в 15 регионах России., с. 102
- ↑ Руководство. Педагогический (научно-педагогический) состав – Москва – АНО ВО «Российский новый университет» . data.rosnou.ru. Дата обращения: 26 август 2019.
- ↑ Документы – Москва – АНО ВО «Российский новый университет» . data.rosnou.ru. Дата обращения: 26 август 2019.
- ↑ Рейтинг ВУЗов России, 2012г. 2014 йыл 1 август архивланған. // Рейтинговое агентство «ЭКСПЕРТ РА»
- ↑ Рейтинг ВУЗов России, 2013г. 2018 йыл 3 февраль архивланған. // Рейтинговое агентство «ЭКСПЕРТ РА»
- ↑ Просмотр Рейтинг ВУЗов России, 2014г. Архивная копия от 24 сентябрь 2015 на Wayback Machine // Рейтинговое агентство «ЭКСПЕРТ РА»
- ↑ Рейтинг ВУЗов России, 2015г. Архивная копия от 16 август 2016 на Wayback Machine // Рейтинговое агентство «ЭКСПЕРТ РА»
- ↑ Рейтинги вузов 2016 (недоступная ссылка). raexpert.ru. Дата обращения: 6 июля 2017. Архивировано 31 января 2017 года.
- ↑ Рейтинги вузов 2017 (недоступная ссылка). raexpert.ru. Дата обращения: 6 июля 2017. Архивировано 6 июля 2017 года.
- ↑ ARES-2014: Russian Federation | European Scientific-Industrial Chamber . Дата обращения: 26 август 2019.
- ↑ Интерфакс - Высшее образование в России. Интерфакс — Высшее образование в России. Дата обращения: 26 августа 2019.
- ↑ Интерфакс - Высшее образование в России . Интерфакс — Высшее образование в России. Дата обращения: 26 август 2019.
- ↑ Российский новый университет / Интерфакс - Высшее образование в России . Интерфакс — Высшее образование в России. Дата обращения: 26 август 2019.
- ↑ Russian New University (англ.). Top Universities (16 July 2015). Дата обращения: 26 августа 2019.
- ↑ Рейтинговое агентство «Эксперт РА» - рейтинги, исследования, обзоры, конференции . raexpert.ru. Дата обращения: 26 август 2019.
- ↑ Russian New University. roundranking.com. Дата обращения: 26 августа 2019.
- ↑ Качество приема в негосударственные вузы 2011 . ria.ru. Дата обращения: 26 август 2019. 2019 йыл 26 август архивланған.
- ↑ Российский новый университет будет спасать предприятия-банкроты 2016 йыл 10 сентябрь архивланған. // Наука и технологии России, 08.09.09
- ↑ Максим Калашников: Наша вылазка в РосНОУ. И текучка | Земля Мастеров . zema.su. Дата обращения: 29 ноябрь 2019.
- ↑ РосНОУ поможет кардиологам России . Медицина 2.0. Дата обращения: 26 август 2019.
- ↑ Общероссийский рейтинг школьных сайтов . Дата обращения: 14 сентябрь 2015. 2015 йыл 24 август архивланған.
- ↑ Members of IREG Observatory on Academic Ranking and Excellence - IREG Observatory on Academic Ranking and Excellence . ireg-observatory.org. Дата обращения: 26 август 2019. 2019 йыл 3 сентябрь архивланған.
- ↑ University | Ranking Web of Universities: More than 28000 institutions ranked. www.webometrics.info. Дата обращения: 26 августа 2019.
- ↑ Изобретения РосНОУ представлены на международном салоне «Новое время» . Дата обращения: 26 август 2019.
- ↑ Серия «Человек и общество» журнала «Вестник РосНОУ» включена в перечень ВАК | Вестник Российского нового университета . vestnik-rosnou.ru. Дата обращения: 26 август 2019.
- ↑ Кафедра РиСО РосНОУ стала лауреатом отраслевого исследования . Российский новый университет. Дата обращения: 26 август 2019.
- ↑ Правопросветительский проект «Школа правозащитников» — Новый формат правового просвещения в России. Дата обращения: 26 апреля 2019.
- ↑ Проекты . xn--80afcdbalict6afooklqi5o.xn--p1ai. Дата обращения: 26 апрель 2019.
- ↑ Проекты . xn--80afcdbalict6afooklqi5o.xn--p1ai. Дата обращения: 26 август 2019.
- ↑ В РосНОУ состоялась встреча в рамках некоммерческого партнёрства «Российско-Индийский научно-технологический центр» . Российский новый университет. Дата обращения: 26 август 2019.
- ↑ СНО РосНОУ вошло в число лучших студенческих научных обществ Московского региона . Российский новый университет. Дата обращения: 26 август 2019.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ткачёва О. А. Становление профессионального образования в сфере туризма // Современные коммуникативные технологии взаимодействия с целевой аудиторией: сборник трудов молодёжной научно-практической конференции / Отв. ред. Н. А. Лукьянова. — Томск: Томский политехнический университет, Из-во ООО «СПБ Графикс», 2011. — С. 101—105. — 420 с.