Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең ботаника баҡсаһы

Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең ботаника баҡсаһы (РФА УрБ ББ) — Екатеринбург ҡалаһындағы ботаника баҡсаһы. 1936 йылдың 28 авгусында ойошторола.

Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең ботаника баҡсаһы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Екатеринбург
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][1]
Рәсми сайт botgard.uran.ru
Вид с воздуха
Карта
 Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең ботаника баҡсаһы Викимилектә

Ҡаланың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан, 8 март, Мәскәү, Николай Островский урамдары һәм урау юл менән сикләнгән. Метроның иң яҡын станциялары — Чкаловская һәм Ботаническая.

Баҡса биләмәһе кәртәләнгән, халыҡ өсөн расписание буйынса асыла. Биләмәлә йәшел ултыртылған ағастар, оранжереялар, административ биналар урынлашҡан.

Тәғәйенләнеше һәм эш йүнәлештәре үҙгәртергә

Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, «РФА УрБ ББ — Уралдың һәм Көнбайыш Себерҙең һәм Урал алдының күрше төбәктәренең төп ғилми-тикшеренеү учреждениеһы, тәбиғи флора ресурстарын фундаменталь өйрәнеүҙе һәм ысулдарын эшләүҙе, тикшеренеүҙәрҙе координациялауҙы, уларҙы һаҡлауҙы, тергеҙеүҙе, байытыуҙы (интродукцияларҙы) һәм иҡтисадта һәм социоэкологияла рациональ файҙаланыуҙы оптималләштереү буйынса сараларҙы нигеҙләүҙе тәьмин итә»[2]..

Учреждениеның рәсми сайты уның эшендә төп йүнәлештәрҙе түбәндәгесә билдәләй[2]:

«Урта Урал өсөн яңы ағас һәм үлән үҫемлектәр төрҙәрен интродукциялау һәм уларҙың яраҡлашыуын өйрәнеү. Уралдың һирәк һәм юҡҡа сыға барыусы төрҙәренең коллекцияларын булдырыу»;

«Уралдың, Рәсәйҙең күрше төбәктәренең тәбиғәт флораһының төрлөлөгөн өйрәнеү һәм уны һаҡлау, тергеҙеү һәм рациональ ҡулланыу ысулдарын фәнни нигеҙләү»;

«Уралдың һәм Рәсәйҙең күрше төбәктәренең төп урман барлыҡҡа килтереүсе төрҙәре экологияһын, генетикаһын һәм географияһын өйрәнеү, уларҙы оптималь ҡулланыу һәм тергеҙеү ысулдарын һәм технологияларын эшләү»;

«Урал флораһы генофондын һаҡлау һәм тергеҙеү ысулдарын фәнни нигеҙләү, айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре системаһын булдырыу»;

«Урманды һаҡлауҙың һәм техноген- бысранған биләмәләрҙе рекультивациялауҙың фәнни нигеҙҙәрен эшләү»;

«Аң-белем таратыу эше (экскурсиялар, лекциялар һ. б.)».

Баҡса составында ике бүлек айырылған— ботаника бүлеге һәм урмансылыҡ фәне бүлеге. Алты лабораторияһы бар.

Үҙенсәлектәре үҙгәртергә

Баҡса биләмәһендә яҡынса 4 мең таксон үҫтерелә. Банандар, әфлисундар, лимондар, гранаттар, папайя һәм фейхоа бар[3].


Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  2. 2,0 2,1 Общие сведения. botgard.uran.ru. Дата обращения: 27 ноябрь 2020. 2020 йыл 30 ноябрь архивланған.
  3. В ботаническом саду УрО РАН сняли ноябрьский урожай бананов. www.obltv.ru. Дата обращения: 27 ноябрь 2020.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Екатеринбург дендропаркы
  • Йөҙйәшәр ҡарағас