Рәсәй Фәндәр академияһының Дағстан фәнни үҙәге Тау ботаника баҡсаһы

Рәсәй Фәндәр академияһының Дағстан фәнни үҙәге Тау ботаника баҡсаһы (рәсми атамаһы — Фән федераль дәүләт бюджет учреждениеһы Рәсәй Фәндәр академияһының Дағстан фәнни үҙәге Тау ботаника баҡсаһы; ҡыҫҡартма — ГорБС ДНЦ РАН) — Махачҡалалағы дәүләт академик ғилми учреждение. 1986 йылдың 10 декабрендә, даими эшләүсе тау эксперименталь база булдырыу һәм ботаник һәм генетик ресурстарҙы өйрәнеү өлкәһендә тикшеренеүҙәрҙе киңәйтеү менән ҡыҙыҡһыныусы Үҫемлектәр генетикаһы лабораторияһы, Гуниб таулығында «Биология бүлегенең Тау эксперименталь базаһы (ботаника баҡсаһы)» булдырырға хоҡуҡ ала.

Рәсәй Фәндәр академияһының Дағстан фәнни үҙәге Тау ботаника баҡсаһы
Нигеҙләү датаһы 1972
Рәсми атамаһы Горный ботанический сад — обособленное подразделение Дагестанского федерального исследовательского центра Российской академии наук[1]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Махачҡала
Майҙан 3,4 гектар
Рәсми сайт gorbotsad.ru
Карта

Дағстан баш ҡалаһында бер нисә тапҡыр ботаника баҡсаһы төҙөргә маташыу була:

  • 20-се йылдар аҙағында Дағстандың тәүге ғилми учреждениеһы — Дағстан Мәҙәниәт институты,
  • 50-се йылдар башында — СССР фәндәр академияһының Дағстан филиалының үҫемлек ресурстары бүлеге,
  • 60-сы йылдарҙа — Дағстан дәүләт университеты.

Төрлө сәбәптәр буйынса бөтә был ынтылыштар уңышһыҙ була. Әммә 1972 йылдың октябрь айында биология бүлеге асыла, уның составында Гуниб таулығындағы эксперименталь станцияһы менән «үҫемлектәрҙең тәбиғи популяцияһы генетикаһы һәм эволюцияһы» тикшеренеүҙәренең дөйөм йүнәлеш лабораторияһы булдырыла.

1986 й. — СССР фәндәр академияһы Президиумы Тау эксперименталь базаһы (ботаника баҡсаһы) төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә.

1992 й. — Тау ботаника баҡсаһын РФА ДФҮ ғилми-тикшеренеүҙәр учреждениеһы статусына күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителә.

Леваши районы биләмәһендәге, Цудахар ауылынан 2 км алыҫлыҡта, Сана йылғаһының уң ярында 10 гектар ер Рәсәй Фәндәр академияһының Дағстан фәнни үҙәге Тау ботаника баҡсаһына бирелә.

17 август 1982 й. — Дағстан АССР-ының Министрҙар Советы Гуниб таулығында 500 га ерҙе, башлыса урман, «Таулы-Дағстан дәүләт ботаника баҡсаһы» булдырыу өсөн бүлеп биреү тураһында ҡарар сығара.

1992 й. — Тау ботаника баҡсаһы РФА ДФҮ ғилми-тикшеренеү учреждениеһы статусы ала (институт хоҡуғында).[2]

Структураһы

үҙгәртергә

Тау ботаника баҡсаһы структураһында 7 бүлек:

өс ғилми лаборатория

  • флора һәм үҫемлектәр ресурстары,
  • интродукциялар һәм ағас үҫемлектәрҙең генетик ресурстары,
  • фитохимия һәм медицина ботаникаһы.

дүрт ғилми-ярҙамсы бүлек:

  • Гуниб һәм Цудахар эксперименталь базалары,
  • Экспозиция үҙәге
  • Гербарий.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://gorbotsad.ru/
  2. История ГорБС ДНЦ РАН. Дата обращения: 26 июнь 2018. Архивировано 26 июнь 2018 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә