Рәсәйҙә предприятиеларҙы хосусилаштырыу
Рәсәйҙә предприятиеларҙы хосусилаштырыу — Рәсәй Федерацияһы (элекке РСФСР) милкендә булған предприятиеларҙы хосуси милеккә тапшырыу, Рәсәйҙә 1990-сы йылдар башынан (СССР тарҡалғандан һуң башланған процесс) ғәмәлгә ашырыла; дөйөм Рәсәй хосусилаштырыуының бер өлөшө.
Рәсәйҙә предприятиеларҙы хосусилаштырыу |
Предприятиеларҙы хосусилаштырыуҙы ғәҙәттә ул саҡта хөкүмәттә төп вазифаларҙы биләгән Е. Т. Гайдар һәм А. Б. Чубайс исеме менән бәйләйҙәр.
Хосусилаштырыу һөҙөмтәһендә Рәсәйҙәге предприятиеларҙың күп өлөшө хосуси милеккә күсә.
Рәсәйҙә предприятиеларҙы хосусилаштырыу йыш тәнҡитләнә. Рәсәйҙә олигархтар барлыҡҡа килеүен, Рәсәй халҡының иҡтисади йәһәттән бер-береһенән бик алыҫ торған ҡатламдарға айырылыуын уның менән бәйләйҙәр.
Икенсе яҡтан, Рәсәй иҡтисадсыһы Владимир Мау раҫлауынса, хосусилаштырыу үтә ҡатмарлы иҡтисади, финанс һәм сәйәсәт шарттарында үткәрелә: РФ Юғары Советының Президентҡа һәм Хөкүмәткә ҡаршы тороуы хоҡуҡи база булдырыуҙы һәм институциональ реформалар үткәреүҙе тотҡарлай; Хөкүмәт Юғары Совет яғынан көслө лобби баҫымына дусар була; хосусилаштырыу башланған мәлгә дәүләт үҙ милкен һөҙөмтәле контролләүгә һәләтһеҙ була, көйләнмәгән хосусилаштырыу һөҙөмтәһендә предприятиеларҙың директорҙар тарафынан үҙләштерелеүе киң тарала, был етәкселәр предприятиеларҙы үҫтереү түгел, тиҙ генә килем ала һалыу теләге менән яна[1].
Владимира Мау фекеренсә, етештереү сараларына шәхси милек институты булдырыу иҫәбенә иҡтисадтың һөҙөмтәлелелен күтәреү хосусилаштырыуҙың төп иҡтисади бурысы итеп ҡуйыла. Ул саҡта иҡтисадтың ҡайһы бер тармаҡтарында (хеҙмәтләндереү, сауҙа) был бурыс ярайһы уҡ еңел хәл ителә, әммә сәнәғәттә һәм ауыл хужалығында эш бик яй бара, Мау фекеренсә, бының сәбәбе хосусилаштырылған предприятиеларҙың хеҙмәт коллективтары ҡарамағына күсеүе, йәғни уларҙың директорҙарының контроленә, ә киләсәктә милкенә күсеүе менән бәйле була. Һуңыраҡ Анатолий Чубайс әйтеүенсә, хосусилаштырыуҙың бер төрө — залоглы аукциондар — башҡа маҡсаттар менән бергә, коммунистарҙың власҡа килеүенә юл ҡуймау өсөн дә үткәрелә[2].
Әҙерлек барышы
үҙгәртергәСССР Министрҙар Советы тарафынан 1990 йылдың 25 июнендә ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы[3], КамАЗ заводтары базаһында РСФСР-ҙың һәм Советтар Союзының тәүге акционерҙар йәмғиәте — «КамАЗ» АЙ-һы ойошторола. Ҡарарҙа акцияларҙың 51 процентын дөйөм Союз милкендә ҡалдырыу, ҡалғанын һатыу күҙҙә тотола. 1991 йылдың 5 сентябрендә акцияларҙы хеҙмәт коллективына һатыу башлана. 10 сентябрҙә юридик шәхестәр өсөн конкурс үткәрелә, уның һөҙөмтәһендә 230 предприятие һәм ойошма КамАЗ-дың акционерына әүерелә[4].
1991 йылдың 4 июлендә «РСФСР-ҙа дәүләт һәм муниципаль предпртиятиеларҙы хосусилаштырыу тураһында» РСФСР Законы ҡабул ителә, уға ярашлы, дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыуҙы Рәсәй Федерацияһының Дәүләт мөлкәтенә идара итеү буйынса дәүләт комитеты ойоштора[5].
1991 йылдың ноябрендә комитет рәйесе итеп Анатолий Чубайс тәғәйенләнә[6].
1991 йылдың ноябренән хосусилаштырыуҙың тиҙләтелгән осоро башлана. Уның нигеҙенә РФ Президентының 1991 йыл 29 декабрь ҡабул ителгән 341-се Указы ята, был Указ "1992 йылға дәүләт һәм муниципаль предприятиеларҙы хосусилаштырыу программаһының төп положениелары"н раҫлай[7] . 1992 йылдың 29 ғинуарында сыҡҡан «Дәүләт һәм муниципаль предприятиеларҙы хосусилаштырыуҙы тиҙләтеү тураһында»ғы 66-сы Указ хосусилаштырыуҙың ҡулланма механизмын билдәләй[8].
1992—1994 йылдың июне: киң күләмле хосусилаштырыу (кесе һәм ваучерлы)
үҙгәртергә1992 йылдың июнендә Рәсәй Федерацияһы Юғары Советы 1992 йылға хосусилаштырыу буйынса дәүләт программаһын раҫлай, унда хосусилаштырыу ысулын предприятиеларҙың ҙурлығына ҡарап һайлау мөмкинлеге бирелә[9].
Предприятиеларҙың классификацияһы | Бәләкәй | Эре | Ҡалғандары |
1992 йылдың 1 ғинуарына исемлектәге кешеләрҙең уртаса һаны | <200 | >1000 | 200-1000 |
1992 йылдың 1 ғинуарына төп средстволарҙың баланс хаҡы, млн һум | <1 | >50 | 1-50) |
Хосусилаштырыуҙың мөмкин булған ысулдары | |||
асыҡ типтағы акционерҙар йәмғиәттәренең акцияларын һатыу | - | + | + |
аукционда / конкурс буйынса һатыу | + | - | + |
Башҡаһы (бөтөргән саҡта мөлкәтте һатыу, арендалағы мөлкәтте һатып алыу) | - | - | + |
Программаға ярашлы,
- бәләкәй предприятиелар сауҙалашыуҙарҙа һатылырға тейеш була йәки был предприятиеларҙа эшләгән кешеләргә туранан-тура һатыла ала («кесе» хосусилаштырыу).
- эре предприятиелар, уртасаларҙың бер өлөшө кеүек үк, мотлаҡ асыҡ типтағы акционерҙар йәмғиәттәренә әүерелдерелергә, унан һуң акцияларҙы һатыу баҫҡысын үтергә тейеш була. Шуның менән бергә устав капиталының 29 проценты асыҡ аукциондар аша хосусилаштырыу чектарына, халыҡ телендә аталғанынса, ваучерҙарға һатылырға тейеш була («чеклы» йәки «ваучерлы» хосусилаштырыу).
Айырым әһәмиәткә эйә булған ҡайһы бер тармаҡтарҙа (ер аҫты, урман фонды, шельф, үткәргес торбалар, дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдары, телевизион станциялар һ.б.) хосусилаштырыу тыйыла. Ә күмәртәле һәм ваҡлап һатыу сауҙаһы, йәмәғәт туҡланыуы, төҙөлөш, ауыл хужалығы етештереү һәм эшкәртеү, аҙыҡ-түлек һәм еңел сәнәғәт предприятиелары мотлаҡ хосусилаштырылырға тейеш була.
Кесе хосусилаштырыу
үҙгәртергәБәләкәй предприятиеларҙы (сауҙа, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү һ.б.) хосусилаштырыуҙы хөкүмәт 1992 йыл башынан, Юғары Советтың 1992 йылға Хосусилаштырыу буйынса дәүләт программаһын хуплағанын көтөп тә тормаҫтан (июндә генә хуплана), башлап ебәрә.
1992 йылдың апрелендә Рәсәйҙә сауҙа, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү һәм йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларын һатыу буйынса тәүге аукцион Түбәнге Новгородта үткәрелә, унда Гайдар менән Чубайс та килә[10].
1994 йылдың 1 ноябренә сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы һәм көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү предприятиеларының 60—70 проценты хосусилаштырыла[11].
Ваучерлы хосусилаштырыу
үҙгәртергәХосусилаштырыуҙы акциялар һатыу аша үтеүсе предприятиелар өс варианттың береһен һайлай ала:
Вариант 1 | Вариант 2 | Вариант 3 | |
Хеҙмәт коллективы | *УК-ның 25%-ы, әммә бер кешегә 20 МРОТ-тан артыҡ түгел — тауыш бирмәүсе өҫтөнлөклө акциялар булараҡ түләүһеҙ биреләләр; *УК-ның 10%-ы, әммә бер кешегә 6 МРОТ-тан артыҡ түгел — тауыш биреүсе ябай акциялар булараҡ номиналь хаҡына 30 % ташлама менән һатыла, түләү 3 йылға кисектерелә, тәүге иғәнә 15%-тан да кәм түгел |
*УК-ның 51%-ы — номиналь хаҡы Х 1,7, шуның менән бергә хаҡтың 50%-ы хосусилаштырыу чектары (ваучерҙар) менән түләнергә тейеш | *УК-ның 20%-ы, әммә 1 кешегә 20 МРОТ-тан да артыҡ түгел — тауыш биреүсе ябай акциялар булараҡ номиналь хаҡына 30 % ташлама менән һатыла, түләү 3 йылға кисектерелә, тәүге иғәнә 15 проценттан да кәм түгел; *УК-ның 20%-ы — хосусилаштырыуҙан һуң 1 йылдан номиналь хаҡына һатыла |
Менеджмент (етәксе һәм уның урынбаҫарҙары, баш бухгалтер, баш инженер) | *УК-ның 5%-ы, әммә бер кешегә 2000 МРОТ-тан артыҡ түгел — номиналь хаҡына һатыла | ||
БӨТӘҺЕ предприятие хеҙмәткәрҙәре, күп тигәндә | УК-ның 40%-ы | УК-ның 51%-ы | УК-ның 40-ы % |
1-се вариантта устав капиталының 25 процентына тиклеме хеҙмәт коллективына түләүһеҙ тапшырылһа ла, бер кешегә 20 МРОТ менән сикләү был өлөштөң ғәмәлдә 10 %-ҡа тиклем һәм унан дә күберәккә кәмеүенә килтерә. Бынан тыш, предприятие хеҙмәткәрҙәре (һәм хеҙмәт коллективы һәм менеджмент) ҡағиҙә булараҡ предприятие өҫтөнән контролде юғалтыуҙан ҡурҡа һәм акцияларҙың контроль пакетын үҙ ҡулында ҡалдырырға тырыша. Ошо арҡала предприятиеларҙың 70-80 проценты 51 процент акцияларҙы үҙҙәрендә ҡалдырған 2-се вариантты һайлай, ә 1-се һәм 3-сө варианттар һирәгерәк ҡулланыла (ярашлы рәүештә 21 % һәм 1 %)[12].
Устав капиталының 29 проценттан да кәм булмаған өлөшөн асыҡ аукциондарҙа ваучерҙарға һатыу акцияларға һатыу юлы менән барған хосусилаштырыуҙың мотлаҡ баҫҡысы була. Бының өсөн аукциондар башланыр мәлгә халыҡты тейешле күләмдәге ваучерҙар менән тәьмин итеү талап ителә.
1992 йылдың 1 октябренән бөтә халыҡҡа хосусилаштырыу чектары (ваучерҙар) таратыла башлай. Чектар Рәсәй Федерацияһы Һаҡлыҡ банкы бүлексәләрендә бирелә, уларҙы алыр өсөн 25 һум аҡса түләргә кәрәк була; ваучерҙың номиналь хаҡы 10 мең һум тәшкил итә һәм 1992 йылдың ғинуары хаҡтарында предприятиеларҙың төп фондтарының йән башына тап килгән хаҡына тиң була[13]. Ваучерҙар исемһеҙ була һәм ирекле һатыла-һатып алына ала. Ләкин «Дәүләт һәм муниципаль предприятиеларҙы хосусилаштырыу тураһында» 1991 йылдың 3 июлендәге РСФСР Законы исемле хосусилаштырыу иҫәптәре менән хосусилаштырыуҙы күҙҙә тота. Ваучерҙарҙың ғәмәлдәге хаҡын һорау менән тәҡдим нисбәте билдәләй, улар 500 һумдан 29 мең һумға тиклем тора (курс буйынса 5-тән 24-кә тиклем АҠШ доллары)[14].
Тәүге 18 аукцион 1992 йылдың декабрендә ойошторола. 1994 йылдың февраленә тиклем бөтәһе 9342 аукцион үткәрелә, уларҙа 52 миллион ваучер файҙаланыла.
Бер ваучерға алмашҡа алып булған акциялар пакетының реаль хаҡы, ниндәй компанияның акцияларына алмаштырылыуға, шулай уҡ ҡайһы төбәктә үткәрелеүенә ҡарап, төрлө хаҡлы була. Мәҫәлән, Түбәнге Новгород өлкәһендә 1994 йылда бер ваучерға «Газпром» акционерҙар йәмғиәтенең 2000 акцияһы (2008 йылда был акцияларҙың баҙар хаҡы 700 мең һум самаһы була), Мәскәү өлкәһендә — 700 акцияһы (2008 йылда — 245 мең һум самаһы), ә Мәскәүҙә 50 акцияһы (2008 йылда 17 мең һум) килә. Бер ваучерға шулай уҡ «ГУМ» сауҙа йортоноң 7 акцияһын алып була (2008 йылда 100 һумдан кәмерәк).
Чеклы хосусилаштырыуҙы тәнҡитләүселәр уны намыҫһыҙ һәм ғәҙелһеҙ тип һанай, сөнки, улар фекеренсә, бик һирәктәргә генә тиҙ арала ныҡ байып китеү мөмкинлеген бирә.
1995: Залоглы аукциондар
үҙгәртергәЗалоглы аукциондар 1995 йылда бер нисә эре компанияның («ЮКОС», «Норильский никель», «Сибнефть» кеүектәрҙең) дәүләт акция пакеттарын залогҡа һалыу иҫәбенә кредит алып дәүләт ҡаҙнаһын тулыландырыу өсөн индерелә. Хөкүмәт кредиттарҙы ҡайтармай, шунлыҡтан акция пакеттары кредиторҙар ҡулына күсә[15][16].
Хөкүмәт алырға тейешле аҡса суммалары федераль бюджеттың килем өлөшөнөң 1,85 проценты самаһын тәшкил итә[17].
Бюджетты тулыландырыу өсөн аукциондарҙы файҙаланыу фекерен «ОНЭКСИМ-банк» етәксеһе Владимир Потанин бирә. Инициатива ул саҡтағы хөкүмәт вице-премьеры Анатолий Чубайс һәм вице-премьер Олег Сосковец тарафынан хуплана[18]. Аукциондар үткәреүгә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт мөлкәтенә идара итеү буйынса дәүләт комитеты башлығы Альфред Кох кураторлыҡ итә.
Залоглы аукциондар һөҙөмтәһендә миллиардер олигархтар (Березовский, Ходорковский, Абрамович һәм башҡалар) хасил була.
Залоглы аукциондар түбәндәгеләргә бәйле тәнҡит аҫтына алына:
- федераль милек башҡа хужаларға үтә түбәнәйтелгән хаҡтарға тапшырыла, ә конкурс юрамал төҫтә үтә;
- залоглы аукциондарҙың һөҙөмтәләре йәмғиәткә законһыҙ булып күренә һәм хосусилаштырыуға ышанысты юҡ итә.
Компанияның атамаһы | Аукционға сығарылған акциялар пакеты (%) | Баҙар хаҡы млн. доллар | Аукцион еңеүсеһе | Хаҡы, млн. долл. | Ағымдағы хаҡы, млн долл. (2012) |
---|---|---|---|---|---|
«Сургутнефтегаз» НК | 40.12 | мәғлүмәт юҡ | «Сургутнефтегаз» НПФ | 88.9 | 11 200 |
«Төньяҡ-Көнбайыш пароходство» АЙ | 20.5 | 10.23 | МФК | 6.05 | 18.3 |
«Силәбе меткомбинаты» АЙ | 15 | 4.3 | «Рабиком» | 13.3 | мәғлүмәт юҡ |
Норильский никель Рәсәй АЙ | 38 | 190 | «Реола» ЯСЙ | 170.1 | 15 800 |
«Лукойл» НК | 5 | 150 | «Лукойл» НК һәм «Империал» банкы | 141.0 | 2 270† |
Сиданко НК | 51 | мәғлүмәт юҡ | МФК | 130.0 | 16 900 |
НЛМК АЙ | 14.84 | 31 | ОНЭКСИМ Банк | 31.0 | 1 400 |
«Мурманск диңгеҙ пароходствоһы» АЙ | 23.5 | 4.75 | АОЗТ «Стратег» | 4.125 | 20.44 |
ЮКОС НК | 45 | 150 | «Лагуна» ЯАЙ | 159.0 | 29 110† |
«Новороссийск диңгеҙ пароходствоһы» АЙ | 20 | 15.2 | «Новороссийское морское пароходство» АЙ | 22.65 | мәғлүмәт юҡ |
«Сибнефть» НК | 51 | 100 | СБС банкы | 100.3 | 10 500† |
- † — 2012 йылға ныҡлы үҙгәргән компаниялар.
1996 — әлеге ваҡыт
үҙгәртергә1997 йылдың 18 июлендә Төмән нефть компанияһы акцияларының 40 процентын һатыу буйынса инвестицион конкурс үтә. Конкурста $835 миллион түләгән Альфа-Групп, Access Industries һәм Ренова альянсы еңә[20].
1997 йылдың июлендә «Связьинвест» компанияһының 25 % + 1 акцияһы аукционда $1,875 миллиардҡа Кипр консорциумы Mustcom Ltd-ға һатыла[21].
1997 йылдың декабрендә «Көнсығыш нефть компанияһы» акцияларының 48 проценты аукционда $800 миллионға ЮКОС компанияһы тарафынан һатып алына[22].
1999 йылдың декабрендә конкурста Төмән нефть компанияһы акцияларының 49,8 проценты һатыла. Альфа-Групп, Access Industries һәм Ренова альянсы конкурс еңеүсеһе була.
2000 йылдың сентябрендә «Ырымбур нефть акционерҙар компанияһы» акцияларының 85 процентлы пакеты тендерҙа $1,08 миллиардҡа «ЕвроТЭК» компанияһына һатыла; һуңыраҡ был актив Төмән нефть компанияһының составына инә[23].
1997—2001 йылдарҙа күмер сығарыу тармағындағы реформалар барышында ҡайһы бер күмер шахталарының дәүләт акция пакеттары хосусилаштырыла, шулай итеп, Рәсәй күмер тармағының 56 проценты (2000 йылғы һандарҙа) шәхси ҡулдарға күсә. Айырыуса эре хосусилаштырыу килешеүҙәре түбәндәге таблицала килтерелә:[24]
Атамаһы | Дата | Акциялар пакеты | пр-во %-ы (2000 йыл) | Һатып алыусы |
---|---|---|---|---|
«Көньяҡ Кузбасс» | 12/97, 12/98 | 80,3 % | 4,3 % | «Көньяҡ Кузбасс» компанияһы, һуңыраҡ — «Мечел» |
«Кузбассразрезуголь» |
12/97, 12/98 | 80,4 % | 13,4 % | компания менеджменты; һуңыраҡ — УГМК |
«Красноярск күмер компанияһы» | 2/2000 | 75,4 % | 14,6 % | Әле — СУЭК |
«Читауголь» | 10/2000 | 15,75 % | 4,3 % | Әле — СУЭК |
«Востсибуголь» |
2/2001, 12/2001 | 41,5 % | 7,2 % | СУЭК; Әле — «Иркутскэнерго» |
«Кузнецкуголь» |
6/2001, 7/2001 | 80,7 % | 4,0 % | Әле — «Евраз» |
«Кузбассуголь» | 8/2001, 9/2001 | 79,37 % | 6,5 % | Әле — ArcelorMittal |
2001 йылда Росгосстрахты хосусилаштырыу башлана, 3 аукционда акцияларҙың 49 проценты һатыла. 2003 йылда Росгосстрахтың — 26 %, 2010 йылда 13,1 проценты һатыла. Был пакеттарҙы партнёры менән Данил Хачатуров һатып ала[25].
2002 йылдың декабрендә «Славнефть» акцияларының 74,95 проценты 1,86 миллиард долларға «Сибнефть» һәм ТНК-BP консорциумына һатыла[26][27].
2004 йылдың сентябрендә «Лукойл» акцияларының 7,59 процентлы пакеты 1,99 миллиард долларға ConocoPhillips'ҡа һатыла[28].
2006—2007 йылдарҙа «халыҡ IPO»һы тип аталған форматта өс эре дәүләт компанияһы хосусилаштырыла:[29][30].
- 2006 йылдың июлендә «Роснефть» акцияларының 15 проценты 10,4 миллиард долларға һатыла. Һатыу IPO рәүешендә Рәсәйҙә һәм Лондонда үтә.
- 2007 йылдың февраль-мартында Һаҡлыҡ банкы акцияларҙың өҫтәмә эмиссияһын асыҡ һатыуға сығара (SPO) һәм 230,24 миллиард һумлыҡ (8,8 млрд доллар) керем ала.[31] Шуның менән бергә хосуси инвесторҙар 5,8 миллиард долларлыҡ акцияларҙы һатып ала, был дәүләт пакетын 63,76 проценттан 60,2 процентҡа ҡалдырып кәметә[32].
- 2007 йылдың майында ВТБ банкының 22,5 процент акциялары 8 млрд долларға һатыла. Һатыу IPO рәүешендә Рәсәйҙә һәм Лондонда үтә.
2007 йылда ЕЭС Рәсәй акционерҙар йәмғиәтен реформалау барышында Рәсәй электр станцияларының яртыһы тиерлек һәм 22 энергия һатыу компанияһы шәхси ҡулдарға күсә. Хосусилаштырыуҙан өҫтәмә эмиссиялар барышында 25 миллиард доллар аҡса керә[33].
2011 йылдың февралендә ВТБ банк акцияларының 10 проценты 3,3 миллиард долларға һатыла[34].
2011 йылдың 28 октябрендә "Беренсе йөк ташыу компанияһы"ның 75 % — 2 акцияһы Владимир Лисиндың UCLH транспорт холдингына ингән "Бойондороҡһоҙ транспорт компанияһы"на 125,5 миллиард һумға (аукциондың старт хаҡы) һатыла[35][36]. Аукцион Рәсәй тимер юл тармағын дәүләттән айырыуҙа иң эре хосусилаштырыу килешеүе тип иҫәпләнә[37].
2012 йылдың 19 сентябрендә Һаҡлыҡ банкының 7,6 процент акциялары 5,2 миллиард долларға һатыла. Һатыу SPO рәүешендә Рәсәйҙә һәм Лондонда үтә (ярашлы рәүештә 3 % һәм 97 % урынлаштырыла)[38].
Дәүләт секторының өлөшө һәм артабанғы хосусилаштырыу пландары
үҙгәртергәРәсәй иҡтисадында дәүләт секторы, төрлө баһалауҙарға ярашлы, 50 проценттан[39] 71 процентҡаса тәшкил итә[40].
2014 йылдың ғинуарында хөкүмәттең беренсе вице-премьеры Игорь Шувалов, Гайдар форумында сығыш яһап, дәүләт секторы өлөшөн 2018 йылға ағымдағы 50 проценттан 25 процентҡа ҡалдырып кәметергә тәҡдим итә[41].
2014-16 йылдарға раҫланған хосусилаштырыу программаһына ярашлы, 514 ФДУП-тың һәм 436 акционерҙар йәмғиәтенең дәүләт акция пакеттары тулыһынса йә өлөшләтә хосусилаштырылырға һәм 1,7 триллион һумлыҡ килем алынырға тейеш була[42][43].
Эҙемтәләр
үҙгәртергә- Рәсәйҙә социализмдан капитализмға күсеү тормошҡа аша.
- Рәсәйҙә ҙур булмаған аҡсаларға милекте ҡулына төшөргән "олигарх"тар төркөмө барлыҡҡа килә.
- Хосусилаштырыуҙы рәсәйлеләрҙең күпселеге ғәҙел булмаған сара тип һанай. Төп хосусилаштырыу идеологтарының береһе булған Анатолий Чубайстың сәйәси рейтингы Рәсәй сәйәсмәндәре араһында һаман иң түбәне булып ҡала.
- Рәсәй граждандарының 80 % 2009 йыл 17 август архивланған. 2008 йылда хосусилаштырыуҙы намыҫһыҙ тип баһалай һәм уның йомғаҡтарын әҙме-күпме кимәлдә ҡайтанан ҡарау кәрәк тип иҫәпләй.
- Хосусилаштырыу илдең индустрияһын юҡҡа сығара, еңел һәм эшкәртеү сәнәғәттәрендә етештереү күләмдәрен бик ныҡ кәметә.
- 1992—2006 йылдарҙа Рәсәйҙә 119 951 дәүләт һәм муниципаль предприятие хосусилаштырыла, унан бюджетҡа 505,9 миллиард һум йәки (уртаса курс буйынса 1 АҠШ доллары 30 һумға тиң тип ҡарағанда) 16,9 миллирад доллар керә[44]. Был предприятиеларҙың яҡынса өстән бер өлөшө (42 924 предприятие) 1993 йылда хосусилаштырыла һәм бюджетҡа ни бары ул саҡтағы арзанайған һумдарҙа 450 миллиард һум, йәғни 90 млн доллар килтерә.
Рәсәйҙәге хосусилаштырыу һөҙөмтәләренең береһе совет предприятиеларының һәм төҙөлөш трестарының торлаҡ фондын законһыҙ рәүештә яңы барлыҡҡа килгән хосуси компанияларҙың устав капиталына индереүҙән тора. Закон буйынса, был торлаҡ фонды (ятаҡтар һәм фатир тибындағы ятаҡтар) ҡала ҡарамғына тапшырылырға тейеш була, әммә күпселек осраҡтарҙа яңы милекселәр, ҡануниәттең йомшаҡлығынан файҙаланып, был ятаҡтарҙы уларҙа йәшәгән кешеләре менән ҡуша һатып алалар. Һөҙөмтәлә, был кешеләр күп йылдар дауамында ҡыуып сығарылыу хәүефе аҫтында йәшәргә мәжбүр. Күп осраҡта законһыҙ хосусилаштырыу эштәре буйынса дәғүә биреү мөҙҙәте үткәнлектән, судтар һәм прокуратура проблемаға бөтөнләй иғтибар бирмәй.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ В. Мау Анти-Стиглиц Российские экономические реформы в представлении их западных критиков Вопросы экономики. 1999. № 11, 12
- ↑ Arkady Ostrovsky. Father to the Oligarchs 2012 йыл 5 июль архивланған. // The Financial Times, November 13 2004 (перевод inopressa.ru: Отец олигархов)
- ↑ О преобразовании производственного объединения «КАМАЗ» в акционерное общество «КАМАЗ» 2016 йыл 25 май архивланған.
- ↑ Автомобильная промышленность Коммерсантъ
- ↑ Закон РФ от 03.07.1991 N 1531-1 «О приватизации государственных и муниципальных предприятий в Российской Федерации» 2017 йыл 11 октябрь архивланған. (в редакции от 5 июня 1992 года)
- ↑ Чубайс, Анатолий
- ↑ Указ Президента РФ от 29.12.91 Г. N 341 «Об ускорении приватизации государственных и муниципальных предприятий» от 24/12/1990 2017 йыл 19 апрель архивланған.
- ↑ Указ Президента РФ от 29.01. 1992 «Об ускорении приватизации государственных и муниципальных предприятий»
- ↑ «Государственная программа приватизации государственных и муниципальных предприятий в Российской Федерации на 1992 год» 2017 йыл 14 декабрь архивланған.
- ↑ «1992: ни шагу назад», Нижегородская правда, 06.05.2013 2014 йыл 23 октябрь архивланған.
- ↑ «История приватизации в России», Берман В. Р., Филиппов П. С. 2017 йыл 21 июнь архивланған.
- ↑ Working paper NO 29 'LAWLESS PRIVATIZATION?' by Elena Medova & Larissa Tischenko, Centre for Financial Research, Judge Business School, University of Cambridge, 2006 2016 йыл 5 март архивланған.
- ↑ Бывший министр экономики экономист Андрей Нечаев так прокомментировал ваучерную схему:
- ↑ 'Voucher privatization in Russia' by Jermakowicz, Pankow, Abramov, Center for Social & Economic Research, Warsaw, May 1994
- ↑ Андрей Бунич. Статьи. «Залоговые аукционы стали вопиющим нарушением всех законов по приватизации». Приватизация и национализация 2012 йыл 7 ғинуар архивланған.
- ↑ Грядет крах олигархов | Залоговые аукционы незаконны | Суд над олигархами
- ↑ Залоговые аукционы 1995 года . Коммерсантъ № 110 (1995) (21 июнь 2000). Дата обращения: 14 август 2010. Архивировано 9 февраль 2012 года.
- ↑ Александр Малютин. Три потанинских удара . // Коммерсантъ-Власть, 16 июня 1998. Дата обращения: октябрь 2011. 2012 йыл 10 ғинуар архивланған.
- ↑ В. И. Добреньков, Н. Р. Исправникова. Пирамиды упущенных возможностей. Российская версия "капитализма для своих". — Москва: Университетская книга, 2014. — 191 с. — ISBN 978-5-91304-335-1. с. 15
- ↑ «Тюменская нефтяная компания»
- ↑ в состав которого вошли «ОНЭКСИМ Банк», инвестиционная компания «Ренессанс Капитал», инвестиционный банк «Deutsche Morgan Grenfell», «Morgan Stanley Asset Management» и фонд Джорджа Сороса «Quantum Fund»
- ↑ 'Anatomy of an Oil Company Sell-Off' by A. Raff, The Moscow Times, May 30, 2002 2016 йыл 11 март архивланған.
- ↑ NEWSru.com: «Нефтяная компания „ОНАКО“ продана за 1,08 миллиарда долларов». 19.09.2000
- ↑ The Privatization of the Russian Coal Industry, by I. Artemiev & M. Haney, 2002
- ↑ Павел Миледин, Ирина Малкова. Как рос «Госстрах» // Forbes, № 94, Январь 2012]
- ↑ Отчет Счётной Палаты о результатах проверки аукциона по «Славнефти» 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ BBC Russian: «„Славнефть“ продали „Сибнефти“ и ТНК». 18.12.2002
- ↑ ConocoPhillips Acquires Russian Government’s Stake in Lukoil, by Peter Finn, The Washington Post, September 30, 2004
- ↑ NEWSru.com: «Котировки „Сбербанка“ вернулись на уровень „народного IPO“». 19.01.2010
- ↑ BBC Russian: «Путин и ВТБ огласили условия выкупа акций „народного“ IPO». 9.02.2012
- ↑ «РИА Новости»: «Крупнейшие приватизационные сделки в России».
- ↑ РБК.ru: «„МДМ-Банк“: „Сбербанк“ привлёк 8,8 млрд долл. в результате SPO» 2016 йыл 11 март архивланған.. 28.03.2007
- ↑ Елена Медведева, Светлана Иванова: «Точка невозврата». «Ведомости», № 248 (2022), 29.12.2007
- ↑ BBC Russian: «Правительство России начало программу приватизации с ВТБ». 14.02.2011
- ↑ Алексей Непомнящий. «Лисин купил ПГК по стартовой цене» . //vedomosti.ru. Дата обращения: 28 октябрь 2011. Архивировано 7 июнь 2012 года.
- ↑ Глеб Столяров, Александра Гелогаева. «Компания Лисина покупает 75% ПГК за 125,5 млрд рублей» . //ru.reuters.com. Дата обращения: 30 октябрь 2011. Архивировано 7 июнь 2012 года. 2017 йыл 9 август архивланған.
- ↑ Дмитрий Симаков. «Компания недели: РЖД продешевила на продаже вагонов» . //vedomosti.ru. Дата обращения: ноябрь 2011. Архивировано 5 февраль 2012 года.
- ↑ «РИА Новости»: «SPO Сбербанка: экзамен сдан на „пять“, хоть руки и дрожали». 19.09.2012
- ↑ «Половину экономики России уже составляет госсектор», О.Кувшинова, Е. Письменная, газета «Ведомости», 06.11.2012
- ↑ Russian Federation: Fiscal Transparency Evaluation, by R. Hughes, T. Josephs, V. Karolova, V. Krivenkov, and Gösta, IMF, May 2014
- ↑ http://www.vestifinance.ru/articles/37939 2014 йыл 2 май архивланған. «Шувалов: долю госсектора в экономике нужно сократить», Вести.ру, 15.01.2014
- ↑ «План приватизации опубликован официально», Лента.ру, 5 июля 2013
- ↑ Новый план приватизации в РФ: государство откладывает продажу активов, РИА Новости, 27.06.2013
- ↑ http://www.ieras.ru/pub/monografii/bezop.pdf 2016 йыл 4 март архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Волков В. В. Силовое предпринимательство: экономико-социологический анализ. М., ГУ-ВШЭ, 2004. ISBN 5-7598-0288-7
- Волков В. В. По ту сторону судебной системы, или Почему законы работают не так, как должны // Неприкосновенный запас, 4 (42)/2005
- Медведев Р. А. Чубайс и ваучер. Из истории российской приватизации. М. : ИМПЭТО, 1997
- Мунтян М. А., Подберезкин А. И., Стреляев С. П. Приватизация и приватизаторы. — М., Воскресенье, 2005. — 308 с.
- Подберезкин А. И., Стреляев С. П., Хохлов О. А., Ястребов Я. И. Секреты российской приватизации. — М. Ступени, 2004. — 144 с.
- Рыжков Н. И. Десять лет великих потрясений. М.: Ассоциация Книга. Просвещение. Милосердие. 1995. 567 с.
- Вилькобрисский М. Как делили Россию. История приватизации. СПб. Издательский дом «Питер». 2012. — 189 с.