Рындзюн һыу менән дауалау йорто

Рындзюн һыу менән дауалау йорто — айырым йорт, XIX быуат аҙағында[1] бында — Дондағы Ростовтың Киров районында Социалистик урамының 94-се йортонда — табип Рындзюн Илья Галилеевич ҡалала беренсе һыу менән дауалау дауаханаһы ойоштора. Йорт тарихи һәм архитектура әһәмиәтенә эйә була. Ваҡыт үтеү менән ул авария хәленә ҡала[2], ә аҙаҡ 2014 йылда бөтөнләй емертелә.

Иҫтәлекле урын
Рындзюн һыу менән дауалау йорто
Фасад фрагменты
Фасад фрагменты
Ил Рәсәй
Адрес Дондағы Ростов, Киров районы, Социалистик урамы, 94
Архитектура стиле көньяҡ урыҫ эклектикаһы
Нигеҙләүсе Илья Рындзюн
Нигеҙләнгән 1885 йыл
Бөгөнгө хәле һүтелгән

Матильда Рындзюн Дондағы Ростовта, ул ваҡыттағы Никольская урамындағы 92-се бинаға, өс ҡатлы айырым йортҡа эйә була[3][4]. 1895 йылда уның ире Илья Рындзюн был йортта ҡалала беренсе һыу менән дауалай торған дауахана аса[5].

Унда ауырыуҙарҙы нур (яҡтылыҡ) менән һәм һыу менән дауалайҙар[1]. Табип үҙенең методтарын «рациональ һыу терапияһы» тип атай, ул осорҙа Ростовта был бөтөнләй яңы күренеш була[2]. Табип Илья Рындзюн Дондағы Ростовҡа Петербургтан күсеп килә, профессиональ белемде ул Император хәрби-медицина академияһында ала[5]. Методтарының яңы булыуына ҡарамаҫтан, Рындзюндың һыу менән дауалау дауаханаһы бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡала халҡы араһында популяр булып китә[2]. Үткәрелгән дауалау процедуралары спектры яйлап киңәйә бара: һыу менән массажға, дауалаусы һәм һауыҡтырыусы ванналарға тағын нур (яҡтылыҡ) менән дауалау өҫтәлә. 1901 йылда Илья Рындзюн үҙенең дауалау ысулдары тураһында бәләкәй тираж менән үҙенең китабын баҫтырып сығара. Китаптар шунда уҡ һатылып бөтә[5]. Яҙыусы Антон Павлович Чехов, Дондағы Ростовта булғанда, шулай уҡ Рындзюн һыу менән дауалау дауаханаһында булған тип уйларға нигеҙ бар[4].

Был өс ҡатлы йортта Илья Рындзюндың балалары үҫә, уларҙың икәүһе данлыҡлы булып китә: ҡыҙы Нина Нисс-Гольдман билдәле скульптор булып китә[5], ә улы А. Ветлугин илдән күсеп китә, сит илдә журналист һәм яҙыусы булып эшләй[1]. 1912 йыл менән даталанған китапта был йорт «Доктор Рындзюндың гидропатик йорто һәм нур менән дауалау дауаханаһы» тигән исем йөрөтә[3]. 1917 йылда, революцияға тиклем, Рындзюн ғаиләһе был йортто Дон ғәскәре йәмғиәте казактары — бер туған Корольковтарға һата, уның хаҡы ул ваҡытта 360 000 һум менән баһалана[5].
1917 йылдан һуң был йортта коммуналь фатирҙар ҡоралар[4]. 2004 йылға тиклем элекке һыу менән дауалау йорто мәҙәниәт министрлығы һаҡлау реестрында регион әһәмиәтендәге тарихи һәм мәҙәни мираҫ объекты сифатында иҫәптә тора[6]. Артабан йә бинаны емерергә тейештәр[2], берсә һаҡларға кәрәк тигән мәғлүмәт килеп сыға[7].
20092010 йылдарҙа ростовлылар йортто емереүгә ҡаршы акциялар үткәрә[1]. Бынан һуң, 2012 йылда бина торғы менән һатыуға ҡуйыла, йортто тарихи фасадты һаҡлау шарты менән һатырға тейеш булһалар ҙа, аукцион үткәрелмәй[4]. 2013 йылғы торошҡа ҡарата йорт авария хәлендә була[4].
2014 йылда һыу менән дауалау йорто приватизациялана[8], ә аҙаҡ барыбер емертелә. Емереү ауыр техниканы ҡулланмай башҡарыла, йортто ҡул менән һүтәләр[9].

Һүрәтләмә

үҙгәртергә

Рындзюн йорто көньяҡ урыҫ эклектика стилендә төҙөлә, ваҡыт үтеү менән ул юғала[2]. Фасад биҙәгенең төп элементы булып мул осраған һылап яһалған биҙәктәр була[5]. Йорттоң тәүге ике ҡатында һыу дауаханаһы урынлаша, ә өсөнсө ҡатта табип ҡатыны һәм дүрт балаһы менән йәшәй[5].

Йорттоң фасады кирбес менән биҙәкләнгән була, был кирбестәрҙе заводсы Епифанов — килемле кирбес мануфактураһы хужаһы сығара[5]. Уның предприятиеһында бөтә кирбестәр ҙә ҡулдан ҡалыпҡа һалыу ысулы менән эшләнә. Емертелгән йорт ҡына түгел, ә йорт урынлашҡан участка, һыу менән дауалау дауаханаһы урынлашҡан район тарихи һәм мәҙәни әһәмиәткә эйә ине[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә