Руя Садат
Руя Садат (перс. رویا سادات;[2][3] 1981, Герат, Афғанстан) — афған кинорежиссёры һәм кинопродюсеры. Ул талибтарҙан һуңғы осорҙа ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата ғәҙелһеҙлек һәм сикләүҙәр темаһына нәфис һәм документаль фильмдар төшөрөргә ҡыйыулыҡ иткән афған кинематоргафияһы тарихында беренсе ҡатын-ҡыҙ-режиссёр. Талибтар режимы ҡолатылғандан һуң ул үҙенең тулы метражлы беренсе «Өс нөктә» фильмын төшөрә[4][5], уның өсөн байтаҡ наградаларға лайыҡ була[6]. Руя Садат 2003 йылда һеңлеһе Алка менән Руя Кино Йортона нигеҙ һала, уның башланғысы аҫтында 30-ҙан ашыу документаль һәм нәфис фильм сығарыла башлай[7][8].
Руя Садат | |
пушту رویا سادات | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Афғанстан |
Тыуған көнө | 8 март 1983 (41 йәш) |
Тыуған урыны | Герат[d], Афғанстан[1] |
Бер туғандары | Alka Sadat[d] |
Һөнәр төрө | кинопродюсер, кинорежиссёр, кинематографист, сценарий яҙыусы |
Уҡыу йорто | Университет города Герат[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 22 608 |
Руя Садат Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәРуя Садат афған ҡалаһы Гератта[4] 1981 йылда совет-афған һуғышы ваҡытында тыуған. Ул Герат ҡалаһында Университетта политология һәм хоҡуҡ өйрәнә һәм 2005 йылда сәнғәт бакалавры дәрәжәһе ала. 2006 йылда Садат Пусанда Азия академияһында кинорежиссура курсында уҡый[9]. Уның йәшлеге йылдарында Афғанстанда талибтар хакми итә, һәм ҡатын-ҡыҙҙарға белем алыу тыйыла. Ул һәм уның биш ҡыҙ туғаны әсәһе етәкселегендә йорт белеме ала[5]. Руя үҙ аллы уҡый, фарсы телдәрендә тәржемәлә Сид Филдтың китаптарын уҡып белем ала[4]. Уны фильмдар етештереү сәнғәте ныҡ арбай, әммә талибтар режимы ваҡытында репрессив атмосфераны иҫәпкә алып, ул пьесалар һәм фильмдар өсөн сценарийҙар яҙа[10][11]. 1999 йылда, талибтар хакимлығы ваҡытында уҡ ул афған ҡатын-ҡыҙҙары төркөмө ойошторған театрҙа ҡуйыу өсөн пьеса яҙа[12]. Талибтар режимы ҡолатылғандан һуң Садат фильмдар төшөрә башлай, һәм уның продюсер һәм режиссер сифатындағы беренсе фильмы тулы метражлы «Өс нөктә» картинаһы була, ул Афғанстанда «Күп нөктә» кеүек билдәле[13][4]. Ул был фильмды цифрлы вилеоформатта кәмендә ике аҙна эсендә төшөрә. Фильм көнбайыш тамашасыһына Афғанстанда ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәле тураһында күҙаллау бирә[4]. Унда төп ролде актёрлыҡ белеме булмаған Гөл Афроз уйнай. Ире һәм уның ғаилә ағзалары Афрозға фильмда төшөргә ҡамасауларға маташҡас, ул үҙенә ҡул һалыу менән янай[4]. «Өс нөктә» бөтә донъяла һоҡланыулы баһа ала[14].
Садаттың беренсе тулы метражлы фильмына тиклем булған «Усама» документаль таҫмаһы өсөн афған режиссеры һәм продюсеры Сиддиҡ Бармаҡ уға 2000 доллар түләй, шулай уҡ уны ике ҡыҫҡа метражлы фильм һәм япон телевидениеһында эшләр өсөн сценарий яҙырға яллай[4]. Ул «Өс, ике, бер» документаль фильмын төшөрөүҙә ҡатнаша, был фильм афған ҡатын-ҡыҙҙары араһындағы наҙанлыҡ тураһында һөйләй, фильмды һеңлеһе Алка төшөрә. Фильм 2007 йылда афған парламентында ҡатын-ҡыҙҙар белеме мәсьәләһе буйынса закондар ҡабул ителеү сиктәрендә күрһәтелергә тейеш була[15].
«Тарала уйын» нәфис фильмы Азия ҡатын-ҡыҙҙар IAWRT кинофестивалендә 2011 йылда күрһәтелә, унда үҙенән күпкә оло йәштәге иргә кейәүгә сыҡҡан 17 йәшлек ҡыҙҙың михнәттәре тураһында һөйләнелә. Ул шулай уҡ Кабулда кеше хоҡуҡтарына арналған Беренсе көҙгө кинофестивалдә демонстрациялана, һәм тамашасыларҙың юғары баһаһын ала[16][17]. Үҙенең эштәрендә һәм музыка менән башҡа кино етештереү өлкәләрендә Садат ғәҙәттә сценарийсы, режиссёр, актриса сифатында сығыш яһай[16] 2007 йылда Руя Садат Tolo TV афған телевидениеһында популяр «Был йорттоң серҙәре» мелодрамаһы өҫтөндә эшләй, ул 50 сериянан тора һәм Афғанстанда көндәлек тормошто һүрәтләй[16][17].
Библиография
үҙгәртергә- Graham Mark A. Afghanistan in the Cinema. — University of Illinois Press, 2010. — ISBN 978-0-252-03527-2.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ حوار مع رؤيا سادات، المخرجة الأحدث سناً في أفغانستان:"عرض الواقع بدلاً من تمثيله" (ғәр.) // Qantara.de — 2005.
- ↑ Nili, Hadiنام رویا سادات در فهرست 'زنان شجاع' وزارت خارجه آمریکا.BBC Persian(24 марта 2018).Дата обращения: 17 марта 2021.
- ↑ Meet the 2018 International #WomenofCourage.Государственный департамент США(21 марта 2018).Дата обращения: 17 марта 2021.Архивировано 22 марта 2018.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 Graham, 2010
- ↑ 5,0 5,1 Nagarajan, Saraswathy. Voice of the silenced (17 декабря 2014). 17 марта 2021 тикшерелгән.
- ↑ Nawa, Fariba New Voices New Afghanistan. Aramco World(2007).Дата обращения: 17 марта 2021.
- ↑ Roya Sadat: 'She even changed her name to Sohrab, a boy's name'(4 мая 2014).Дата обращения: 17 марта 2021.
- ↑ International Jury.Roya Sadat. International Film Festival of Kerala 2015. Дата обращения: 17 марта 2021.
- ↑ Roya Sadat: 'She even changed her name to Sohrab, a boy's name'(4 мая 2014).Дата обращения: 17 марта 2021.
- ↑ Roya Sadat: 'She even changed her name to Sohrab, a boy's name'(4 мая 2014).Дата обращения: 17 марта 2021.
- ↑ Ways Of Seeing: Rhetoric And Reality Report on the 7th IAWRT Asian Women's Film Festival, Seminar and Exhibitions India International Centre, New Delhi March 5, 7 and 8, 2011(pdf). The Network of Women in Media, India(2011).Дата обращения: 17 марта 2021.
- ↑ International Jury.Roya Sadat. International Film Festival of Kerala 2015. Дата обращения: 17 марта 2021.
- ↑ Roya Sadat: 'She even changed her name to Sohrab, a boy's name'(4 мая 2014).Дата обращения: 17 марта 2021.
- ↑ International Jury.Roya Sadat. International Film Festival of Kerala 2015.Дата обращения: 17 марта 2021.
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;Nawa
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ 16,0 16,1 16,2 Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;Net
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ 17,0 17,1 Mohan, Reena They question with their camera . The Hindu Businessline (20 октябрь 2011). Дата обращения: 17 март 2021.