Рухани Пирр Бретский сиркәүе

Рухани Пирр Бретский сиркәүе— грузин архитектураһы ҡомартҡыһы, Карел муниципалитетының Брети ауылында урынлашҡан. Монастырь VI быуатта изге Пирр тарафынан төҙөлгән, изге мәйете уның ошо уҡ сиркәүҙә ерләнгән. Бында элек туғандаш ҡәберҙәр булған. Рухани Пирр сиркәүе яңынан ҡорола, ул Изге Георгий сиркәүе менән берләштерелә. Әлеге Изге Геогий сиркәүе VIII-IX быуаттарға ҡарай, әммә ул ҡапыл төҙөлмәгән. Уның төньяҡ өлөшө башта рухани Пирр сиркәүе була. Был ҙур булмаған бер нефлы бина емерелә. Сиркәү эсендә яҙылған ҡәбер таштары менән баҫҡыс бар. Феодалдәүере аҙағында сиркәү яңынан төҙөлә. Манараһы бинаның көньяҡ-көнбайыш мөйөшөндә төҙөлә. Сиркәү XIX быуатта йүнәтелә.

Рухани Пирр Бретский сиркәүе
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Карельский муниципалитет[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]

Совет осоронда ғибәҙәттәр туҡтатыла, һәм ҡорамды аҙыҡ-түлек келәтенә әйләндерәләр. XX быуат аҙағында сиркәүҙе реконструкциялайҙар. Ҡомартҡы үҙенең баштағы ҡиәфәтен ала. Көньяҡ яғында тик бер ишек була, ул бөгөнгө көндә лә инеп-сығыу урыны булып хеҙмәт итә. Изге урынында тар тәҙрәһе бар. Манараһы кирбестән төҙөлә, ҡыйығы пирамида формаһында. Брети ауылында монахтар тормошо дауам итә.

  • საქართველოს ისტორიისა და კულტურის ძეგლთა აღწერილობა, ტ. 5, გვ. 361, თბ., 1990 წელი.
  • ხ. რაქვიაშვილი, „ცამეტი ასურელი მამა და მათ მიერ დაარსებული მონასტერები“, თბ., 2015, გვ. 150-152

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • ბრეთის მამა პიროსის ეკლესია