Русса-башҡортса, башҡортса-русса математика терминдары һүҙлеге
Русса-башҡортса, башҡортса-русса математика терминдары һүҙлеге — рус һәм башҡорт телдәрендә математика терминдары һүҙлеге.
Русса-башҡортса, башҡортса-русса математика терминдары һүҙлеге | |
Атамаһы | Математика терминдары һүҙлеге |
---|---|
Автор | Мәйсәрә Сәләхи ҡыҙы Әхтәмова, Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы Әхтәмов |
Нәшер итеүсе | Китап |
Нәшер ителеү урыны | Өфө |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1982 һәм 1993 |
Төҙөүселәре Мәйсәрә Сәләхи ҡыҙы Әхтәмова һәм Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы Әхтәмов. Һүҙлек Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының Президиумы эргәһендәге Терминология комиссияһы тарафынан раҫланған. Башҡортостан китап нәшриәте тарафынан 1982 йылда «Словарь математических терминов» исеме аҫтында баҫылып сыҡҡан. Һүҙлектә ике меңдән ашыу терминологик берәмек бар. Ул русса— башҡортса һәм башҡортса-русса өлөштәрҙән тора. Һүҙлек уҡыусылар, уҡытыусылар, тәржемәселәр, газета-журнал редакциялары, телевидение, радио, нәшриәт хеҙмәткәрҙәре, журналистар, башҡорт телендә белем биргән уҡытыусылар[1] өсөн тәғәйенләнгән.
Һүҙлек ҡабаттан, тулыландырылып, 1993 йылда Өфө «Китап» нәшриәтендә «Математика терминдары һүҙлеге» исеме аҫтында баҫылып сыға. Ул Әхтәмов Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы тарафынан Мәйсәрә Сәләхи ҡыҙы Әхтәмова һәм улы, математика фәндәре докторы, БДУ профессоры Азамат Әхтәмов менән берлектә төҙөлгән. Унда 2990 һүҙ тупланған, тиражы 3000 дана.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Русско-башкирский и башкирско-русский словарь математических терминов. Составители: М. С. Ахтямова, М. X. Ахтямов.— Изд. 1-ое. Башкирское книжное издательство, 1982.— 120 с.
- А. М. Әхтәмов, М. С. Әхтәмова, М. Х. Әхтәмов. Математика терминдары. Русса-башҡортса, башҡортса-русса математика терминдары һүҙлеге. Өфө. «Китап» 1993.