Рускеала (тау паркы)
«Рускеала» тау паркы (фин. Ruskeala— «Көрән, Һоро») — Карелия республикаһының Сортавала районында урынлашҡан туристик комплекс. Комплекстың нигеҙе-мәҙәни мираҫ объекты, грунт һыуҙары менән тултырылған тарихи һәйкәл-элекке мәрмәр карьеры тора.
Рускеала | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Рускеала[d] |
Урын | Рускеала[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | список объектов культурного наследия: Сортавальский район[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1] |
Рәсми сайт | ruskeala.ru |
Указания, как добраться | улица Набережная |
Рускеала Викимилектә |
Географияһы
үҙгәртергәРускеала ҡасабаһы эргәһендә Сортавала ҡалаһынан 30 саҡрым төньяҡҡа ҡарай, Тохмайоки йылғаһы яры буйында урынлашҡан.
Дөйөм мәғлүмәттәр
үҙгәртергәКарьерҙың төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай оҙонлоғо 460 метр, киңлеге — 100 м тиклем. Карьерҙың иң юғары нөктәһенән төбөнә тиклем аралыҡ — 50 метрҙан ашыу. Һыуҙың үтә күренеүсәнлеге 15-18 метрға етә[2].
Иҫке карьерҙың стеналары ер аҫты эшләнештәр системаһы — вертикаль шахталар менән тоташтырылған штольня һәм штректар менән теҙелгән. тоташтырыу вертикаль шахта. Эшләнештәрҙең байтаҡ өлөшө Бөйөк Ватан һуғышынан һуң һыу аҫтында ҡала; һыуҙы һурҙырып алыу мөмкин булмай. Тау эшләнештәренең дөйөм оҙонлоғо бер нисә саҡрым тәшкил итә. Ҙур булмаған мәрмәр блоктарҙан һалынған завод идаралығы бинаһы һәм эзбиз яндырыу өсөн мейестәрҙең өлөшө һаҡланып ҡалған.
Тарихы
үҙгәртергәТаш сығарыу урынын пастор-тыуған өйрәнеү буйынса белгес, Ирекле иҡтисади йәмғиәт ағзаһы Сматиул Алопеус таба, 1765 йылда , Екатерина II батшалығы башында уны эшкәртә башлайҙар. Беренсе эштәр менән «таш эштәре өйрәнсеге» Андрей Пилюгин етәкселек итә, уға итальян белгестәре консультация бирә.
Ятҡылыҡта 5 карьер төҙөлә, унда быраулау һәм дары зарядтары һалыу ярҙамында 4 төҫлө — көлһыу, һоро-йәшел, һоро юлаҡта менән аҡ, юлаҡлы күк-һоро мәрмәр сығарыла. Таш сығарыуҙа урындағы халыҡтың 500 кешеһе ҡатнаша
Мәрмәр Рускеала мәмерйәһе Санкт-Петербург һәм һарай яны ҡоролмаларын төҙөүҙә файҙаланыла. Уның менән Исаакий соборын тышлайҙар, Ҡазан соборының иҙәнен түшәйҙәр, Эрмитаж һәм Михаил замогының фасадын, шулай уҡ Петербург метрополитетының «Приморская» һәм «Ладожская» ер аҫты станцияһы залдарын биҙәйҙәр.
Исаакий соборын ҡороу ваҡытында 1818—1858 йылдарҙа, мәрмәр эштәренә бер нисә тапҡыр архитектор Огюст Монферран килә
1846 йылда, бысыу һәм шымартыу заводтарын төҙөгәндән һуң һәм мәрмәр ярсыҡтарынан эзбиз етештереүҙе ойошторғандан һуң заводта эшселәр һаны 800 кешегә етә.
1939—1947 йылдарҙа карьер эшләмәй. Мәрмә-эзбиз заводында етештереү 1947 йылда тергеҙелә һәм 1990 йылдар башына тиклем дауам итә. Блоктарҙа мәрмәр, шулай уҡ эзбиз етештереү өсөн мәрмәр, эзбизташ оно, һәм төрлө фракциялы ваҡ таш аҙ миҡдарҙа сығарыла.
1998 йылда мәрмәр ватыуҙарҙың төп карьеры мәҙәни мираҫ объекты булараҡ дәүләт һаҡлауы аҫтына алына.
1999 йылда мәрмәр ватыуҙарҙың төп карьеры халыҡ-ара «Зәңгәр юл» туристик маршрутҡа индерелә.
2010 йылда Рускеалала «Тёмный мир» фильмының күп өлөшө төшөрөлә
2017 йылдан тау паркында йәйге«Ruskeala Symphony» музыкаль фестиваль үткәрелә[3]
2019 йылдың 1 июнендә Сортавала станцияһынан «Рускеала» тау паркына тиклем пар менән йөрөтөлә торған туристик ретропоезд файҙаланыуға тапршырыла, уның интерьеры «Николай экспрессы» стилендә башҡарылған[4]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Постановление Председателя Правительства Республики Карелия № 333 от 25.05.1998
- ↑ Рускеала. Мраморный карьер Рускеала. (30 октября 2010). Дата обращения: 30 октября 2010
- ↑ Музыкальный фестиваль «Ruskeala Symphony» собрал шесть тысяч зрителей. ptzgovorit.ru. Дата обращения: 10 марта 2020.
- ↑ РЖД запустит ретропоезд на юге Карелии. Интернет-журнал «Республика» (24 мая 2019)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Л. в. Вернадский карелия, владимир иванович морозов. Экскурсия рускеал геолог. Карел бөтә рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәтенең республика Советы. Карел экологик журнал "Йәшел япраҡ"; 2012 йыл, декабрь, №2. 25-26 б.
- Карьер мраморных ломок в пос. Рускеала (рус.). Объекты культурно-исторического наследия Карелии. Дата обращения: 17 марта 2020.
- Горный парк «Рускеала» (рус.). ruskeala.info. Дата обращения: 17 марта 2020.
- Vladimir Kezling. Северное Приладожье / Горный парк «Рускеала» (рус.). kezling.ru (8 июля 2010). — Фоторепортаж о мраморном карьере. Дата обращения: 17 марта 2020.
- Рускеальский мраморный карьер (рус.). Дайвинг-центр ORCA. Дата обращения: 17 марта 2020.
- Рускеала: Мраморный карьер (неопр.). «Рускеала» (2010). Дата обращения: 17 марта 2020.