Русе аэропорты
Русе аэропорты (IATA: ROU, ICAO: LBRS) (болг. Летище Русе) ― элекке хәрби һәм пассажирҙар аэропорты Болгарияның Русе ҡалаһынан көньяҡҡа ҡарай 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 2016 йылдың аҙағында ябылған, әммә бәләкәй пассажир һәм йөк самолеттары менән эшләүгә лицензияһы бар[1].
Русе аэропорты | |
Нигеҙләү датаһы | 1967 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Русе[d] |
Дәүләт | Болгария |
Административ-территориаль берәмек | Русенская область[d] һәм Штрыклево[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 574 фут |
Хеҙмәтләндерелгән ҡала | Русе[d] |
ИАТА аэропорты коды | ROU |
ИКАО аэропорты коды | LBRS |
Русе аэропорты Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәАэропортҡа Болгарияның һауа көстәре өсөн уҡыу полигоны булараҡ 1967 йылда нигеҙ һалына. «Штрыклево» 11-се авиабазаһы исемен йөрөткән һәм Aero L-29 Delfin самолеттары менән йыһазландырылған. «Балкан» дәүләт авиакомпанияһы тарафынан София аэропортына эске рейстар өсөн ҡулланылған. Болгарияла коммунистар режимы ҡолатылғандан һуң эске рейстар отошһоҙ булып таныла, дәүләт финанслауы туҡтатыла. 1998 йылға тиклем аэропорт күнекмәләр базаһы сифатында хеҙмәт иткәндән һуң, уны тарҡаталар.
Үҫеше
үҙгәртергәБолгария хөкүмәте ҡайһы бер үҙенең хөкүмәт-ара аэропорттарына концессия бирә, әммә 2007 йылдың аҙағында швейцар Фердинанд Приси инвесторҙары һәм болгар компанияһы Приста Ойл яғынан ҡыҙыҡһыныуҙар күрһәтһә лә беренсе процедура уңышҡа ирешмәй[2] Хөкүмәт аэропорт өсөн яңы ставка булдырырға ҡарар итә һәм яңы конкурс 2007 йылдың декабрь уртаһында үткәрелергә тейеш була[3], әммә тендер һуңынан билдәһеҙ срокка кисектерелә.
2014 йылдың октябрь урталарында Тарнспорт министрлығы Русе аэропортын муниципалитет милегенә биреү тураһында ҡарар ҡабул итә. Муниципаль совет килешеү төҙөү идеяһын хуплай һәм 2014 йылдың ноябрендә килешеү төҙөлә[4].
Болгар хөкүмәте Штрыклево ауылындағы күсемһеҙ милек хоҡуғын, шулай уҡ Русе аэропортындағы үҙенең өлөшөн 2014 йылдың 17 декабрендә муниципалитетҡа тапшыра[5]. 2015 йылдың 4 февралендә юридик процедуралар тамамлана[6]. Әлеге ваҡытта Русе аэропорты рәсми рәүештә муниципалитет милке булып тора.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Малки самолети вече ще могат да кацат на летище «Русе» (болг.), www.dnevnik.bg. 23 март 2017 тикшерелгән.
- ↑ Capital.bg. Полет над Щръклево гнездо (болг.), www.capital.bg. 23 март 2017 тикшерелгән. 2008 йыл 1 апрель архивланған.
- ↑ Транспортното министерство се опасява от свиване на инвестициите в концесионни обекти (инг.), econ.bg. 23 март 2017 тикшерелгән.
- ↑ Русе ще стане първият град с общинско летище в България (болг.). 23 март 2017 тикшерелгән. 2016 йыл 6 март архивланған.
- ↑ Bulgaria's Ruse Airport becomes municipal, to resume operations - govt - SeeNews - Business intelligence for Southeast Europe (ингл.). Дата обращения: 23 март 2017. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Летище Русе вече е собственост на общината (4 февраль 2015). 23 март 2017 тикшерелгән. 2016 йыл 21 декабрь архивланған.