Рур музыка театры
Рур музыка театры (нем.Revier Musiktheater im) — Гельзенкирхендың (Германия) төп мәҙәниәт ҡомартҡыларының береһе[3] . 1959 йылдың 15 декабрендә асылған.
Рур музыка театры | |
Нигеҙләү датаһы | 1959 |
---|---|
Дәүләт | Германия[1] |
Административ-территориаль берәмек | Гельзенкирхен[d][1] |
Архитектор | Werner Ruhnau[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 1959[2] |
Һыйым | 1344 |
Мираҫ статусы | мәҙәниәт ҡомартҡыһы[d] |
Рәсми сайт | musiktheater-im-revier.de |
Рур музыка театры Викимилектә |
Тарихы һәм тасуирламаһы
үҙгәртергәТеатр өс йыл дауамында төҙөлгән (1956—1959 йылдарҙа). Мәҙәниәт ҡорамын төҙөүҙә үҙ ваҡытында бер нисә талантлы архитектор (Вернер Рунау, Харальд Дайлманн, Ортвин Раве һәм Макс фон Хаузен) эшләй. Тәүҙә театрҙа төп жанрҙар булып опера, балет һәм драма сығыш яһай. Әммә 1966 йылдағы финанс кризисынан һуң тик музыка жанрына ғына күсәләр.
Театр фасады куб формаһында һәм 4500 квадрат метр быяланан башҡарылған. Был урам яҡтан бинаның эске өлөшөн күрергә мөмкинлек бирә. Ә бынаның тамаша залы, киреһенсә, түңәрәк формала. Рур театры үҙенсәлекле дизайны арҡаһында бик танылған.
Театр постановкаларын Ҙур һәм Бәләкәй залдарҙа ҡарарға мөмкин. Ҙур залдың дөйөм һыйҙырышлығы 1005 урын, Бәләкәй залы 336 урын тәшкил итә[4]
Театр хәҙер
үҙгәртергәҺуңғы йылдарҙа Рур музыка театры ҡыҙыҡлы пьесалары менән сәнғәт һөйөүселәрҙе үҙенә йәлеп итә. Театрҙың ижади коллективы үҙ опера труппаһынан, хор артистарынан, балет труппаһынан тора. .
Шулай уҡ «Яңы Вестфалия филармонияһы» исемендәге музыка коллективы бар[5], ул Төньяҡ Рейн-Вестфалия ерендә иң ҙур дәүләт оркестры булып тора.
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергә1961 йылда театр бинаһында Бернхард Виккиның «Чудо отца Малахиаса» фильмы төшөрөлә
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ http://www.theatre-architecture.eu/db/?theatreId=2053 (ингл.) — Arts and Theatre Institute.
- ↑ Musiktheater im Revier Gelsenkirchen . musiktheater-im-revier.de. Дата обращения: 17 февраль 2019.
- ↑ Музыкальный театр (Musiktheater im Revier)/Германия . www.worlds.ru. Дата обращения: 17 февраль 2019. 2019 йыл 18 февраль архивланған.
- ↑ Новая филармония Вестфалии Википедия . ru-wiki.ru. Дата обращения: 17 февраль 2019. 2019 йыл 18 февраль архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Georg Dehio: Das Handbuch der Deutschen Kunstdenkmäler: Nordrhein-Westfalen 2. Westfalen 2012, ISBN 978-3-422-03114-2.
- Michael Hesse, Michael Bockemühl: Kunstort Ruhrgebiet: Musiktheater Gelsenkirchen — Yves Klein: Blaue Reliefs, Bauen zwischen international Style und klassischer Tradition, Brennendes Blau. 2003, ISBN 3-89861-225-2.
- Nicole Jakobs: Baukunst für die «Stadt der Tausend Feuer». Das Gelsenkirchener Musiktheater. In: Denkmalpflege in Westfalen-Lippe. H. 2 (1998), S. 47-54.
- Anna Kloke: Theater macht Stadt. Das Gelsenkirchener Musiktheater im Revier als Impulsgeber für Urbanität und kulturelle Identität im Ruhrgebiet der Nachkriegszeit // INSITU 2018/2, S. 295—306.
- Werner Ruhnau, Ludwig Baum: Baukunst — Yves Klein, Robert Adams, Paul Dierkes, Norbert Kricke, Jean Tinguely — Das Gelsenkirchener Theater. Gelsenkirchen 1992.