Руокко йорто (Таганрог)

Руокко йортоРостов өлкәһе Таганрог ҡалаһындағы ике ҡатлы йорт. Йортта йәшәүселәр яҙыусы А. П. Чехов ғаиләһе менән бәйле булған.

Иҫтәлекле урын
Руокко йорто
Ил Рәсәй
Урыны Ростов өлкәһе, Таганрог, Грек урамы, 100
Төҙөлгән ваҡыты ХIХ быуаттың аҙағы

Адресы: Таганрог ҡалаһы, Грек урамы,100.

Таганрогтың Грек урамы мөйөшөндә төҙөлгән ике ҡатлы йорт ХIХ быуаттың 3-се сирегендә төҙөлгән. Хәҙерге ваҡытта йорт яңынан төҙөлгән, элек ул көмбәҙле ҡапҡалар менән ике тигеҙ өлөшкә бүленгән булған. Унан йорттоң эске ишек алды күренеп торған. 1880-сы йылдарҙа йорт сауҙагәр Константин Муссури милкендә булған, һуңынан уны италия гражданы Давид Януарьевич Руоккоға һатҡандар.

Давид Януарьевич тыумышы менән Италиянан, уның бик яҡшы музыка һәләте була, бер нисә музыка уйын ҡоралдарында уйнаған, бай таганрог ғаиләләрендә музыка дәрестәре биргән, Таганрог ҡала баҡсаһы оркестрының етәксеһе булған.

Ул Таганрогта үҙенең улы Евгенийҙы скрипкала уйнарға өйрәткән. Евгений һуңыраҡ яҙыусы А. П. Чехов дуҫының ҡыҙы Евгения Дмитриевна Савельеваға өйләнгән. Яҙыусының атаһы , Павел Егорович Чехов (18251898) Давид Януарьевичты үҙенең музыкаға һәләтле улы Николайҙы скрипкала уйнарға өйрәтеү өсөн саҡырған.

1910-сы йылдарҙан алып йорттоң хужаһы дворян Николай Иванович Демин булған. Уның ҡатыны Александра Васильевна йортта оранжерея һәм сәскәләр магазины тотҡан.

1912 йылда йортто Ветлицкийҙарҙың ғаиләһе (арендаға) ҡуртымға алған. Ғаилә башлығы Вадим Иванович Ветлицкий — коллежский кәңәшсе булған. Ошо уҡ йортта Таганрог коммерция училищеһы уҡытыусыһы Валентин Самойлович Исакович фатирҙа торған.

Хәҙерге ваҡытта был торлаҡ йорт.

Әҙәбиәте

үҙгәртергә
  • Гаврюшкин О. П. По старой Греческой… (Хроника обывательской жизни). — Таганрог: Лукоморье, 2003. — 514 с. — ISBN 5-901565-15-0.

Һылтанмалар

үҙгәртергә