Руиси соборы
Руиси соборы (грузин телендә რუისის ღვთისმშობლის ტაძარი) - грузин православ сиркәүе көнсығыш Грузияла Шида-Картли төбәгенең Руиси ауылында урынлашҡан. Сиркәү 11 быуатта төҙөлгән, 15 быуатта үҙгәртеп ҡоролған. Был сиркәү оҙон көмбәҙле, көнсығыш яғында апсида менән грек тәреһе формаһында. Собор Грузияның милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡылар исемлегенә индерелгән[1]
Руиси соборы | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Карельский муниципалитет[d] |
Епархия | Урбнисская и Руисская епархия[d] |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Руиси соборы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәРуиси соборы Шида-Картли төбәгендәге Карели муниципалитеты Руиси ауылының уртаһында тора.
Руиси соборы грузин православ епискобының резиденцияһы була. Сиркәү епископтарының береһе Леонти 11 быуатта Тшовребтың күп өлөшөн төҙөү буйынса дан ала[2][3]. 1695 йылда Имеретия батшаһы Руала тотҡонлоҡта булған Александр IV бында үлтерелә һәм Руиси сиркәүендә ерләнә.
Әлеге ҡоролма төҙөлөштөң төрлө этаптары, емерелеүҙәре, тәбиғәтте һаҡлау саралары һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Төҙөлөш ҡалдыҡтарының иң иртә стадияһы 8 йәки 9 быуаттарға ҡарай. Апсиданың төньяҡ көмбәҙендәге яҙыуға ярашлы сиркәү 10 быуаттың аҙағы йәки 11 быуаттың башында яңынан ҡорола. Собор тулыһынса тиерлек 1400 йылда Тимурҙың Грузияға баҫып инеүенән һуң емерелә. Александр Руиси һәм Мцхета сиркәүҙәрен тергеҙеү өсөн махсус рәүештә һалым йыя. Көнбайыш фасадтағы яҙыу Александрға, ә көньяҡ фасадтағы яҙыу архитектор Шалвеға арналған. 1660 йылдарҙа сиркәүҙе епископ Ларадзе һәм королева Мириам йүнәтә. 1920 йылдағы ер тетрәүҙән һуң зыян күргән сиркәү 1936 йылдан 1938 йылға тиклем реставрациялана.[4]
Архитектураһы
үҙгәртергәРуиси соборының күләме 27.3 × 19.6 һәм бейеклеге 23.3 метр тәшкил итә. Сиркәү ҡом блоктарҙан төҙөлгән. Реконструкция барышында базальт, эзбизташ һәм кирбес ҡулланыла. Бина колонна нигеҙендә ҡоролған. Көнбайышта, көньяҡа һәм төньяҡта өс инеү урыны, ун ике тәҙрә уйылған[4]
Изге урыны ике яҡтан пастофорий менән бүленгән һәм аркалы тишектәр менән тоташҡан. Башҡа өлөштәрҙән ағаста биҙәлгән иконостас менән айырылып тора. Эстә һуңғы урта быуат фрескаларының фрагменттарын күрергә мөмкин. Көмбәҙенең ҡыйығы ҡурғаштан, ҡыйығының ҡалған өлөшө плитка менән ябылған. Фасады, бигерәк тә ишек һәм тәҙрәләренең эргәһе ташта һырлау менән биҙәлгән.
Сиркәүҙән көнбайышҡа ҡарай оборона диуары эсендә 17 быуатта төҙөлгән манара тора, манара 7,4 × 6,8 ҙурлыҡтағы өс ҡатлы бинанан ғибәрәт.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ "List of Immovable Cultural Monuments" (PDF) (Gürcüce). National Agency for Cultural Heritage Preservation of Georgia. Erişim tarihi: 25 July 2019.
- ↑ Dolidze, V; Kintsurashvili, S; Sidamonidze, U; Tskitishvili, G, (Edl.) (1990). საქართველოს ისტორიისა და კულტურის ძეგლთა აღწერილობა, ტ. 5 [Historical and cultural monuments of Georgia: Summa, vol. 5] (Gürcüce). Tbilisi: Metsniereba. ss. 385–388.
- ↑ Rayfield, Donald (2000). The Literature of Georgia: A History (2nd bas.). Richmond, England: Curzon Press. s. 59. ISBN 0 7007 1163 5.
- ↑ 4,0 4,1 Dolidze, V; Kintsurashvili, S; Sidamonidze, U; Tskitishvili, G, (Edl.) (1990). საქართველოს ისტორიისა და კულტურის ძეგლთა აღწერილობა, ტ. 5 [Historical and cultural monuments of Georgia: Summa, vol. 5] (Gürcüce). Tbilisi: Metsniereba. ss. 385–388.