Ростов өлкә крайҙы өйрәнеү музейы
Ростов өлкә крайҙы өйрәнеү музейы — Дондағы Ростов ҡалаһындағы музей (Большая Садовая урамы, 79). Көньяҡ Рәсәйҙәге иң ҙур музей. Ростов өлкәһен булдырыу айҡанлы 1937 йылда төҙөлгән. Музей Ростов өлкәһенең тәбиғәтен, мәҙәниәтен һәм тарихын кәүҙәләндерә. «Дон ҡурғандары хазиналары» залында иң ҡыҙыҡлы экспозиция күрһәтелгән — б. э. т. IV—VIII быуаттары 2000 алтын һәм көмөш предметы[1].
Ростов крайҙы өйрәнеү музейы — Ростов өлкәһенең тарих, этнография, матди мәҙәниәт проблемаларын ентекләп тикшереү буйынса әйҙәүсе фәнни үҙәк, дөйөм белем биреү процесына региональ компонент индереү проблемалары буйынса фәнни-методик үҙәк.
Тарихы
үҙгәртергәДондағы Ростовта музей асыу мәсьәләһен тәүләп ҡала башлығы А. М. Байков 1862 йылда уҡ күтәргән, әммә был идея тормошҡа ашырылыу өсөн тағы ла байтаҡ күп йыл кәрәк булған[2].
Ростов өлкә крайҙы өйрәнеү музейы үҙенең тарихын 1910 йылдың 1 майында асылған Ростов ҡала музейынан башлаған. Уны асыу ҡала меценаттары, крайҙы өйрәнеүселәре, Ҡала Думаһы һәм ябай энтузиастар тырышлығы арҡаһында ғына мөмкин булған. Был эшкә «Ростов тарих, боронғолоҡ һәм тәбиғәт йәмғиәте» ағзалары М. Б. Краснянский, А. М. Ильин һәм В. И. Асмолов үҙенә бер төрлө өлөш индергән. Ҡала музейы өсөн махсус төҙөлгән бина түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан: Думский проезд, 5 һәм бөгөнгө көнгә саҡлы һаҡланған. Музейға инеү барыһы өсөн дә түләүһеҙ булған[2].
Музей, асылған моментынан башлап, ҡаланың фәнни һәм мәҙәни үҙәктәренең береһенә әйләнгән: бында Дон тарихына бәйле лекциялар менән сығыш яһаған «Ростов Йәмғиәте» ағзалары үҙҙәренең мәғариф эшмәкәрлеген алып барған[2].
1920 йылдан «Дон өлкә сәнғәт һәм боронғолоҡ совет музейы» тигән атама менән билдәле булған. Музей фонды живопись предметтары, антиквариат һәм бигерәк тә Донда булып үткән Октябрь революцияһы ваҡиғаларына бәйле материалдар менән тулыландырылған[2].
1937 йылда Дондағы Ростовта, Пушкин урамы (Ростов-на-Дону), 204 адресы буйынса, Сәнғәт һәм боронғолоҡ музейы экспонаттары базаһында Өлкә крайҙы өйрәнеү музейы ойошторолған[2].
Ҡала нацистар ҡулында саҡта бина емерелгән, экспонаттар ― таланған була. Шуға ҡарамаҫтан, 1943 йылда эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армия ҡаланы азат иткәндән һуң, коллекция ҡалдыҡтарын эҙләү эштәре алып барылған һәм ҡайһы бер уңышҡа ла өлгәшкәндәр[2].
1951 йылда музей өсөн түбәндәге адрес буйынса: Большая Садовая урамы, 79, яңы бина бирелгән, хәҙерге көндә лә музей шул бинала урынлашҡан. Был бина XX быуат башында уҡ төҙөлгөн һәм архитектура һәйкәле булып тора[1].
2001 йылдан музей Рәсәй музейҙар Союзы ағзаһы булып тора[2].
2002 йылдан музейҙа реэкспозиция башланған. Хәҙер бында бик боронғо осорға ла, хәҙерге заманға ла ҡараған экспонаттар ҡуйылған[3].
Музей элеккесә ҡаланың эре фәнни үҙәге булып тора, бында өлкәнең һәм илдең әһәмиәтле даталарына бағышланған лекциялар һәм саралар ойошторола[3].
Билдәле хеҙмәткәрҙәре
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Ростовский областной музей краеведения . www.museum.ru. Дата обращения: 22 ғинуар 2017.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Музей краеведения - последние новости . www.rostovmuseum.ru. Дата обращения: 22 ғинуар 2017.
- ↑ 3,0 3,1 Министерство культуры Ростовской области. Ростовский областной музей краеведения . 2016 йыл 5 ноябрь архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 Скопцова Г. Петр Келлер: бедный художник, выставлявшийся на Sotheby’s 2017 йыл 7 ғинуар архивланған. // rslovar.com. — 2013. — 5 янв.