Ростов һыу үткәргесе музейы

2000

Иҫтәлекле урын
Ростов һыу үткәргесе музейы
Ил Рәсәй,
Адрес Дондағы Ростов, Максим Горький урамы, 293
Төҙөлгән ваҡыты 2000 йыл

Ростов һыу үткәргесе музейы Дондағы Ростовта ҡала һыу үткәргесенә бағышланған махсуслаштырылған музей.

Адресы: Дондағы Ростов, Максим Горький урамы, 293.

Ростов һыу үткәргесе музейы 2000 йылда асыла. Ул «Водоканал» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең административ корпусы бинаһында урынлашҡан. Корпус үҙе ҡаланың мәҙәни иҫтәлекле урыны тип һанала[1]. Музей уның әлеге етәксеһе З. И. Акопов инициативаһы буйынса булдырыла.

Ҡаланы үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү 1865 йылға барып тоташа. Уның барлыҡ үҫеш тарихы музей экспозицияһында сағыла. Ҡала һыу үткәргесенең әһәмиәте Водоканалдың 140 йыллығын билдәләгәндә Дондағы Ростовтың Покровск скверында ҡала һыу үткәргесенә ҡуйылған бронза һәйкәл менән билдәләнә.

Беренсе — 1865 йылғы — һыу үткәргестең оҙонлоғо 5,3 км самаһы тәшкил итә. Ҡала үҫкән һайын һыу үткәргес тә үҫешә. Экспонаттар араһында янғын гидранттары, һыу колонкалары, насос агрегаттары һәм төрлө башҡа һыу техникаһы ҡулайламалары бар. Экспонаттарҙың күбеһенең йәше бер быуаттан артып китә. Стендтарҙа фоторәсемдәр һәм документтар урын алған. Күрһәтелгән экспонатар буйынса һыу менән тәьмин итеү өлкәһендәге прогресты күрергә мөмкин. Музей залы уртаһында колонка эргәһендә һыу алып торған биҙрәле ҡыҙ скульптураһы урын алған. Шундай уҡ бронза һын ҡалала ла ҡуйылған. Скульптура артында һыу үткәргестең тергеҙелеүенә арналған фотолар ҡуйылған биш стенд урынлашҡан. Иҙәндә суйын канализация люгы ята.

Музейға килеүселәр ҡаланың 1865 йылда эшләнгән беренсе һыу үткәреү картаһы, боронғо колонка, 1901 йылғы беренсе һыу үлсәгес, ХIХ быуат люктары, революцияға тиклемге янғын һүндереү гидранттары һ. б. менән таныша ала. Хәҙерге экспонаттар буйынса заманса һыу үткәргесетең, һыу менән тәьмин итеүҙең, һыуҙы таҙартыуҙың ҡеүәте ни тиклем артыуын күререгә була.

Музейҙың алтмыш стендында ҡаланың һыу үткәреү-канализация хужалығының үҫеше, предприятиены һуғыштан һуң тергеҙеү, «Водоканал производство берекмәһе» Асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең үҫеше менән танышырға мөмкин. Хәҙерге ваҡытта «Водоканал» предприятиеһы 2600 км һыу торбаларын һәм 1260 км самаһы канализация селтәрҙәрен хеҙмәтләндерә. Ул Дондағы Ростовта, Аҡсай һәм Батайск йәшәүсе 1,2 млн кешене һыу менән тәьмин итә.

Предприятие холында ҡала башлығы Андрей Матвеевич Байковтың бюсы тора. Дондағы Ростовта беренсе һыу торбалары тап уның идара иткән ваҡытында һалына. 2004 йылда музейҙы Балалар экология үҙәге асыла.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә